Мәҙәниәт
27 Августа , 17:05

Заһирҙыҡы Ғәлиәме, Сәлимәме!

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры премьера тәҡдим итте.

Заһирҙыҡы Ғәлиәме, Сәлимәме!Заһирҙыҡы Ғәлиәме, Сәлимәме!
Заһирҙыҡы Ғәлиәме, Сәлимәме!

Оҙайлы йәйге ялдарҙан һуң, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры йәнә тамашасыларын йыйҙы. Бөгөн беҙҙе ысын мәғәнәһендә күңелле киске ял көтә ине.

 

Премьераның сюжеты ҡыҙыҡлы: Заһир ҡарт (актер Нәфис Сәйетов) ҡапыл ғына йәшлек хистәренә бирелә лә, Сәлимә әбейенән (Зифа Баязитова) рөхсәт һорап, йәш кенә Ғәлиәгә (Айгөл Ғөбәйҙуллина) өйләнергә ҡарар итә. Был «авантюра» нисек тамамланыр? Быныһын инде үҙегеҙ барып ҡарағыҙ! 😉

 

Режиссер Денис Нурғәлин ҡуйған был спектакль ҡабул итеүгә еңел. Рәхәтләнеп көлдөк, әммә көлөү менән бергә уйлы кешегә уйланырлыҡ урын да бар. Беҙ тормош юлынан йәнәшә атлаған кешебеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙме? Ваҡытлыса ғына уянған хистәр арҡаһында ысын бәхетебеҙҙе юғалтып ҡуймайыҡ, тигән фекерҙе бик матур еткерҙеләр.

 

Артистарҙың оҫталығына һүҙ юҡ! Оло быуын вәкилдәренең йәштәр менән бер рәттән заманса көйгә бейеп китеүҙәре - Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Нурзиә Әбдрәшитованың энергияһы хайран ҡалдырҙы.

 

Сибай театры коллективына--актерҙарға, режиссерға, рәссамға, композиторға, хореографҡа һәм башҡаларға ошо матур кис һәм ял өсөн ҙур рәхмәт!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас