+29 °С
Облачно


Быйыл ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡтар күп булды: 10 клуб яңы тауыш көсәйткестәр (колонки) менән байыны, ә 8 клуб, шул иҫәптән Байыш ауылы клубы ла, заманса микшер пульттарына эйә булды.
Яңы техника – ижади коллективтарыбыҙ өсөн ҙур мөмкинлек. Ул байрамдарыбыҙҙы тағы ла йәмлерәк итә, ауылдарыбыҙҙың киләсәгенә ышаныс өҫтәй. Ошо хәстәрлек һәм ярҙам өсөн ҙур рәхмәт! Ауыл клубтарыбыҙ һәр ваҡыт йылы, йәмле һәм моңло булһын!