Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июль 2019, 10:11

Хәйбуллалар - Мәскәүҙә

Мәскәүҙең Коломенское музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үткән Бөтә Донъя һабантуй фестивалендә Башҡортостан намыҫын хәйбуллалар, кушнаренколар яҡланы. Сарала Хәйбулла районы делегацияһы башҡорт ауылының көнкүрешен һүрәтләне

Мәскәүҙең Коломенское музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үткән Бөтә Донъя һабантуй фестивалендә Башҡортостан намыҫын хәйбуллалар, кушнаренколар яҡланы. Сарала Хәйбулла районы делегацияһы башҡорт ауылының көнкүрешен һүрәтләне. Ихатаны килештереп биҙәп, экспозициялар, милли-аш-һыу әҙерләп, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршыланы яҡташтар. 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан һабантуйҙа һәр кем башҡорт тирмәләрендә милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, халыҡ кәсептәренең ҡул эштәре менән танышты. Ҡунаҡтар хәйбуллаларҙың аш-һыу әҙерләү өсөн сығарылған мейесенә һәм башҡорт балына иҫе киткән.
Быйылғы Мәскәү һабантуйында беренсе тапҡыр ишкәкселәр ярышы ойошторолған.
Шулай уҡ был сарала 100-гә яҡын профессиональ артистар, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашҡан. Улар араһында Радик Юльяҡшин, Роберт Юлдашев, Айҙар Ғәлимов, Эльмира Калимуллина, Альберт Жалилов, Бабек Мамедрзаев һәм башҡалар. Яҡташтарыбыҙ билдәле француз музыканты, «Deep Forest» төркөмө лидеры Эрик Муке менән фото төшөргә лә өлгөргән.
#нацпроект
#культура