Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында өр-яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлөп бөтөп халыҡты хеҙмәтләндерә башланы. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объектты асыуҙа Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, яңыраҡ ҡына эш башлаған Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин һәм Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәҡов ҡатнашты.
– Районда беренселәрҙән булып Ғәлиәхмәттә заман талаптарына яуап биргән өр-яңы медицина учреждениеһы сафҡа инде. Был бигерәк тә төбәктең оло йәштәгеләре һәм балалар өсөн уңайлы. Хәҙер һеҙгә сирләп китһәгеҙ район үҙәгенә барырға кәрәкмәй, бында ла дауаланыу шарттары бик яҡшы, – тине үҙ сығышында Раил Хазморат улы, тантанаға йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итеп. Фельдер-акушер пунктын төҙөүгә 2 млн 900 мең һум тирәһе аҡса тотонолған. Уның биләмһен төҙөкләндереүгә, тышкы яҡтан канализация, һыу индереүгә, ҡойма һәм тротуар һалыу кеүек эштәр урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды, бының өсөн бюджеттан 250 мең һум тирәһе аҡса йүнәлтелде.
Ғәлиәхмәттәр был көндө оҙаҡ көттө. ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кешеләрҙең береһе —20 йылдан ашыу сәләмәтлек һағында тороусы фельдшер Миләүшә Фәтих ҡыҙы Йылҡыбаева булғандыр. Уның ҡарамағында 400-ләп кеше булһа, шуларҙың 89-ы 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр булһа, ололар — 311 кеше, 32 инвалид.
Әйткәндәй, Аҡъюл ауыл биләмәһенә ингән төбәктәрҙә халыҡ сәләмәтлегенә ныҡлы иғтибар бирелә—дүртеһендә лә ФАП эшләй. Күптән түгел биләмәнең ике ауылында фельдшер-акушер пункттары урынлашҡан биналарға капиталь ремонт үткәрелгән. Аҡнаҙарҙа был кәрәкле эш урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы тормошҡа ашһа, Урыҫбайҙа Берҙәм Рәсәй партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә башҡарылған.
Районда беренсе булып төҙөлгән модулле ФАП асыу тантанаһы ысын мәғәнһендә ауыл байрамында әйләнде. Һабантуйҙы хәтерләткән сарала ҡатнашыусылар рәхәтләнеп концерт ҡараны, төрлө спорт ярыштарында көс һынашты.