Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2016, 22:43

Йәнә һоҡландырҙың, Иҫәнбәт!

Аҙна һайын тигәндәй гәзитебеҙ редакцияһы хеҙмәткәрҙәре төрлө ауылдарға барып Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәрә. Сираттағы осрашыу Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында ойошторолдо. Был төбәктә «Атайсал»дың дуҫтары бик күп, ауылдары менән беҙҙең баҫмабыҙҙы алдыралар тиһәк тә хата булмаҫ.

Иҫәнбәт, Басай ауылдары тарафына беҙҙең менән «Атайсал»дың тоғро дуҫы, мәғариф ветераны Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназарова ла юлланды. Күсейҙә тыуып, шунда буй еткереүсе юлдашыбыҙ был яҡтарҙы яҡшы белә. Юлда барғанда ул беҙгә Иҫәнбәт ауылының тарихы, унда йәшәүсе халыҡтың берҙәмлеге, бөтмөрлөгө хаҡында ғорурланып бәйән итте.

Беҙҙе ауылда һый-ниғмәттәрен әҙерләп клуб мөдире Нәсимә Азамат ҡыҙы Исрафилова ҡаршы алды. Уның менән танышып, әңгәмәләшеп алғандан һуң, социаль комплексҡа юл тоттоҡ. Комплекс тигәнебеҙ мәктәпте, клубты һәм фельдшер-акушер пунктын берләштергән. Бында инеү менән сараны ойоштороусы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәитованың тырышлығы күҙгә салынды. Стенаға ҙур итеп «Атайсал»ға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!» тигән лозунг эленгән. Был һүҙҙәр йөрәккә май булып ятты. Тимәк улар беҙҙе белә, ярата, уҡый.

Халыҡ йыйылғанға тиклем мәктәп уҡыусылары менән таныштыҡ. Балаларҙың алсаҡлығы, зирәклеге хайран итте. Килеп инеү менән беҙҙе һырып алып: «Атайсал»ды беләбеҙ, «Атай-әсәйҙәребеҙ был гәзитте алдыра», «Ә һеҙ кем?» «Һеҙ журналисмы?» «Эшегеҙ нисек? Ауырмы?», «Журналист булыр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәк?» тигән һорауҙарҙы бер-бер артлы яуҙырҙылар ғына. Рәхәтләнеп аралаштыҡ улар менән.

Иҫәнбәт ауылының башланғыс мәктәбендә ни бары 15 бала уҡый. Уларҙы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәитова белем тауҙарына әйҙәй. Ә Бүләкәнова Светлана Хажиәхмәт ҡыҙы тәмле аштар менән һыйлай һәм тәртип, таҙалыҡ өсөн яуап бирә.

Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһы ла бар бында. Элекке мәктәп бинаһында «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө эшләп килә. Тәрбиәселәре—Фәимә Мәжит ҡыҙы Туҡтамышева. Бында ике йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге ун бала йөрөй. Уларҙың һәр береһе менән йәштәренә ҡарап тәрбиәүи эштәр алып барыла, төрлө саралар үткәрелеп тора. Балаларҙы тәрбиәләүҙә Динә Рахманғолованың да роле баһалап бөткөһөҙ. Ул бәләкәстәргә тәмле аштар бешереп кенә ҡалмай, уларҙы ҡарашырға ла өлгөрә.

Мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы гәзитебеҙгә киләһе йылға яҙылып бөтөүгә клубҡа халыҡ ағыла башланы. Беренселәрҙән булып, башҡаларға өлгө күрһәтеп, ауыл старостаһы Хәкимйән Сәлимйән улы Йыһангиров бер йылға «Атайсал»ға яҙылып та ҡуйҙы. Уға башҡа ауылдаштары ла ҡушылды.

Иҫәнбәт ауылының берҙәм халҡы беҙгә күстәнәс тә әҙерләп ҡуйған. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, йәштәрҙең—«Ҡарлуғас», ағинәйҙәрҙең «Һандуғас» ансамблдәре, ғөмүмән ауыл таланттары көсө менән ҙур байрам концерты ойошторолдо. Бәләкәс кенә ҡыҙҙарҙың сығышы, мәктәп балаларының йырҙары, Илбуловтар ғаиләһенең «Ҡул эштәре» бейеүе, Гөлзифа Исрафилованың үҙе ижад иткән шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Был көндө ағинәйҙәрҙең «Һандуғас» ансамбле «Коллектив менән «Атайсал»ға» акцияһына ҡушылды. Ансамбль бына инде 20 йылға яҡын эшләп килә. Унда ауылдың оло йәштәге иң әүҙем ун инәйе шөғөлләнә. Етәкселәре—Рәзифә Илбулова. Улар үҙҙәре таҡмаҡтар ижад итеп, ауылдың төрлө байрамдарын күркәм сығыштары менән йәмләй. Дәртле инәйҙәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмай, тирә яҡтарҙа ла танылыу яулаған. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында үткән «Яратам һине, тормош» конкурсында уңышлы сығыш яһағандар. Әйткәндәй, әлеге ансамблдең ағзаһы булған Гөлзифа Исрафилованың матур-матур шиғырҙары «Атайсал» гәзитендә донъя күргәне бар.

Осрашыу сараһы һуңында гәзиткә яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр уйнатылды. Ауыл старостаһы Хәкимйән Сәлимйән улы бөтөн ауыл халҡы исеменән оло рәхмәт еткерҙе. Шулай итеп, иҫәнбәттәр киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә булырға вәғәҙә бирҙе. Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен, бәйләнеш нығынһын тигән уй-ниәт менән ҡыуанып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.


Һүрәттә: иҫәнбәттәр гәзиткә әүҙем яҙылды.

Читайте нас: