2020 йылдың апреленә тиклем республика хөкүмәте Нефтекамск автозаводынан "Башавтотранс" өсөн 589 яңы автобус һатып алырға ниәтләй. Шуларҙың 527-һен быйылғы йылдың аҙағына тиклем алып ҡуйырға иҫәп тоталар. Әммә, Радий Хәбиров билдәләп үтеүенсә, автозаводтың йөкләмәләре күп булыу сәбәпле, техника ярты йылға һуңлап килеп етергә лә мөмкин.