“Атайсал” гәзите йыл да яҙылыусылары араһында шәп бүләктәр уйната. Быйыл да был йоланы матур итеп атҡарып сығарҙыҡ. Бүләктәр ҙә елле генә булды. Алдан иғлан итеүебеҙсә, гәзиткә бер йылға яҙылыусылар араһында 8 мең һумлыҡ балаҫ уйнаттыҡ. Ярты йылға яҙылыусыларға иһә 5 мең һумлыҡ өҫтәл вәғәҙә иткән инек. Был шәп бүләктәрҙе баҫмабыҙҙың бағыусыһы, “Жил-Строй” йәмғиәте директоры Н. А. Тажетдинов бирҙе. Бынан тыш дәртләндереүсе приздарыбыҙ ҙа етерлек кенә булды.
Был юлы кемдәргә бәхет йылмайҙы? Ниһайәт, уларҙың исемдәре лә асыҡланды. Шулай итеп, төп бүләгебеҙ—балаҫ Иҫке Сибай ауылынан Сәғәҙәт ағай Ишбирҙинға эләкте. Ул—“Атайсал”ды электән алдырып килгән, әүҙем яҙышҡан тоғро дуҫыбыҙ. Ә ярты йылға яҙылыусылар араһында Сибайҙан Фәриҙә Халисова икенсе елле бүләгебеҙҙе—өҫтәлде отоу бәхетенә иреште.
Төп приздарҙан тыш яратҡан уҡыусыларыбыҙ өсөн матур-матур иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгән инек. Күркәм генә сәйнүгебеҙ Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан А. Яҡуповаға оҙатыласаҡ. Гәзитебеҙҙең логотибы ҡуйылған сәғәт Баймаҡ районы Түбә ауылынан Зиннәтулла Бүләкәев өлөшөнә төштө. Сибай ҡалаһынан Альбина Мостафинаға иһә үлсәүҙәр эләкте. Бүләктәребеҙ араһында компрессор ҙа бар ине. Ул Хәйбулла районы Бакаловка ауылынан Фатиха Ҡаҙаҡҡоловаға тап-шырыласаҡ. Баймаҡ районы Ярат ауылынан Хәлиҙә Ғәҙелшина иһә өрөп тултырмалы матрасҡа эйә булды.
Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов та баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары өсөн бүләк әҙерләгән ине. Йылайыр районы Һултантимер ауылынан Х. Ғәлиевҡа, Сибай ҡалаһынан У. Байдәүләтовҡа, Баймаҡ районы Ҡыуат ауылынан М. Солтанғоловаға уның “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” тип аталған китабын һәм ҙур календарь бүләк итәсәкбеҙ.
Шулай уҡ “1+2” акцияһын да иғлан иткән инек. Үҙе яҙылып һәм йәнә ике танышын “Атайсал”ға яҙҙырған дуҫтарыбыҙға Хәйҙәр Тапаҡовтың ошо уҡ китабын бүләк итәбеҙ. Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылынан Фирҙәүес Мырҙабулатова, Хәйбулла районы Кесе Арыҫланғол ауылынан Миңзилә Теләүғолова, Баймаҡ районы Күсей ауылынан Әсмә инәй повесть һәм хикәйәләр йыйынтығын алыу бәхетенә иреште.
Билдәле булыуынса, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Атайсал” төркөмөндә лә отош уйыны барҙы. Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров әҙерләгән термопот һәм электр самауыры бүләккә ҡуйылған ине. Кемдәр квитанцияһының фотоһын ебәргән һәм яҙмабыҙға репост эшләгән—шулар араһынан робот ике еңеүсене билдәләне. Шулай итеп, термопот Сибай ҡалаһынан Рәүилә Ҡолмөхәмәтова-
ға эләкте, ә Баймаҡ ҡалаһынан Рәмилә Моратова электр самауырлы булды.
Байрамдан һуң, еңеүселәрҙең барыһынан да Сибай ҡалаһы Зәки Вәлиди урамы 22-се һанлы йорт адресы буйынса бүләктәрен килеп алыуын һорайбыҙ.
Уйындар киләсәктә лә үткәрелер әле. Тоғро дуҫтар булып ҡалайыҡ.