"Һаулыҡ мәктәбе" проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Балалар ижады үҙәгендә "Нисек яман шештән һаҡланырға һәм һаулығыңды һаҡлап алып ҡалырға" тигән лекция булып үтте. Уны "2018 йылдың иң яҡшы табибы" конкурсы лауреаты Гөлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғмәнова алып барҙы. Йәнле генә барған осрашыу мәлендә Сибай халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Сарала ҡатнашҡан ҡала үҙәк дауаханаһы баш табибы Радик Буранбай улы Нәҙерғолов билдәләп үтеүенсә, беҙҙә онкологик ауырыуҙарҙы иртә диагнозлау буйынса бөтә шарттар ҙа булдырылған. Һүҙ аҙағында: "Ошондайыраҡ акцияларҙы башҡа табиптар менән дә үткәрәсәкбеҙ," - тип вәғәҙәләне ул.