Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2019, 10:58

"Алға" менән тик алға!

1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһының ҡулланыуға индерелә башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ваҡыт килеп етте тиерлек, был эшкә әҙерлек нисек? Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үткәргән матбуғат конференцияһы шул һорауға яуап бирҙе

1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһының ҡулланыуға индерелә башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ваҡыт килеп етте тиерлек, был эшкә әҙерлек нисек? Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үткәргән матбуғат конференцияһы шул һорауға яуап бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Алға” тип исемләнгән Берҙәм транспорт картаһы күп өҫтөнлөктәр бирә, уларҙың иң мөһимдәре – уңайлылыҡ һәм аҡса йәһәтенән отош. Әле “Башавтотранс” автобустарында юл хаҡы 25 һум тәшкил итә, ә ошо карта буйынса ул 20 һумға төшәсәк. Карта алғанда бер юлы күберәк йөрөш өсөн түләгән һайын бер йөрөү хаҡы шул тиклем арзаныраҡ буласаҡ. 1 сентябрҙән сәғәтләп тариф та ғәмәлгә индерелә: бер сәғәт эсендә бер нисә автобуста йөрөп өлгөрһәң, бер тапҡыр ғына түләргә мөмкин буласаҡ. Уңайлылығы ла аңлашылалыр: карта булғас, кеҫәлә ваҡ аҡса эҙләргә, кондукторҙың тағы уларҙы һанап торғанын көтөргә кәрәкмәй.
Матбуғат конференцияһында хәбәр ителеүенсә, ҡала буйынса һәм ҡала яны транспортында “Алға” электрон картаһынан файҙаланыу этаплы рәүештә башҡарыласаҡ: тәүҙә уға Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары күсә. “Өфөматбуғат” киосктарында, “Альдо” һәм “Башспирт” сауҙа селтәрҙәре кибеттәрендә, “Башфармация” аптекаларында һәм “Башавтотранс” пункттарында был картаны 50 һумға һатып алырға һәм артабан тулыландырып торорға кәрәк буласаҡ. Йөрөү хаҡы бөтә төр транспортта ла 20 һум тәшкил итәсәк. Шуныһы мөһим: “Алға” картаһы барлыҡ транспортта ла ҡулланыласаҡ, шул иҫәптән – хосуси автобустарҙа.
Һәр транспорт сараһына ингән урында карта менән иҫәпләшеү өсөн терминал ҡуйыла. Әлеге мәлдә ошо ҡоролма 1600 транспорт сараһында ҡуйылған да икән, тағы ла биш мең самаһын йыһазландыраһы бар, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов. – Бөтә ойоштороу эштәре графикка ярашлы бара. Пассажир ташыусылар менән финанс мәсьәләләре үҙ-ара яраштырылған, әле улар менән килешеү төҙөлә.
Тиҙҙән был картаның сайты –www.alga-kard.ru– эшләй башлаясаҡ, барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 8-800-347-1111 “ҡыҙыу бәйләнеш”енә мөрәжәғәт итергә мөмкин.