Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Ғинуар 2019, 11:54

«АТАЙСАЛ» менән ҡалшылайым Яңы йылымды...

Беҙгә гәзит уҡыусыларыбыҙҙан бик күп хаттар килә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тоғро дуҫтарыбыҙҙың күңел түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен тәҡдим итмәксебеҙ. Дуҫтарҙың дуҫлығы ауыр саҡтарҙа беленә тигәндәй, гәзитебеҙгә тоғро ҡалыуығыҙға һөйөнәбеҙ. Тиражыбыҙҙы арттырыуға тос өлөш индергәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Яңы 2019 йылды күтәренке кәйеф менән ҡаршыларға яҙһын. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.

Беҙгә гәзит уҡыусыларыбыҙҙан бик күп хаттар килә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тоғро дуҫтарыбыҙҙың күңел түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен тәҡдим итмәксебеҙ. Дуҫтарҙың дуҫлығы ауыр саҡтарҙа беленә тигәндәй, гәзитебеҙгә тоғро ҡалыуығыҙға һөйөнәбеҙ. Тиражыбыҙҙы арттырыуға тос өлөш индергәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Яңы 2019 йылды күтәренке кәйеф менән ҡаршыларға яҙһын. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!
Мин Баймаҡ районы Мәмбәт ауылынан яҙам. «Атайсал» гәзите бик уҡымлы, төрлө рубрикалары менән үҙенә тартып тора. «Атайсал»ды алдырығыҙ, уҡығыҙ», тигән мөрәжәғәтте уҡығас, нисек итеп гәзиткә яҙылмайһың инде?
Баймаҡ ауыл хужалығын тамамлағас, «Баймаҡ» совхозына (Аҡморонға) зоотехник булып эшкә урынлаштым. Партком секретары саҡырып алды ла: «Һин—йәш белгес, шуға күрә йәмәғәт эше йөкмәтәбеҙ. Үҙең эшләгән Үҙәк бүлексәлә гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторорға кәрәк»,—тине. Ул ваҡытта механизаторҙар, мал ҡараусылар, һауынсылар береһенән-береһе ярышып төрлө баҫмаларға яҙыла торғайны. Араларында 15-18 дана гәзит-журнал алдырыусылар булды.
Күп кенә журналдар (1972-1973 йй.) лимит буйынса таратылды. «Здоровье», «Крестьянка», «Работница», «За рулем», «Веселые картинки», «Мурзилка», «Подвиг» журналдарына талашып яҙыла инек.
Подписка эше мәшәҡәтле булһа ла, ауыл хужалығы эшсәндәренең шул тиклем әүҙем яҙылыуҙарына, күп уҡыуҙарына әле бул-һа ла һоҡланып ҡарайым.
1972-1973 йылдарҙа подписка үткәреүсе
Фәриҙә Мөрсәлимова.
* * *
Һаумыһығыҙ, «Атайсал» гәзитендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр!
Һеҙҙең гәзитте яратып уҡыусы Рәсимә апайығыҙ менән Ишбулат ағайығыҙ. Был гәзит шул тиклем һәйбәт, уның биттәрендә күрше райондар тураһында яҙыла. Хикәйәләрҙе, шиғырҙарҙы яратып уҡыйбыҙ, татыу өлгөлө йәш ғаиләләр, дини темаларға яҙылған мәҡәләләр оҡшай. Беҙ яратҡан баҫмабыҙға йыл да яҙылабыҙ, уның һәр һанын көтөп алабыҙ. Ижади коллективҡа артабан да уңыштар, һаулыҡ, гәзитегеҙҙең уҡымлы булыуын теләйбеҙ.
* * *
Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре!
Миңә 60 йәш. Беҙҙең быуын гәзит-журнал менән үҫте. Үҙем Аралбай ауылында тыуғанмын. Совхоздың гөрләп торған сағы ине. Атайым—чабан, әсәйем бәрәс ҡараусы булып эшләне. Ябай ауыл эшсәндәре булһалар ҙа өйөбөҙҙән гәзит-журналдар өҙөлмәне. «Ленинсе», «Башҡортостан гәзите», «Пионер», «Ағи-ҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын көтөп ала торғайныҡ. Атайым көтөү көткәс, төшкө тамаҡ алып киткән сумкаһында һәр ваҡыт «Ағиҙел» журналы була торғайны. Мин дә хәҙер гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Заман башҡа—заң башҡа ти-гәндәй, элегерәк ейән-ейәнсәрҙәремә «Аманат»ты, «Аҡбуҙат»ты яҙҙыра инем, хәҙер улар был баҫмаларҙы уҡымай, компьютерға әүрәй.
Һеҙҙең гәзитте яратып уҡыйым. Хәйҙәр Тапаҡовтың фәһемле яҙмаларын көтөп алам. Йыл дауамында матур ғаиләләр тураһында мәҡәләләр донъя күрҙе. Киләсәктә бынамын итеп донъя көткән яңғыҙ әсәйҙәр һәм атай-ҙар тураһында күберәк яҙһағыҙ ине. Матур эстәлекле хикәйәләр сыҡһын ине. Алдағы эшегеҙҙә уңыштар, гәзит уҡыусыларҙың артыуын теләйем. Тағы ла бер теләгемде еткерәм: кешеләр бүләк өсөн түгел, ә көтөп алып уҡыр өсөн яҙылһын ине.
Римма Йосопова.
Йылайыр районы Суртан-Үҙәк ауылы.
* * *
«Атайсал» гәзитенә бик теләп яҙылам. Мөхәррир һүҙен яратып уҡыйым. Хикәйәләр бите оҡшай. Бигерәк тә Миләүшә Ҡаһарманованың яҙмаларын көтөп алам. Гәзит биттәре аша күрше райондарҙың хәлен белеп, тойоп торабыҙ. Кешегә рухи аҙыҡ та кәрәк тигәндәй, гәзит-журналдарҙы алдырырға тырышам. Редакция хеҙмәткәрҙәренә, хәбәрселәргә уңыштар, ижади үрҙәр теләп ҡалам.
Рәйсә Латыпова, пенсионер.
Төйәләҫ ҡасабаһы.
* * *
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Атайсал»дар!
Һеҙгә Йылайыр районы Матрай ауылынан Дилмөхәмәтова Миңлебикә Фәтхулла ҡыҙы хат яҙа. Гәзитегеҙ бик оҡшай, фәһемле нәмәләр яҙыла. Яратып уҡыйбыҙ һәм алдырабыҙ. Һеҙгә эшегеҙҙә бик ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Беҙҙе һәр саҡ ҡыуандырып тороғоҙ. «Гәзиткә яҙыл да—бүләк от!» тигән уйынға ҡушылырға булдыҡ һәм квитанция күсермәһен ебәрҙек. Бәлки берәй бүләк оторбоҙ тип ышанабыҙ.
* * *
«Атайсал»ды йыл да алдырам. Мәктәптә рус класында уҡығанлыҡтан, башҡорт телен насарыраҡ беләм. Әммә телде ныҡлап өйрәнеү маҡсатында гәзиттәге мәҡәләләрҙе тәфсирләп, ҡысҡырып уҡырға яратам. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Абдрахман ағай Fәлләмов—күренекле тел белгесе, «Әлифба» китабының авторы. Шуға күрә мин үҙ телемде белергә бурыслымын, тип һанайым. «Атайсал» гәзите аша телебеҙҙең байлығын тоям. Оло йәштә булһам да башҡорт телен өйрәнеүҙән туҡтамайым һәм шунан ҙур кинәнес алам. Киләсәктә лә һеҙҙең менән бергә булырға яҙһын.
Хәжирә Fәлимйән ҡыҙы Әбдрәхимова, 73 йәш.
Сибай ҡалаһы.
* * *
Мин Байегетова Әминә. Иҫке Сибай ауылында йәшәйем. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, «Атайсал» гәзитен йыл да алдырып уҡыйым, гәзитегеҙ оҡшай. Хөрмәтле мөхәррирҙе һәм барлыҡ редакция хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым һәм эштәрендә уңыштар теләйем.
* * *
Мин һеҙҙең даими гәзит уҡыусығыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем. 2019 йылға «Атайсал» ға яҙылдым һәм квитанция күсермәһен һеҙгә ебәрәм. Киләһе йылда барыбыҙға ла тик яҡшылыҡтар ғына юлдаш булһын.
Мәстүрә Ултраҡова.
Хәйбулла районы Подольск ауылы.
Читайте нас: