Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Август 2019, 09:50

Баймаҡ төҙөкләндерелә

Баймаҡ ҡалаһында быйыл 8 күп ҡатлы йорттоң 20 подъезын ремонтлау ҡаралған. Улар “Башҡорт ихаталары” республика программаларына ярашлы башҡарыла.Әле Салауат Юлаев проспектында, Юбилей урамында урынлашҡан йорттарҙың ишек һәм тәҙрәләрен алмаштыралар.

Баймаҡ ҡалаһында быйыл 8 күп ҡатлы йорттоң 20 подъезын ремонтлау ҡаралған. Улар “Башҡорт ихаталары” республика программаларына ярашлы башҡарыла.
Әле Салауат Юлаев проспектында, Юбилей урамында урынлашҡан йорттарҙың ишек һәм тәҙрәләрен алмаштыралар. Тышта иһә юлсылар автомобилдәр өсөн туҡтау урыны, йәйәүлеләр һуҡмағын рәткә килтерә, асфальт түшәй. Балалар майҙансығына заманса, йомшаҡ япма түшәлә, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла.
“Башҡорт ихаталары” программаһы 6 йылға иҫәпләнгән. Баймаҡ ҡалаһы өсөн 14 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Бынан тыш, ҡалала төҙөкләндереү эштәре лә киң йөйелдерелгән. Мәҫәлән, Юбилей һәм Еңеү урамында иҫке тимер торбаларҙы яңы пластик торбаларға алмаштыралар. Уларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты ла оҙайлыраҡ, етештереүселәр 50 йылға гарантия бирә. Ул йылылыҡ һаҡлаһын өсөн заманса материалдар менән уратып та ҡуялар. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙә-ре белдереүенсә, ҡышын йылылыҡ магистралдәре тотороҡло эшләйәсәк.