21-22 июндә Сибай ҡалаһында беренсе тапҡыр “ Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Мәртәбәле сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, стратегия инициативалары агентлығы, “Эшлекле Рәсәй”, сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ берекмәләре ойоштора. Беренсе инвестицион һабантуйға федераль һәм төбәк дәүләт учреждениеларынан 500-ҙән ашыу кеше— Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары, инвесторҙар, эксператтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килеүе көтөлә. Профилле секцияларҙа һәм “Innoregion: бөтәһе лә эшләргә теләгән биләмә” пленар ултырышында ҡатнашыусылар инвестицион эшмәкәрлек һәм инвестиция йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ ил төбәктәрендә уңайлы эшҡыуарлыҡ климаты тыуҙырыу буйынса фекер алышыуҙар күҙаллана. Экология, туризмды, транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу темалары ла ҡуҙғатыласаҡ. Сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының инвестицион потенциалын сағылдырыусы күргәҙмә эшләйәсәк.