«Атайсал» төбәк гәзите 9 Май—Бөйөк Еңеү көнө уңайынан йыл һайын «Ветерандарға—«Атайсал»» акцияһы ойоштора. Шуныһы ҡыуаныслы: мәрхәмәтлек сараһынан күптәр ситтә ҡалмаҫҡа, барыһы ла фронт, Еңеү өсөн тип көнө-төнө йәнен фиҙа ҡылған оло быуын вәкилдәренә хөрмәт, ихтирам күрһәтергә ашыға. Быйыл да беҙҙең күптәнге бағыусыларыбыҙ, гәзитебеҙҙең дуҫтары акцияны көтөп алды.
Тәүгеләрҙән булып уға Сибай ҡалаһында ғына түгел, тотош Урал аръяғында киң төҙөлөш эштәре йәйелдергән «Ремстройцентр» йәмғиәтенең генераль директоры Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев ҡушылды. Белдекле етәксе Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла районда йәшәүсе 54 кешегә 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына «Атайсал» гәзитен яҙҙыртты:
—Атайым Ибраһим Исмәғилев Бөйөк Ватан һуғышын баштан аҙағынаса үткән яугир ине. Фронтовик улы булараҡ был саранан ситтә ҡала алмайым. Атайым иҫән саҡта Бөйөк Еңеү көнөн балалары бер урынға йыйылып билдәләй торғайныҡ. Әле ул юҡ, әммә уның рухы шатланһын, ҡылған доғаларыбыҙ уның йәнен йәннәттә итһен. Иҫән ветерандар, уларҙың балалары «Атайсал» гәзитен уҡыһын, ваҡытлы матбуғат аша төбәк, республика, ил яңылыҡтарын белһен өсөн тырышам. Күҙ йәштәре аша яулап алынған был байрам беҙҙе тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә, еңеү яулаусыларҙы хөрмәтләргә өйрәтә.
Азат Сәлимйән улы Вәлиев, БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы:
—Урал аръяғы йәштәре юғары белем алған уҡыу йорто етәксеһе булараҡ, төбәгебеҙ гәзитенә битараф түгелмен. Сөнки тап «Атайсал» аша ауылда йәшәүселәр БДУ-ның Сибай институты хаҡында хәбәрҙар, белем усағының яңылыҡтарын, тормошо һулышын белеп бара. Шуға ла мөхәрририәт ойошторған акция барышында 5 оло кешегә гәзит яҙҙырыу мөмкинлеге тыуғанда, ятып түгел, атып ҡалырға булдыҡ. Ҡылған изгелебеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ, моғайын. Башты түбән эйеп, тып-тын ғына һәйкәлдәргә сәскәләр һалғанда, Бөйөк Еңеү ниндәй ҡорбандар менән яуланыуын иҫтән сығармайыҡ.
Радик Сәлмән улы Хоҙайғолов, «Хоҙайғолов һәм Ко» йәмғиәте етәксеһе:
—Беҙ бала саҡта тигеҙ сафтан миҙалдарын сыңлатып атлаған ветерандар бик күп ине. Йылдан-йыл улар аҙая һәм 1-2 йылдан беҙҙең янда бөтөнләй булмауҙары ихтимал. Шуға ла әле улар бар саҡта ҡәҙерҙәрен белергә кәрәк. Тере тарих шаһиттарын балаларыбыҙға күрһәтеп ҡалайыҡ. Ваҡытында улар беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн тырышҡан, ҡандарын түккән, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған. Батырлыҡтарын иҫләйбеҙ һәм рәхмәт йөҙөнән 5 өлкән быуын вәкиленә «Атайсал» гәзитен бүләк итәбеҙ. Атай-олатайҙарға Еңеү өсөн ҙур рәхмәт!
Басир Марат улы Шәрипов, Сибай үҙәк дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең профком рәйесе:
—Һуғыш—кешелектең иң яуыз дошманы. Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙың дөйөм демографик юғалтыуы 26,6 миллион кеше була. Был күрһәткестең 38,5 миллион кеше тигән варианты ла бар. Fалимдар шулай уҡ шул осорҙа фронтҡа алынмаған 13,7 миллион кешенең ғүмере өҙөлөүен асыҡлаған. Шуларҙың 7 миллиондан ашыуы оккупацияланған биләмәлә бомбаға тотоуҙан һәләк булһа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә үлтерелһә, 4 миллионы аслыҡтан, йоғошло сирҙәрҙән, медицина ярҙамы юҡлыҡтан ҡырылған. Ҡалған 2 миллионы Германияла мәжбүри эштән донъя ҡуя. Ошондай ҡорбандар менән яуланған Бөйөк Еңеүҙең хаҡын төшөрмәйек. Ваҡланмайыҡ, йәмәғәт, ветерандарыбыҙ алдында баш эйәйек. Оло байрам уңайынан ойошмабыҙ 15 ветеранға гәзит яҙҙыртты. Яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Мөмкинлектәр булғанда, уларға хөрмәт күрһәтеп ҡалайыҡ!