Эйе, беҙ Баймаҡ районының Таулыҡай, Сыңғыҙ ауылы тарафтарына мәҡәлә геройҙары эҙләп кенә түгел, ә гәзитебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолоп, нисек тә уның тиражын арттырыу маҡсатында «Яҙылыусылар көнө» уҙғарыу ниәте менән барҙыҡ. Иң беренсе Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе F.Б.Сәлимовҡа мөрәжәғәт иттек. Fәлим Булат улы бер нисә йылдар дауамында килгән хеҙмәттәшлекте өҙмәҫкә һүҙ биреп, хужалыҡ эшселәренә «Атайсал»ды яҙҙырып та ҡуйҙы. Етәксегә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Артабан Сыңғыҙ ауылы клубына юл тоттоҡ. Бында «Йәнтөйәк» ансамбленең «эше» ҡыҙған мәл ине. Береһенән-береһе дәртле ағинәйҙәрҙе туплаған йырлы-моңло берекмә Темәс ауылында үтәсәк «Таҡмаҡ бәйгеһе-2016» республика фестиваленә әҙерләнә. Уларҙың сығышын ҡарарға һәм баһаларға Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Г.Х.Йыһаншина килгән. Гөлназ Хәлиҙәр ҡыҙы «йәнтөйәк»тәрҙең номерын уңышлы тип тапты һәм республика турына ныҡлап әҙерләнергә ҡушты. Яҡшы баһа алған инәйҙәр ҡунаҡтарын оҙатҡандан һуң, күрше Таулыҡай ауылында үтәсәк сараға әҙерләнә башланы. Улар балалар алдында «Өләсәйем һандығы» күренешен сәхнәләштерергә, йәш быуынға өгөт-нәсихәттәрен, теләктәрен еткерергә йыйына икән. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә лә иғтибар бүлергә мөмкинлек таптылар.
— Бәхетле кешенең ҡунағы бер көндә,—тип йылмайышты ағинәйҙәр.—Тәгәрмәстә әйләнгән тейен кеүек йүгерәбеҙ. Пенсияны ла бөгөн бирҙеләр. Әле аҡсабыҙҙы алдыҡ та, унда-бында бүлеп һалдыҡ. Түләүҙәребеҙ ҙә күп, кредиттар ҙа бар. Шулай ҙа зарланып ултырмайбыҙ, гәзит-журналға яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. «Атайсал»ды ла алдырырға тип һөйләшкәнбеҙ.
Йөҙҙәренән нур балҡыған, йор һүҙле, ихлас, тәрән аҡыллы, шул уҡ ваҡытта сама менән шаян да була белгән 12 ағинәй дәррәү генә гәзитебеҙгә яҙылды. 2017 йыл башында 10 йыллығын билдәләйәсәк «Йәнтөйәк» ансамблендә шөғөлләнеүселәрҙең һәммәһе лә йылы һүҙгә, оло ихтирамға лайыҡ. Кемеһелер күмәк бала тәрбиәләп, һәр береһенә юғары белем биргән, кемеһелер йәшләй генә тормош юлдашын юғалтҡан, әммә бирешмәгән, берәүҙәре бала ҡайғылары кисергән, ләкин бөгөлмәгән. Яҙмыш еле ҡайһы яҡтан ғына алып килеп һуҡһа ла, һынмай, йығылмай алға атлаусы ҡатындар хаҡлы ялға сыҡҡансы һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләгән, йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан. Ағинәй дәрәжәһенә еткәндә лә тормош хәстәре ташламай уларҙы. Ләкин нисек кенә булмаһын, инәйҙәр һәр көндән һөйөнөс табырға, үҙ-ара осрашыуҙан көс-дарман алырға күнеккән. Шулай әүҙем, дәртле булғанға уңыштары ла байтаҡ. Район конкурстарынан һис ҡалғандары юҡ. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сарала Гран-при яулағандар. Шәжәрәгә арналған таҡмаҡтар ярышында—өсөнсө, Рәсәй киноһы йылына бағышланған конкурста икенсе урын алғандар. Теҙә китһәң, ҡаҙаныштары байтаҡ ҡына. Киләсәктә лә эштәренең уң барыуын, һау-сәләмәт булыуҙарын теләп «йәнтөйәк»тәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Тәжрибәле директор Рауил Әхмәҙей улы Салихов етәкләгән Таулыҡай мәктәбе коллективында үҙ эшен яратҡан, бала йәнле педагогтар тупланған. Улар ата-әсәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Шуғалыр ҙа уҡыусылары әленән-әле еңеүҙәр яулай, уҡыуҙа ла, спортта ла, ижади йүнәлештә лә һынатмай. Данлыҡлы ауылдаштарына лайыҡлы алмаш үҫә бында.
Тотош коллектив менән «Атайсал» гәзитенә яҙылыусы Таулыҡай мәктәбе коллективына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт беҙҙең менән ҡалығыҙ.
Һүрәттә: Сыңғыҙ ауылының «Йәнтөйәк» ансамбле ағинәйҙәре һәм гармунсы, оҫта бейеүсе Әнүәр Солтангилдин.