Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Июнь 2019, 11:12

Һөҙөмтәләр быйыл уҡ булырға тейеш

Быйылғы йылда беренсе тапҡыр Рәсәй халҡының йәшәйешен яҡшыртыр өсөн 28 триллион һум аҡса бүленде.

Быйыл беренсе тапҡыр Рәсәй халҡының йәшәйешен яҡшыртыр өсөн 28 триллион һум аҡса бүленде. Сығымдарҙың күп өлөшө һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә бүленгән. Ярты йыл эсендә табиптарҙы һәм урта медицина персоналдарын эшкә ҡабул итеү буйынса күп кенә эш эшләнелгән дә инде. Артабан да милли проекттар өҫтөндә эшләү дауам итә әле. Рәсәй Президенты В. В. Путин "тура бәйләнеш" ваҡытында әйтеп үтеүенсә, ошондай характерҙағы проекттарҙың ыңғай һөҙөмтәләрен халыҡ быйыл үк күрергә тейеш.
#ВВПУТИН
#нацпроекты