Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Май 2021, 12:48

Һабырҙар бүләк отто!

“Атайсал” гәзите редакцияһы Йылайыр районы Һабыр ауылына барып гәзитебеҙ дуҫтары араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын уҙғарҙы.

“Атайсал” гәзите редакцияһы Йылайыр районы Һабыр ауылына барып гәзитебеҙ дуҫтары араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын башлап ебәрҙе. Редакторыбыҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаков менән бик фәһемле һәм йылы осрашыуҙан һуң, уҡыусыларыбыҙ араһында уйын үткәрҙек. Шулай итеп, күп модулле картина Һабыр урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлиә Рәшит ҡыҙы Бүләковаға уйнаны. Ә инде бағыусыбыҙ Йылайыр районы “ВЕНЕР ТУСАЛИН” крәҫтиән –фермер хужалығынан бер тоҡ ондо Гөлйыһан Ишмөхәмәт ҡыҙы Әҙеһәмова отто. Бүләк отоусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ә инде кемдәргә бүләк сыҡмаған, тиҙ арала квитанцияларығыҙҙы “Атайсал” редакцияһына ебәрергә ашығығыҙ. Редакцияла ла бик шәп бүләктәр уйнатыласаҡ!