Көтмәгәндә-уйламағанда мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовты юғалтып ҡайтып киләбеҙ. Йәйге сәхнәлә “Буранбай”ҙы уйнап торған ерендә ҡулынан ҡурайы төшөп китеп йән бирҙе лә ҡуйҙы бит. Ошо ваҡиға шаңҡытты, һеңгәҙәтте. Салт аяҙ йәйге көн бөләңгертләнеп ҡалған, һөйләшер инек тә һүҙҙәр берекмәй. Өндәшешмәй, шымтайып килеп Аҡъяр зап-равкаһына туҡтаныҡ. Мин кабинала ҡалдым, Шәйхислам ағай ситкәрәк китте лә бер аҙҙан уның ҡыуаныслы тауышы ишетел-де. Сыҡһам ағайыбыҙҙы бер өйөр бесәйҙәр уратып алған, уларҙың икәүһе ҡулында, ҡалғандары аяҡтарына һырпаланған. Шәйхислам ағай шунда әйтә ҡуйҙы:
- Кеше ҡайғыһын әҙәмдән ғәйре мал-тыуар белә, бынау гөнаһһыҙ йәндәр һыйынғайны, нисектер еңел булып ҡалдысы.
- Ағай, ә нишләп был бесәйҙәр башҡаларҙы түгел, ә шәхсән һине һайланы?
- Мал йәнле кешемен мин, ҡустым, уларҙың телен беләм, тоям, хәлдәренә инәм...
Шул мал йәнле ағайыбыҙ бөгөн арабыҙҙа юҡ, ышанғы ла килмәй хатта, ҡолаҡ ишетһә лә күңел ҡабул итмәй ҡара хәбәрҙе. Ул ғүмер баҡый ҡабаланмай ғына, аҫҡаңлата, аушаңлата баҫып арабыҙҙа йөрөп ятыр һымаҡ ине лә бит, тимәк кө-нө, ейер ризығы бөткән, ни хәл итмәк, йәне йәннәттә, урыны ожмахтың түрендә булһын...
Шәп журналист ине, һәр йәһәттән шәп, урын-еренә еткереп яҙҙы, ғәҙел һәм матур яҙҙы. Ундайҙар бөгөн бик тә һир-әк, өҫтәп әйтер инем бөтөнләй юҡ кимәлендә, көнөбөҙ телдең йәмен, мәғәнәһен, татын, бөйөклөгөн белмәгәндәргә ҡалып бара. Ә Шәйхислам ағайҙың яҙмаларын саф һыу һымаҡ рәхәтләнеп эсәһең, һемерәһең, йомолоп китеп уҡыйһың, танһыҡ та, һыуһын да ҡана һуңынан. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың көнъяҡ райондарында “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе бу-лып эшләне. Өҙлөкһөҙ яҡын-тирә райондарҙы, төпкөл ауылдарҙы гиҙҙе, баҫыу-ҡырҙарҙы иңләне, ябай эшсән халыҡты, уның көнитмешен яҙҙы, һүрәтләне. Етәкселәр алдында абруйы ла юғары ине арҙаҡлы хәбәрсенең, “Волга” ебәреп ҡаршы алып, эштәре бөткәс өйөнә кире килтереп ҡуялар ине. Ә был хөрмәт һәм иғтибар күптәргә эләгә һалып бармай. Бер саҡ минең эш кабинетымда әңгәмә ҡороп ултырғанда һүҙ араһында һорай ҡуйҙым:
- Нисек итеп улайтып яҙа алаһың ағай, һәр һүҙ, һөйләм, тыныш билдәләре үҙ урынында, мәҡәләләрең ҡалыпҡа ҡойоп ҡуйылған һымаҡ.
- Беҙгә телде белгән кешеләр һабаҡ бирҙе, ә редакцияларҙа иһә журналистиканы тамырынан айҡаған редакторҙар эш-ләне. Улар талап итте матур мәҡәләләр, уҡымлы очерктар, йәмле һәм йәнле һүрәтләмәләр. Һөйләмдә өтөр урынында бул-маған хәлдә лә иҫкәрмә яһайҙар ине, әгәр икенсе тапҡыр хата ебәрһәң - киҫәтәләр, өсөнсөһө инде һүҙһеҙ ҙә билдәле.
Бына ошондай үткер ҡәләмле, үҙенә лә, башҡаларға ла үтә талапсан кеше ине Шәйхислам Айсыуаҡов.
Ағай сығышы менән Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылынан. Бик хозур төбәк, күҙҙе ҡамаштырған тәбиғәтенә һоҡланып та, яратып та, ғәжәпләнеп тә төбәлеп торғаным бар. Кешене белгең килһә уның тыуған еренә ҡара, тиҙәр бит. Шәйхислам ағай ҙа бына ошо тәбиғәт төҫлө ине: сыуаҡ, яҡты, көләс, һөйкөмлө....
Шәйхислам Айсыуаҡов шылтыратып баҫалҡы тауыш менән сәләмләне гелән:
- Ни хәлдә ултыраһың әле, ҡустым?
- Һинең фатихала, ағай...
- Минең фатихала булғас, ызнашит зәмишәтелне!
Бөгөн дә ихлас йылмайып, баҫалҡы ҡиәфәттә килеп инер һымаҡ ағай, инер ҙә ғәҙәтенсә йылмайып әйтер төҫлө:
- Бөгөн көнө лә искючительно һәйбәт, кәйефтәр ҙә зәмишәтелне. Ошо ултырыуыңда ни бөтөрәһең әле, ҡустым?..
- Яҙыштырам шунда...
Яҙылғанда яҙ һин, ул бер мәл генә була торған нимә. Мин дә гел генә яҙып ял иттем, яҙып ҡыуандым һәм хыялландым!