Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июль 2019, 09:55

Аҡ халатлы йәштәр берләшә

Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы табиптары төп эштәре—халыҡты дауалауҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә дәррәү ҡатнаша. Икенсе аҙна рәттән белгестәр ҡала паркында халыҡ менән йәйәү йөрөп, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә сыҡһа, ошо арала бында йәш табиптар ҡоро эшләй башланы.#нацпроекты

Милли проекттарҙың бер йүнәлеше - һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Был тармаҡты үҫтереү, йәштәрҙе йәлеп итеү, медицина учреждениеларын заманса йыһазландырыу, халыҡ өсөн асыҡ итеү - төп бурыс.
Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы табиптары төп эштәре—халыҡты дауалауҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә дәррәү ҡатнаша. Икенсе аҙна рәттән белгестәр ҡала паркында халыҡ менән йәйәү йөрөп, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә сыҡһа, ошо арала бында йәш табиптар ҡоро эшләй башланы. Уның составына яңы ғына уҡыу йортон тамамлап килгән йәштәр ҙә, ординатура үтеп эшләй башлаусылар ҙа, тәжрибәле белгестәр ҙә, бүлек мөдирҙәре лә ингән. Ҡорҙо табип-травматолог Линар Алик улы Ҡыҙрасов етәкләй. Әйткәндәй, быйыл йыл башынан бында 12 йәш табип эш башлаған.
Тәүге ултырышта ҡор ағзалары киләсәккә пландарын барланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡала һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу мөһимлеген, заман менән бергә үҫешеү зарурлығын белгертте. Һаулыҡ һағында тороусылар бер нәмәгә лә битараф булырға тейеш түгел тигән фекер ҙә яңғыраны.
#нацпроекты