Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2019, 12:31

Тормошҡа ашырыла

Тура бәйләнеш ваҡытында ил башлығы Владимир Путин суп-сар рефомаһын тиҙ арала хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән ине

Тура бәйләнеш ваҡытында ил башлығы Владимир Путин суп-сар рефомаһын тиҙ арала хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән ине. Республикабыҙҙа был юҫыҡта ҡайһы бер эштәр башҡарыла башланы ла инде. Баш ҡалабыҙ Өфөлә ике проектты тормошҡа ашырырға йыйыналар. Беренсеһе - ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын автоматлы эшкәртеү комплексын төҙөү. Икенсеһе - полимер матдәләрҙе кире эшкәртеү буйынса автоматлы инновацион комплекс төҙөүҙе яйға һалыу. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2,4 млрд. һум талап ителәсәк.
#нацпроекты