Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2019, 09:38

Башҡортостан йәштәре «iВолга 2.0» өсөн сюрприз әҙерләгән

Кисә Һамар өлкәһендә «iВолга 2.0» йәштәр форумы асылды. Унда республикабыҙҙан 115 кеше ҡатнаша.#нацпроекты

Кисә Һамар өлкәһендә «iВолга 2.0» йәштәр форумы асылды. Унда республикабыҙҙан 115 кеше ҡатнаша. Йәштәр коллегаларына сюрприз әҙерләгән. Улар Форум яланында һабантуй һәм "Матур" төркөмө ҡатнашлығында дискотека үткәрәсәк.
Быйыл был форум етенсе тапҡыр үткәрелә. Унда Рәсәйҙең 14 төбәгенән һәм 10 СНГ иленән йәштәр тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Яҡынса форумда 2,5 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ҡайһы бер уңышлы йәштәрҙең 150 меңдән алып 300 меңгә тиклем грант алыу мөмкинлеге бар. Быйылғы йылда фондтың дөйөм суммаһы 10 млн.һум тәшкил итә.
Милли проект сиктәрендәге «iВолга 2.0» Форумы "Киләсәк фәне һәм мәғарифы", "Агрополис", "Һин - эшҡыуар", «PROспорт», «Инфоgram», "Илдең еңеүҙәре - быуындар ғорурлығы", "Текә Хеҙмәт", "Илдең йәштәр командаһы", "Мәҙәни БУМ" һәм «iVolga International» йүнәлештәрендә эшләйәсәк.
Бынан тыш арт-объекттар һәм фәнни-техник ижад күргәҙмәһе, спорт һәм мәҙәни саралар ҙа ҡаралған.
30 июлдә үтәсәк сараны ябыу тантанаһында Рәсәй президенты вәкиле Игорь Комаров ҡатнашасаҡ.
Форум 31 июль тамамлана.
#нацпроекты