Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2019, 10:02

Ихаталар үҙгәрә, матурлана

Республика биләмәләрендә «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыуға быйыл 1,78 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Барлығы 400 ихата төҙөкләндереләсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы--торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, муниципалитеттарҙа тағы 54 ихата төҙөкләндереүгә сиратта тора. #нацпроекты

Республика биләмәләрендә «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыуға быйыл 1,78 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Барлығы 400 ихата төҙөкләндереләсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы--торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, муниципалитеттарҙа тағы 54 ихата төҙөкләндереүгә сиратта тора.
Ремонт эштәре республика ҡаҙнаһы (94 процент), урындағы бюджет (5 процент) һәм халыҡ (1 процент) иҫәбенә башҡарыла. Ихаталарҙы төҙөкләндереүгә төп талаптар булып хәүефһеҙ балалар майҙансығын төҙөү, йәшелләндереү, туҡталҡалар булдырыу, сүп-сар һауыттарын урынлаштыру, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү приборҙары менән йыһазландырыу, асфальт түшәү тора.
Әлеге көндә төбәктә 229 ихатала төҙөкләндереү эштәре киң йәйелдерелгән.
Сибай ҡалаһында 2019 йылдың 1 июленә ҡарата 6 ихатаны рәткә килтереү буйынса 15 килешеү төҙөлгән. Дөйөм эштәргә 5 подрядсы ойошма йәлеп ителеп,уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәренә тәғәйенләнгән бурысты атҡара. Берәүҙәре, әйтәйек, урам эсенә илткән юлдарҙың асфальт-бетон ҡатламын яңырта, туҡталҡаларҙы, тротуарҙарҙы рәтләй, икенселәре яҡтыртыу ҡорамалдарын урынлаштыра, өсөнсөләр балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөй. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: эштәр бөтә 6 ихатала ла бер юлы алып барыла. Планға ярашлы 30 авгусҡа ҡәҙәр барлыҡ объекттар ҙа сафҡа инергә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, «Башҡорт ихаталары» программаһына ингән биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 35980,1 мең һум аҡса бүленгән. Сығымдың 35640,7 мең һумы республика һәм урындағы ҡаҙнанан бүленһә, 339,4 мең һумды халыҡ йыйған.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, программа киләһе йылда ла дауам итәсәк һәм финанслау мәсьәләһе лә быйылғы йыл кимәлендә һаҡланасаҡ.
#нацпроекты