Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июль 2019, 09:42

"Урмандарҙы һаҡлау" проекты тормошҡа ашырыла

Кисә, 25 июль, "Экология" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының урман хужалыҡтары яңы техника алды.#нацпроекты

Кисә, 25 июль, "Экология" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының урман хужалыҡтары яңы техника алды. Был сарала республиканың ауыл хужалығы министры И. И. Фәзрәхманов һәм урман хужалығы министры М. И. Шәрәфетдинов ҡатнашты.
"Экология" милли проекты сиктәрендә үткән "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектын тормошҡа ашырыу—Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министрлығының төп бурыстарының береһе. Проекттың төп маҡсаты—2019-2024 йылдарҙа урмандарҙы тергеҙеү. 2024 йылға 15,2 мең гектар ер кире тергеҙелергә тейеш. Шуларҙың 50 процентын урмандарҙы яһалма рәүештә тергеҙеү тәшкил итә.
Шулай уҡ "Урмандарҙы һаҡлау" проекты сиктәрендә урман хужалығы эштәрен яҡшыртыу һәм янғынға ҡаршы автопаркты яңыртыу өсөн техника һәм йыһаздар алыуға федераль ҡаҙнанан 422 млн.һум бүлеү ҡаралған. 2019 йылда бының өсөн 80,6 млн. һум аҡса бүленәсәк.
#нацпроекты