"Башҡорт ихаталары" программаһы тамамланыуға ике ай ҡалып бара. Планлаштырылған ихаталарҙы һыуыҡтар төшкәнсе тапшырып ҡуйырға кәрәк.
Билдәле булыуынса, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙең 94 %-ты республика ҡаҙнаһынан финанслаштырыла, 5 %-тын муниципалитеттар өҫтәһә, ҡалған 1 %-тын халыҡ үҙе түләй.
2019 йылда 480 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралһа, 2024 йылға 3000 ихата тәртипкә килтерелергә тейеш.