Тар тармаҡлы һөнәргә эйә булған табиптарҙың етешмәүе бәкәлгә һуға. Башҡортостанда власть вәкилдәре был проблеманы 300 млн һум аҡса сарыф итеп хәл итергә уйлай. Республиканың район һәм ҡала дауаханаларында эшләргә теләгән табиптар кәмендә 1 млн һум аласаҡ. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар һәм башҡа төбәктәрҙән тар тармаҡлы белгестәр бындай мөмкинселек менән ҡуллана аласаҡ.