

—Сәләм, Нәфис! Кәйефтәр нисек?
—Күтәренке!
—Күптәр өсөн ят тойолған исемеңдең берәй тарихы бармы? Кем ҡушҡан шундай матур исемде?
—Тарихы юҡтыр, ата-әсәйем был хаҡта өндәшкәне булманы. Әммә Нәфис исемле ике ағайым бар, бәлки, шулар сәбәпсе булғандыр. Исемемде әйтһәм, ысынлап та, күптәр яңылыш ишеттек тиҙәрме икән, яңынан һорайҙар: Рәфисме, Фәнисме тип аптыратып бөтәләр.
—Нәфис исемле егет ҡайһы яҡтан? Үҙең менән яҡындан таныштырып китһәң ине.
—Киң далалы, аҡ ҡылғанлы Хәйбулла яғынан–Өфө (Уфимка) ауылынан. Бала саҡтан йыр-моң донъяһында үҫтем тиһәм дә була. Ҡартатайым Ғәйсәр Сәйетов бик оҫта баянсы, Шәрифьямал ҡартәсәйем һәр һүҙен кинәйәләп, әйтемдәр менән һөйләр ине. Атайым өҙҙөрөп гармунда уйнай. Бәләкәйҙән сәхнәгә йырлап сыҡтым. Ауылымдағы музыка мәктәбенең бер юлы бейеү һәм театр класында уҡыным, икеһен дә уңышлы тамамланым.
Ғаиләлә өс бала үҫтек. Мин—иң өлкәне, Рәсим исемле ҡустым, Гөлнара исемле һеңлем бар. Әйткәндәй, беҙ барыбыҙ ҙа бейеү класын тамамланыҡ, бергә йыйылышһаҡ, күмәкләшеп бе-йеп тә алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем Зәлифә Шәһәрғәзе ҡыҙы бик иртә вафат булды. Әле тыуған йортобоҙҙа атайым Зөһрә апай менән йәшәй, ҡасан ҡайтһаҡ та йорт ишеге асыҡ, бик йылы ҡаршы алып, күстәнәстәр тейәп, оҙатып ҡалалар.
—Тимәк, бәләкәйҙән сәнғәт юлын һайлағанһың, артист булыу хыялы ла мәктәп йылдарынан киләме?
—Һәр инештең башы була тигәндәй, сәхнәгә һөйөү тәрбиәләүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, класс етәксем Мәҙинә Ғүмәроваға һәм театр түңәрәге етәксеһе Фатима Трофимоваға ҙур рәхмәтлемен. Тап улар кескәй генә малайҙы күреп, балалар баҡсаһынан алып мәктәпте тамамлағанса бар яҡлап үҫтереп, төрлө конкурстарға алып йөрөттө, «һинең юлың сәнғәттә» тигән ышаныс һәм өмөт уятты. «Сулпылар» телевизион йыр бәйгеһендә ҡатнашып ҡайтҡас, үҙемдә ниндәйҙер ышаныс тойоп, сәхнәлә йырлағанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы шиғыр һөйләү буйынса ниндәй генә конкурстарға алып йөрөтмәне, барыһы ла өсөн дә ҙур рәхмәт уҡытыусыларыма.
Мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр һайлау тигән уй булманы, документтарымды Өфө сәнғәт академияһына тапшырҙым һәм барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, театр бүлегенә уҡырға индем. Театр сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған Таңсулпан Бабичева һәм Азат Нәҙерғолов уҡытҡан курсҡа эләктем. Студент саҡтарым тормошомдоң иң матур сағы булараҡ күңелдә ҡалған. Бер юлы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» телеканалында эшләнем. Ҡулыма диплом алғас, 2013 йылда әрме сафында хеҙмәт иттем. 2014 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Вәлит Илембәтов етәкләгән «Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» төркөмөндә алып барыусы булараҡ эш башланым. Эш хаҡы аҙ, ҡуртымға алынған фатирға түләһәң, йәшәргә лә ҡалмай тигәндәй. Әммә эшем оҡшай, төрлө райондарға гастролдәргә сығабыҙ, концерт ҡуябыҙ. Тыуған яғымдан саҡырыу булғас, тоттом да район мәҙәниәт йортона алып барыусы, режиссер булып эшкә ҡайттым. Ул ваҡыттағы Хәйбулла район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтоваға ҙур рәхмәтлемен, эшләү өсөн бар уңайлыҡтар булдырҙы. Тап ошонда үҙемдә ҡайтанан йырсы булараҡ астым, сәхнәлә йырлап та сыҡтым, алып барыусы ла булдым. Ең һыҙғанып эшләүемә өс йыл тигәндә, Сибай театрында эшләп йөрөгән курсташым Морат Амантаев театрға килергә саҡыра башланы. «Әйҙә, Нәфис, кил театрға. Һинең урының бында. Уҡытыусыларың һиңә ҙур өмөттәр бағланы, ә һин һаман унда алып барыусы булып йөрөйһөң»,—тигән һүҙҙәре сәм өҫтәнеме икән, әллә үҙемдең дә сәхнәлә уйнағы килдеме, аныҡ ҡына әйтә алмайым, тоттом да Сибай театрына килдем. Ул саҡтағы театрҙың директоры Дамир Ғәлимов мине шунда уҡ эшкә алды.
Бәхетле осраҡмы, әллә тап килеүме, әйтә алмайым, шул ваҡытта театрға уҡытыусым Азат Нәҙерғолов «Башмағым» спектаклен ҡуйырға килгән ине. Мине күрҙе лә Ғәлимйән ролен биреп тә ҡуйҙы. Шулай итеп, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында эшләп киттем.
—Т.Ғиззәттең «Башмағым» музыкаль комедияһындағы Ғәлимйән роле, ысынлап та, ижадыңа яңы баҫҡыс булды. Тамашасылар шунда уҡ яратып ҡабул итте. Бөгөн тамашасы һине йырсы булараҡ та яҡшы белә, бигерәк тә йырлы ролдәреңде көтөп ала. Киләсәктә йырсы булараҡ, үҙеңдең шәхси концертыңды ҡуйырға теләгең юҡмы?
—Бар, әлбиттә. Йырҙар яҙҙыртыу өсөн дә байтаҡ сығымдар кәрәк, барыһы ла шул аҡсаға барып төртөлә. Әммә хыялда ундай теләк бар икән, ул ҡасандыр тормошҡа ашасаҡ.
—Нәфис, бер кемгә лә сер түгел, әле Сибай театрында ир-ат артистар бик аҙ. Шуға күрә йөктөң иң ауырын тартырға һиңә тура килә. Был бер яҡтан, артист өсөн яҡшы, сөнки төрлө амплуалағы образдар тыуҙырырға мөмкинлектәр бирһә, икенсе яҡтан, характерлы образдар артисты бар яҡлап аса. Был тәңгәлдә үҙеңдең фекереңде лә ишетке килә.
—Әле минең сәхнәлә йөҙөп эшләр сағым. Шуға күрә ниндәй режиссер ниндәй генә роль бирһә лә ҡыуанып ҡабул итәм, яратып уйнайым. Һәр ролем минең өсөн мөһим, төп ролме, әллә бәләкәйме, барыһын да күңел аша үткәрәм, йөрәгем аша тыуа образдар.
—Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов тураһындағы Хәмит Ирғәлиндең «Ҡанатлы генерал» спектаклдәге йәш Таһир Күсимов образын сәхнәләштереү еңел булмағандыр?
—Халҡыбыҙҙың батыр улын тамашасыға еткерә алырмынмы тигән уй булды, әлбиттә. Таһир Күсимов тураһындағы барлыҡ әҙәбиәт, мәғлүмәттәр менән танышып сыҡтым, ролем өҫтөндә байтаҡ эшләргә тура килде. Халыҡ яратып ҡабул итте, артист өсөн иң мөһиме—тамашасының йылы ҡабул итеүе.
—Нәфис, артист өсөн барыһы ла еңел бирелмәйҙер. Яратып уйнаған йә иһә күңелең төшмәй генә уйнаған образдар, сәхнә күренештәре буламы?
—Ролдәргә килгәндә, барыһын да яратып уйнайым, ә бына ни өсөндөр сәхнәлә мөхәббәт күренешен уйнауы ауыр бирелә, яратмайым.
—Әлегә тиклем һөйгән йәреңде осратмауыңдан киләме икән? Әллә тәүге мөхәббәтең яуапһыҙ булдымы? Әйткәндәй, буласаҡ кәләшең дә сәнғәт өлкәһенән буласаҡмы?
—Әлләсе. Тәүге мөхәббәтемде балалар баҡсаһында осратҡан инем. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай тиҙәрме әле, буласаҡ тормош иптәшемде сәнғәт өлкәһенән һайламаясаҡмын. Ниндәй генә өлкәлә эшләһә лә, мотлаҡ мәҙәниәттә эшләгән түгел. Кем белә, бәлки, тиҙҙән кәләш тә алырмын әле.
—Амин! Шулай булһын!
—Буш ваҡыттарында нимәләр менән шөғөлләнәһең? Ялды ҡайҙа үткәрергә яратаһың?
—Саҡ ҡына ваҡытым булһа, ауылыма ашҡынып ҡайтам. Ҡартатайымдың—баянына, атайымдың гармун моңона ҡушылып йырларға яратам. Йорт янындағы хужалыҡ эштәрендә булышам, тәбиғәткә сығырға тырышам. Сибай медицина колледжында массаж яһау буйынса өҫтәмә белем алдым, яңы шөғөл үҙләштереп ятҡан саҡ.
—Яңыраҡ ҡына өр-яңы премьераны сәхнәгә сығарҙығыҙ. Бында Нәфис Сәйетов Заһир ҡарт ролен башҡара. Оло кеше образын уйнау ҡыйын булманымы?
—Ауырыраҡ булды. Сөнки ҡарт образын уйнау өсөн сәсеңде аҡҡа буяп, грим һалыу ғына аҙ, күңелеңде лә, йөрөүеңде лә, уй-кисерештәреңде лә ҡарттарса тойор кәрәк. Шулай ҙа образ шәп, оҡшаны, тамашасылар йылы ҡабул итте.
—Күп артистар араһында «режиссерҙарҙан уңманым» тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә. Уңдыңмы, туңдыңмы режиссерҙарҙан?
—Башҡортостандың халыҡ ша-ғиры Мостай Кәримгә эйәреп, бер аҙ үҙгәртеп әйткәндә, уңдым мин режиссерҙарҙан, ә улар минән уң-дымы икән?
Алдан әйтеп үтеүемсә, театрға аяҡ баҫҡас та күренекле сәнғәт әһеле, талантлы режиссер, уҡытыусы Азат Нәҙерғоловҡа эләктем. Артабан Дамир Ғәлимов, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Рөстәм Хәкимов ҡуйған спектаклдәрҙә уйнаным. Һуңғы ваҡытта Динис Нурғәлин иҫ киткес матур спектаклдәр сығара.
—Ниндәй пландарың бар?
—Яратҡан театрҙа тағы ла бик күп сағыу образдар тыуҙырырға, үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға, йырларға һәм ижад итергә!
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижади үрҙәр,
яңы ролдәр, тамашасылар һөйөүе теләйбеҙ!
Кәримә Усманова әңгәмәләште.