АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
16 Сентября , 11:00

Халыҡсан йырҙары ҡалды

Йәмле сентябрь айында үҙе иҫән булһа туғаныбыҙ Рәфҡәт Мөхәммәт улы Шәрипов 70 йәшлек юбилейын үткәрер ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, бынан 6 йыл элек ул баҡыйлыҡҡа күсте. Рәфҡәт ҡустым менән икәүләшеп алыҫта ҡалған 1968 йылда яҡшы белем алабыҙ, тип тыуған ауылыбыҙ Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Өфөгә юлландыҡ. Мин 1-се интернат-мәктәпкә--8-се, ул музыкаль интернат-мәктәпкә 5-се класҡа уҡырға барҙыҡ. Бөгөнгөләй хәтерләйем, Йылайыр ауылы осонда йөк машинаһына ултырып китеп, ул көндө Ейәнсурала йоҡланыҡ. Беҙҙе баш ҡалала баянсыға уҡып йөрөгән Рәфҡәттең бер туған ағаһы Мөхәммәтғәле ағай эйәртеп алған. Мәләүездә поезға ултырып, иртә менән Өфөгә барып төштөк. Яҙыусы әйтмешләй, вокзал тупһаһынан өҫкә--белем алыуға Өфөнөң Ленин урамына үрләнек.

Халыҡсан йырҙары ҡалдыХалыҡсан йырҙары ҡалды
Халыҡсан йырҙары ҡалды

 

 

Ҙур ҡалаға ыҙалыҡ менән булһа ла өйрәнеп киттек. Рәфҡәт ҡустым бәләкәс булғас, йыш ҡына уның янына барып йөрөргә тура килде. Ҡайһы берҙә үҙебеҙҙең ятаҡҡа алып ҡайтып йоҡлата торғайным. Тәрбиәселәр бер ҙә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Мәктәптән һуң армияла хеҙмәт итеп, юғары уҡыу йорттарында уҡыныҡ. Мин--авиация, ул сәнғәт институтын тамамланы. Бер йылда өйләнештек. Улар Өфөлә торҙо, беҙ 10 йыл Саха республикаһында йәшәнек. Артабан Сибайға күсеп ҡайтҡас, ғүмер юлдарыбыҙ яңынан киҫеште. Ғаиләләребеҙ менән ҡатышып йәшәнек.

Рәфҡәт Шәрипов--танылған башҡорт үҙешмәкәр композиторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Оҙаҡ йылдар Сибай институтында өлкән уҡытыусы булып эшләп, Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы мәктәптәре өсөн музыка уҡытыусылары әҙерләп сығарҙы.

Йыр-моң һөйөүселәр уны башҡорт эстрадаһында киң билдәлелек яулаған халыҡсан йырҙар авторы булараҡ белә. «Түңгәүер гимны»--композиторҙың иң билдәле әҫәрҙәренең береһе. Ул фронтовик шағир, яҡташыбыҙ Әмир Моратовтың һүҙҙәренә яҙылған һәм Түңгәүер ырыуы йыйындарында тантаналы рәүештә башҡарыла. Лирик йырҙар ижад итте. Уның халыҡ күңеленә үтеп ингән моңло көйҙәре күп. Сағыу миҫалдарҙың береһе--Мотал Рәмов һүҙҙәренә яҙылған «Мөхәббәтле үтһен ғүмерҙәр!» йыры.

Рәфҡәт Шәриповтың әҫәрҙәре башҡорт халыҡ музыкаһы традицияларына нигеҙләнгән, тәрән лиризм һәм милли моң менән һуғарылған. Уның йырҙары Башҡортостандың төрлө мәҙәни сараларында, концерттарҙа йыш яңғырай.

Рәфҡәт ҡусты төп эшенән тыш йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты.Ҡалала беренселәрҙән булып тынлы оркестр ойоштороп, Сибайҙың мәҙәни тормошона йәм өрҙө.

Тик ҡайғы көтмәгәндә килде: Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының лаборатория бүлеге мөдире, табип киленебеҙ Миңниса Бикбулат ҡыҙы Шәрипова ҡапыл ғына вафат булды. Хәләл ефетен юғалтыуҙы Рәфҡәт Мөхәммәт улы ныҡ ауыр кисерҙе, сәләмәтлеге торошо ныҡ ҡаҡшаны. Килендән 2 йылға ғына ҡалып, үҙе лә күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо.

Йәшәү ҡанундары ҡай саҡ аяуһыҙ булһа ла тормош дауам итә. Шәриповтарҙың ҡыҙҙары Динә, Әлиә, кейәүҙәре, туғандар, яҡындары ҡәҙерлеләребеҙҙе тик яҡшы яҡтан иҫкә алабыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә, ҡартатаһын, өләсәһен улар бер ваҡытта ла онотмаҫ. Мәрхүмдәребеҙҙең йәндәре йәннәттә булһын.

Хәкимйән Шәрипов.

фотолар Шәриповтарҙың шәхси архивынан

 

Халыҡсан йырҙары ҡалды
Халыҡсан йырҙары ҡалды
Халыҡсан йырҙары ҡалды
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас