Өфөлә “Башавтотранс” автобустарында туҡталыштарҙы дәүләт телдәрендә иғлан итеү программаһы индерелде. Туған телдә туҡталыштарҙы “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова иғлан итһә, рус телендә “Спутник ФМ” радиоһының алып барыусыһы Анна Александровна сәләмләйәсәк.
Шуныһы ҡыҙыҡ: заман технологиялары шул тиклем шәп, хәҙер туҡталыштарҙы иғлан итеү өсөн ниндәйҙер төймәгә баҫып ултырыу кәрәкмәй. Автобус туҡталышҡа етеп килһә, уның исеме үҙенән-үҙе иғлан ителә. Әлбиттә, был йәһәттән водителдәргә лә анһат эш.
“Башавтотранс” йыл аҙағына тиклем был эште Баймаҡ, Бөрө, Мәләүез, Сибай, Октябрьский, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙа киң йәйелдерергә ниәтләй.