2019 йылда президент фонды грантының беренсе конкурсында Башҡортостандан еңеүселәр араһында Сибайҙан ике проект бар. Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палатаһының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, коммерциялы булмаған ойошмалар яулаған гранттарҙың күләме 44,8 миллион һум тирәһе тәшкил итә. Дәғүә итеүселәр үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 220 мең һумдан алып 7,9 миллион һумға ҡәҙәр аҡсаға эйә буласаҡ..
Шулай итеп, Башҡортостан был исемлектә Рәсәй Федерацияһының ТОП-10 төбәктәре исемлегендә иҫәпләнеп, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Волгоград, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Татарстандан ҡалышып 7-се урынды биләй. Президент грантының беренсе конкурсына беҙҙең республиканың 13 муниципаль берәмегенән 268 заявка бирелгән. Шулар араһынан Сибайҙан 2 проект ҡына грантҡа үткән. Шулай итеп “Батыр” йәштәр спорт һәм ял үҙәге автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһының “Һауа акробатикаһы ғаилә студияһы”проекты 499824,00 һум, “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “Деменциялы сирле ололар өсөн бабайҙар баҡсаһы” конкурс эше 1852745,44 һум грант аҡсаһын аласаҡ.