

Баймаҡ районында конкурстың зона этаптары үтте. Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йорто Мерәҫ, Икенсе Этҡол, Таулыҡай, Буранбай, Сыңғыҙ, Түбә, Темәс, Ниғәмәт ауылдарының иң зирәк һәм аҡыллы, телһөйәр һәм рухлы һылыуҙарын йыйҙы.Ҡыҙҙар жюри ағзаларын ғына түгел, бөтә тамашасыларҙы үҙенсәлекле һәм ихлас таныштырыуҙары, башҡорт әҙәбиәте, тарихы һәм фольклорына бәйле һорауҙарға төплө яуаптары, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштереүе, милли биҙәктәр менән балҡыған стилләштерелгән кейемдәрҙәге дефиле менән әсир итте.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: 1-се урын Түбә ауылынан Азалия Үтәбаеваға, 2-се урын—Икенсе Этҡол ауылынан Инзилә Иҫәнғужинаға һәм 3-сө урын—Темәс ауылы һылыуы Раушания Теләүсинаға бирелде.
Бәйгелә ҡатнашыусы һәр ҡыҙ үҙенсәлекле һәм баһалап бөткөһөҙ гүзәлкәйҙәребеҙ төрлө маҡтаулы номинацияларҙа ла билдәләнде: «Нәзәкәтле һылыу» — Ниғәмәт һылыуы Сәлимә Хисаметдинова, «Ижади һылыу» — Сыңғыҙҙан Хазина Ҡарамырҙина, «Сәхнә оҫтаһы» — Мерәҫтән Вәсилә Кәримова, «Рухлы һылыу» — Буранбайҙан Ильзинә Үтәбаева, «Гүзәллек» — Таулыҡайҙан Миләүшә Мөхәмәтйәнова.
Әбделкәрим ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған зона ярышына Беренсе Этҡол, Әбделкәрим, Ҡаратал, Ишбирҙе, Ярат, Йомаш, Юлыҡ ауылдарынан йыйылған һылыуҡайҙар көс һынашты. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға Беренсе Этҡол ауылынан Гөлдәр Азаматова, 2-се урынға Яраттан Айһылыу Мырҙаҡаева лайыҡ булды. Башҡа һылыуҡайҙарҙың зирәклеге, инсафлығы һәм таланты төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Юлыҡ ауылы һылыуы Элина Миңлебаева “Наҙлыҡай”, Йомаштан Гүзәл Биктимирова “Гүзәллек” номинацияларында еңһә, Ишбирҙенән Линера Тулыбаеваның сығыш “Өмөт “ номинацияһында билдәләнде. Ҡараталдан Гөлназ Янбаеваның сағыу сығышы “Сая ҡыҙ” тип билдәләнде, ә Әбделкәримдән Рузилә Йәнсурина “Тамашасы һөйөүе” ндә еңде.
Төркмән ауылында Ишмөхәмәт, Кәрешкә, Иҫке Сибай, Төркмән, Күсей ауылдарынан йәмғеһе 6 башҡорт һылыуы ҡатнашты. Төбәк бәйгеһе йомғаҡтары буйынса 1-се урынды—Иҫке Сибай ауылы һылыуы Ангелина Тукушева, 2-се урынды—Күсейҙән Зөлхизә Абдуллина, 3-сө урынды Ишмөхәмәттән Гөллирә Ишмөхәмәтова яуланы. Шулай уҡ Наҙгөл Үлйәбаева (Ишмөхәмәт) — «Сая ҡыҙ», Нурания Ирназарова (Кәрешкә) — «Өмөт», Диниә Йәнғәлина (Төркмән) — «Нәфислек» номинацияларында еңеү яулап, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнделәр.