Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2019, 09:39

Фонд эшен дауам итә

Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған йорттарынан граждандарҙы күсереүгә бирелгән ғаризаһын Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды ҡабул итте. Шулай итеп, республикабыҙ Фондтан 282, 42 млн һум аҡса аласаҡ. Ә үҙебеҙҙең төбәк был суммаға 63,4 млн һум өҫтәйәсәк. Был сара 10 муниципаль берәмектән 206 авария хәлендәге йорттан 666 кешене күсереүгә тотоноласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2500-ҙән ашыу граждан авария хәлендәге йорттарҙан күсерелде. Әле 2019-2024 йылдарҙа ошо тәңгәлдә эшләү буйынса адреслы программа раҫланды. Ул 923 мохтаж ғаиләгә фатир бирергә булышлыҡ итәсәк. Йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип табылған йорттарҙан ғаиләләрҙе күсереү өсөн бюджеттан 1,6 млрд һум бүленә. Күп фатирлы йорттар 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылып, программаға ингән булырға тейеш.
#нацпроекты
Читайте нас: