Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ноябрь 2017, 12:13

БӘХЕТҺЕҘҘӘР ҺАНЫН АРТТЫРМАЙЫҠ!

Һуңғы арала туған тел тирәһендә «тауыштар» күбәйеп китте. Баш ҡалабыҙҙа, райондарҙа митингыға ла сыҡтылар. Әммә һүҙем был хаҡта түгел, ә үҙ теленә битараф булыусылар тураһында.

Һуңғы арала туған тел тирәһендә «тауыштар» күбәйеп китте. Баш ҡалабыҙҙа, райондарҙа митингыға ла сыҡтылар. Әммә һүҙем был хаҡта түгел, ә үҙ теленә битараф булыусылар тураһында.
Әлбиттә, шәхсән үҙем дәүләт теле булараҡ республикабыҙҙа башҡорт теленең өйрәтелеүе яҡлымын. Әммә ғариза алыу күрһәтте: беҙҙең милләттәштәр араһында вайымһыҙҙар, рухһыҙҙар бихисап. Хәйер, уға тиклем дә үҙ теленә хөрмәт менән ҡарамаған маңҡорттар күплеген белә инек инде. Урамда китеп барғанда ла шаһит булабыҙ: башҡорт балаһы менән русса аралаша, башҡорттар ғына йыйылған йыйын урыҫ телендә үткәрелә, 1-2 йыл ситтә йөрөп ҡайтҡан йәштәр «крутой» телдә һупалай һәм башҡа... Быны аңһыҙлыҡ тип атарғамы, әллә рухи ярлылыҡмы? Белмәйем, һәр кемдең быға үҙ яуабы.
Туған телгә күп нәмә бәйле. Мәҫәлән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, матбуғат, телевидение. Әсә телен үҙ итмәүселәр күбәйә икән, тимәк милли мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, матбуғатҡа, телевидениеға ла һорау кәмей.
Ул шулай уҡ тәү ҡарамаҡҡа күҙгә салынмаған нәмәләргә лә бәйләнгән. Мәҫәлән, суицид, эскелек. Ни өсөн тиеүселәргә, «Атайсал» гәзитенең 2017 йылда сыҡҡан 11-се һанына иғтибар итергә саҡырыр инем. Редакция үткәргән «түңәрәк өҫтәл» артында Сибай институтының философия фәндәре кандидаты Дамир Сәйғәфәр улы Ҡаһарманов яуап биргәйне. «Кешеләрҙең туған телендә һөйләшеүе уның психологияһына ыңғай йоғонто яһай. Үҙ телеңдә һүҙҙәр әйткәндә телдең тирбәлеүе мейегә яҡшы тәьҫир итә. Наркомания, эскелек, баланан баш тартыу кеүек күренештәр ҙә туған телгә «йоҙаҡ» һалғандан барлыҡҡа килә»,—тигәйне ул. Тимәк, уйланырға урын бар.
Ошо урында матбуғат һәм әҙәбиәткә әйләнеп ҡайтып, бала саҡ хәтирәләрем менән уртаҡлашҡым килә. Әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы почтальонка булды. Тәүҙә колхозда төрлө эштәрҙә эшләһә, мин тыуып, 40 көн үткәс тә ул ошо гәзит ташыу эшенә урынлашҡан. Шуға ла иҫ кергән мәлдән өйөбөҙҙә гәзит-журналдар күп булыуын хәтерләйем. Ауыл халҡы күпләп матбуғат баҫмаһы алдырҙы. Бөтә гәзит-журналдар беҙҙең өй аша үтеүенә ҡарамаҫтан, үҙебеҙ ҙә яҙылдыҡ. Һирәгерәк килгәндәрен (улар рус телендәге «Здоровье», «Мурзилка», «Крестьянка») әсәйгә әйтеп, икенсе юлы таратырһың, бер генә көнгә ҡалһын инде тип алып ҡала инек. «Ағиҙел» журналы эсендәге «Бәпембә»не көтөп алабыҙ, аҙаҡ ул «Аҡбуҙат» булып китте... «Шоңҡар»ҙы ла яраттыҡ, ул әлеге кеүек булманы, йәтеш һәм ҡалыныраҡ ине.
Ауылда йорт аша тигәндәй һәр төрлө журнал алдырҙылар. Гәзит килмәгән бер генә өй ҙә булманы. Әсәйҙең махсус почта сумкаһына барыһы ла һыйып та бөтмәй ине. Икегә бүлеп, әсәй бер рәттән, атай йә апайҙар икенсе рәттән таратып китә. Ҡышын бәләкәй санаға һалып та һөйрәйҙәр. Үҙебеҙҙең йорт янындағы 10-лаған өй минең ҡарамаҡта булды. Ҙурайғас тотош ауылға тарата башланым. Әммә мин үҫеүгә гәзит алдырыусылар ҡырҡа кәмене. «Ватандаш», «Ағиҙел» һымаҡтары бөтөнләй күренмәне. Ә хәҙерге көндә хәлдәр тағы ла аяныслыраҡ. Сөнки ауылда бөтөнләй матбуғат баҫмаһы алдырмаусылар бар...Аңлайым, ауылдарҙа, ғөмүмән ябай ғаиләләрҙә аҡсаһыҙлыҡ хөкөм һөрә. «Шоңҡар» журналы хәбәрсеһе Гөлсинә Байғужина күптән түгел былай тип яҙғайны: «Көн һайын йәшәү өсөн көрәшеп йөрөгән кеше рухи үҫеш тураһында уйлай алмай. Мәҫәлән, айына ун мең ал да, бөтә түләүҙәреңде яп. Ҡыҙыҡмы? Ә рухи яҡтан үҫешмәгән кеше—иң бәхетһеҙе». Мин Гөлсинә менән тулыһынса килешәм.
Бала сағыма әйләнеп тағы шуны әйтер инем: өйөбөҙҙөң бер бүлмәһендә иҙәндән түбәгәсә тиерлек һуҙылған китап кәштәһе булды. Хәйер, ул әле лә бар, әле лә яңы китаптар менән тулылана. Мин шул кәштә янында уйнарға яраттым. Тәүҙә һәр бер китапты һөйрәп сығарып, һүрәттәрен генә ҡарай инем. Хатта бер мәл үҙемдән 3 йәшкә кесе ҡустым менән Мостай Кәримдең «Заманалар» китабы өсөн һуғышып киттек. Тартышып, туғанымдың ҡулын сығарып, әрләнгәнемде лә яҡшы хәтерләйем. Үҫә килә кәштәләге китаптарҙы берәмһәрәм уҡый башланым. 5-се класта уҡығанда (4-се класс булманы), тимәк 10 йәштәр самаһында, бер нисә көн тормаҫтан З.Биишеваның романдарын йотлоғоп уҡыным, уның геройҙары менән «йәшәнем», Емеште йәлләнем...Ә хәҙер үҙ телендә роман түгел, гәзиттә сыҡҡан бәләкәй генә һүрәтләмәне лә уҡымаған балаларҙы йәлләйем. Кем ғәйепле? Заманмы? Юҡ. Үҙҙәре лә гәзит-журнал уҡымаған, балаларында ла матбуғатҡа, әҙәбиәткә һөйөү уятмаған ата-әсәлер, моғайын.
Китап уҡымаған баланың фекерләүе лә түбән, рухи үҫеше лә күҙәтелмәй. Көнө-төнө интернетта ултырған йә иһә телевизорҙан юҡ-бар шоу ҡараған баланан нимә өмөт итергә? Әле үҙемдең ҡалала үҫкән тиңдәш туғаныма ҡарайым да аптырайым. Ата-әсәһе бар көсөн һалып, аҡса табып баш ҡалаға уҡырға ебәргәйне. Уҡыманы, һыра һемереп, төнгө клубтарҙан ҡайтманы. Аҙаҡ уҡыуын ташлап ҡайтып китте, унда-бында киоскыла эшләп маташты. Нисә килһәң дә «Дом-2» ҡарай ине. Аҙаҡ кейәүгә сыҡты, балаларына сит милләт исемдәрен бирҙе, башҡортсаға өйрәтмәне. Ҡыҙҙарының ғаилә ҡороп та, һаман кафе-барҙан сыҡмағанына әсәһе көйә, ә ейәндәре «баба» тип өндәшһә шул тиклем шатлана инде. «Баба» урынына өләсәй, ҡартәсәй тип тә әйттереп булмаймы икән ни? Аллам һаҡлаһын, олоғайғас «баба» булып ултырырға ғына яҙмаһын тип теләйем үҙемә. Сөнки замана балалары йәнһүрәт ҡарап, тиҫтерҙәре менән уйнап ҡына руслаша ла ҡуя. Fаиләлә тик башҡортса аралашабыҙ. Ҡыҙымды балалар баҡсаһына башҡорт төркөмөнә бирҙем, әммә тәүге көндә үк русса һүҙ отоп ҡайтты. Ни өсөн тигәндә уның янындағы балалар өйҙә русса аралаша. Һөҙөмтәлә, тәрбиәсе уларға ике телдә аңлатырға мәжбүр.
Эйе, кескәйҙәр тел, милләт мәсьәләһен айырмай ҙа, аңламай ҙа. Шуға ла әсә телен белеүҙең мөһимлеген аңлаған беҙ, ололар, уны өйрәтеүгә көс һалырға, үҙебеҙ өлгө булырға тейешбеҙ. Милли матбуғат баҫмаларына яҙылайыҡ, китаптар һатып алайыҡ, театрҙарға йөрөйөк. Ҡәләмдәшем Гөлсинә Байғужина әйтмешләй, рухи яҡтан үҫмәгәндәр—иң бәхетһеҙе. Улар һанын арттырмайыҡ!
Н.Илешева.
Читайте нас: