Йәмле Йылайыр буйында урынлашҡан Ҡаҙырша—боронғо ауылдарҙың береһе. Ауыл халҡы әйтеүе буйынса, ундағы гөпөлдәп ятҡан тиреҫкә тиклем боронғолоҡто хәтерләтә. Ҡаҙырша үҙенең манараһы емерелмәйенсә ҡалған боронғо ағас мәсете менән дә билдәле. Алдан Аллаһ йорто тип нигеҙ һалынған был йорт иген келәте лә була, мәҙәниәт йортона ла әйләндерелә, әммә манараһы ҡолатылмайынса ҡала. Йәш сағынан дин тотоп йәшәгән Нуритдин Хәсән улы, көбәк мылтығы менән ҡурҡытып, иман йортоноң манараһын емерергә бирмәй. Аҡсанан да баш тарта.
Ошо уҡ Нуритдин олатай аҙаҡ ете ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бирә. Тимерсе лә булған, тире лә эшкәрткән, быйма ла баҫҡан тырыш ир-уҙамандың балалары ла оҫталыҡта һынатмай. Барыһы ла йә мейес сығара, йә быйма баҫа, йә ағас эшкәртә. Һигеҙенсе балаһы Ғәле әле лә ата нигеҙен ташламай, Ҡаҙырша ауылында ғүмер итә.
Афғаныстанда ауыр һуғыш йылдарын күреп ҡайтҡан Ғәле Нуритдин улы тәүҙә быйма баҫыу оҫтаһы булараҡ танылыу ала. Әммә өлкәнәйеп, көс-ҡеүәте кәмей башлағас, был шөғөлөн ҡалдырырға тура килә. Ул заманында совхозда тракторсы булып та эшләй, урман хужалығында урмансы булып та хеҙмәт итә. Ҡыҙғынысҡа ҡаршы, 2008 йылда ҡыҫҡартыуға эләгә. Әммә эшкә бөтмөр Ғәле ҡул ҡаушарып ултырмай, мал тотоп донъя көтә һәм алты йыл элек ағас эшкәртеү буйынса эш асып ебәрә. Уны 2010 йылда уҡ башлап ебәрергә уйлаһа ла, ниәте тормошҡа ашмай. Ер эше буйынса бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеп бөткәнсе 2-3 йыл ваҡыт үтеп китә. Файҙаһыҙ тип табыуҙары арҡаһында, дәүләт тарафынан күрһәтелгән матди ярҙамды ла ала алмай. Шуға күрә бар эште үҙ көсө менән генә атҡарып сығырға тура килә. Бөтә кәрәкле йыһаздарҙы, тракторҙы үҙ аҡсаһына һатып ала.
Шулай итеп, бөтә ауыр-лыҡтарҙы йырып сығып, Ғәле Нуритдин улы эшен башлап ебәрә. Пилорамала Ғәле ағайға Тулыбаев Хәмит менән Айбулат ярҙам итә. Ярҙамсыларына эш хаҡы түләүҙән тыш иген, бесән менән дә ярҙам күрһәтә ул.
Ғәле Нуритдин улы Игебаев пилорама эше менән башлыса йәй айҙарында шөғөлләнә. Яҙлы-көҙлө һәм ҡышын мал ҡарап көн итә. Ғөмүмән, мал тотоу—Ҡаҙырша ауылы халҡының төп кәсебе.
Бәләкәй генә боронғо был ауылдың халҡы ҙур бер ғаилә кеүек бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Ғәле ағай инде ауылдаштарына бесән, утын алышыу менән ярҙам күрһәтә. Һәр бер үткәрелгән сараларҙа бағыусы булып тора. Ғәле Нуритдин улы бына инде ун алты йыл дауамында “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаты ла. Шуға күрә ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә. Әле ауыл халҡы алдында зыяратты рәтләү, икенсе йылға “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” үткәреү бурысы тора.
Ғөмүмән, Ғәле ағай ауылының киләсәге өсөн борсолоп йәшәй. Ауылдағы халыҡтың йылдан-йыл кәмей барыуы, йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, балаларҙың Һабырға йөрөп уҡырға мәжбүр булыуы тураһында әсенеп һөйләй ул. Уны ауылда фельдшерҙың бөтөнләй булмауы ла борсой. “Күңелдәргә йәм табырға, ярай әле мәҙәниәт йорто бар,”—ти ул. Ҡаҙыршаның һәүәҫкәр артистары һәр төрлө мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. Уларҙың хатта үҙҙәре ижад иткән “Ҡаҙырша” гимны ла бар.
Ауылды йәмләп мәсет тә йәшәп килә әле. Ғәле Нуритдин улы иман йортонда имам булып атаһының юлын да дауам итә.
Әлеге көндә Ғәле ағай ҡатыны Зөһрә Сәйфетдин ҡыҙы менән өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.
Йүнсел һәр ерҙә лә йүнен табыр тигәндәй, төрлө ҡаршылыҡтарға бирешмәй тырышып йәшәп ятҡан эшһөйәр Ғәле ағайға һоҡланырға ғына ҡала. Уның артабан да шулай егәрле, киң күңелле булып ҡалыуын, эштәренең гел уң булыуын теләп ҡалабыҙ.
Һүрәттә: Ғәле Нуритдин улы Игебаев.