

Йылға-балыҡҡа, тау-сейәгә,аҡлан-еләккә, урман йәнлеккә бай. Ә һауаһы сиртһәң зыңлап китерҙәй таҙа, һулап туймаҫлыҡ.Бына ошо тәбиғәт, ошо ер-һыу үҙ матурлығына үҙе һыя алмай, үҙенең бер балаһы аша гүзәллеген белгертергә теләмәнеме икән?
1936 йылдың 8 авгусында судья Хәйбулла һәм йорт хужабикәһе Рәхимә Бикбулатовтар ғаиләһендә бишенсе бала булып Фәрит атлы улдары донъяға килә. Тыуыуы ла үҙенсәлекле була уның. Өлкән апаһы Мәликә хәтерләүенсә, балаға ауырый башлаған әсә ҡыҙына өләсәһен саҡырырға ҡуша. Улар ихатаға ҡабаланып инеп тә өлгөрмәйҙәр, малай көр тауышы менән донъяға килеүен белдереп һөрән һалып та өлгәргән була. Фәрит тәү ҡарауҙан уҡ үҙенә йәлеп итерҙәй мөләйем аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, мыҡты кәүҙәле, таҙа бала булып үҫә.
Кешеләр үҫкән ер, эскән һыуға оҡшаш була, тиҙәр. Тирә-яҡҡа йыраусы тигән даны таралған Хәйбулла менән һандуғас тауышлы Рәхимәнең татыу ғаиләһендә Фәрит тә йыр-моңға сорналып үҫә.
Үткән быуаттың утыҙынсы йылдары аҙағында республикала уҙған йыр бәйгеһендә Хәйбулла беренсе урынға лайыҡ була. Шул уҡ йылдарҙа район һабантуйында үткән йыр бәйгеһендә Хәйбулла беренсе, ҡатыны Рәхимә--икенсе, 16 йәшлек ҡыҙҙары Мәликә өсөнсө урынды яулай. Ә бәләкәй Фәрит үҙенең ниндәй вазифа менән донъяға килгәнен ул ваҡытта белмәй әле. Ул үҙенең ғәмһеҙ сабый сағын ерҙә елеп, аҡланда аунап,һыуҙа йөҙөп, ҡаяға үрмәләп үткәргән була.
1940 йылдарҙа, ошо юлдарҙың авторы тыуғас, дүрт йәшлек Фәрит, ишле ғаиләләргә хас булғанса, «оло»лар иҫәбенә күсә, бәпес ҡарауҙа булыша.
1941 йыл. Бөтә Рәсәй халҡының ғына түгел, бөтә донъя кешеләренең яҙмышын кире яҡҡа борған ҡәһәрле һуғыш башланғас, тәүҙә атайыбыҙ, шунан уның өлкән улы--Шәһит ағайыбыҙ һуғышҡа китә. Итәк тулы бала менән яңғыҙ ҡалған әсәйем, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, фронт өсөн эшкә егелә. Бына шул ваҡытта биш йәшлек Фәрит өсөн ғәмһеҙ баласаҡ бөтә лә инде, сөнки ул өйҙә берҙән-бер «ир»кеше булып ҡала. Тормош Фәрит алдында үҙ һынауҙарына иҫәпте асып ебәрә.
Оло юлдан йыраҡта ятҡан Мәҡсүт ауылы халҡы ул йылдарҙы ауырыраҡ кисерҙе. Баҙар юҡ, район үҙәге 25-30 саҡырым алыҫлыҡта, ниндәй генә йомош төшһә лә йәйәү барып ҡайтыу ике-өс көнгә һуҙыла. Әсәйебеҙ йомош менән район үҙәгенә юл тота, шул ваҡыт эсендә бер ни һиҙмәй йоҡлап ятҡан дүрт балалы өй янып китә.Ҡыш өҫтөндә ваҡ балалары менән әсәй урамда ҡала. Колхоз етәкселәре ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышып, әсәйебеҙҙе һауынсы итеп күсерәләр, ферма өйөндә йәшәргә рөхсәт бирәләр. Әсәй санаға янғындан ҡалған ғына ҡаралтыларын тейәй ҙә ике ҙурыраҡ балаһы ярҙамында йөктө тартып текә тау аша фермаға йүнәлә. Биш-алты йәшлек «ир»кеше Фәриткә мине--кесе һеңлеһен бәләкәй санаға ултыртып тау аша алып барыу йөкмәтелә. Инде тау уртаһына еттем тигәндә сана хәлһеҙ бәләкәй ҡулдарҙан ысҡынып китә лә кире тау аҫтына шыуа башлай.Ағайым ҡәһәрле сана артынан тәгәрәй-тая кире шыуа, ебенән эләктереп алып, кире һөйрәй. Бәләкәс ирендәр тешләнгән, нурлы күҙҙәр йомолған, уларҙан эре-эре йәштәр тама. Сананы, бик оҙаҡ аҙапланһа ла, ул барыбер тау башына мендерә һәм, минең яныма хәлһеҙ йығылып, икәүләп ферма яғына, тау түбәненә шыуып төшәбеҙ. Шулай итеп, Фәрит ағайым яңы башланып торған тормошоноң тәүге һынауын ирҙәрсә үтә.
Әсәйебеҙ--үҙ заманына күрә уҡымышлы, берҙән-бер коммунист ҡатын, тырышып эшләй. Шуға ла уны партия бер нисә колхозға парторг итеп ҡуя. Көндө төнгә ялғап эшләргә мәжбүр әсәйебеҙгә беҙҙе балалар йортона тапшырырға тәҡдим итәләр. Ул ваҡыттағы «тәҡдимде»тыңламаһаң ни булырын хәҙер аңлауы бик ауыр, әлбиттә. Әсә тешен ҡыҫып ризалашырға мәжбүр була.
Был ваҡытта инде атайым һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, өлкән ағайыбыҙ яраланып госпиталдә ята, тигән хәбәрҙәрҙе алған булғандар.
Әбделкәрим ауылындағы балалар йорто байҙарҙан ҡалған бер нисә баракта урынлашҡан, ҡотһоҙ, һыуыҡ, төрлө яҡтан йыйылған балалар ас, ауырыу, йонсоу һәм шул тиклем күп ине. Насар шарттарҙа йәшәһәләр ҙә балалар бик тырышып уҡый ине, улар араһынан табиптар, уҡытыусылар, геологтар, хатта профессор ҙа сыҡты. Бына шул ваҡытта ярып сыға ла инде Фәриттең әрнегән йөрәген атайҙан ҡалған мираҫ--йыр.
Тауыштарым талғырланған
Йөрәгем башын һары алған...--тип йөрәктәрҙе өҙә малай. Етемлектән әрнегән йөрәктәрҙе йыуатырҙай моңға, һандуғас тауышына сихырланған кеүек, бала-саға йыйыла. Йыр инде Фәриттең бер ваҡытта ла айырылмаҫ дуҫына, серҙәшенә, күңел йыуанысына әүерелә.
Хәтеремдә, балалар йорто эргәһендәге Ҡабраҡай тауы башында Фәрит ағайым мине ҡыҫып ҡосаҡлаған да йырлай:
Ҡабраҡай тау башында
Ике ҡошсоҡ балаһы.
Береһе илай, береһе йырлай-
Кемдең ғәзиз балаһы...
Ә мин үкһеп илайым. Миңә әле алты ғына йәш, әсәйемдең йылы итәгендә наҙланып ҡурсаҡ уйнар сағым.
Аслыҡ--ауыр хәл, бигерәк тә балалар өсөн. Етмәһә, мин сирләшкә генә булдым.Хеҙмәткәрҙәр балаларҙы бик үк йәлләп тә тормай, ауырығандарҙы хәстәрләп ашатыусы ла юҡ. Фәрит ағайым үҙенә лә әҙ ризығынан һәр ваҡыт миңә өлөш ҡалдыра ине.
Иң ауыры--һағыныу ине. Һағыныу көсө беҙҙе тыуған яҡтан шул тиклем йыраҡта ятҡан балалар йортонан йәйәү ҡасып ҡайтырға ла мәжбүр итте. Нисек юл тапҡанбыҙҙыр, ләкин тәрбиәсе ҡыуып килеп еткәндә беҙ Мәҡсүткә яҡынлашҡан булғанбыҙ: мин ерҙә хәлһеҙләнеп ултырғанмын, ә ағайым илай икән...
Ул йылдар ҙа үтеп китте. Һуғыштан имен-һау ҡайтҡан ағайҙарыбыҙ--яугирҙәр эште үҙ өҫтәренә алғас, әсәйебеҙ беҙҙе балалар йортонда бер көн дә тотмай килеп алып ҡайтып китте.
Бына тағы ла Мәҡсүт ауылы. Беҙ ике бала йүгерешеп уйнайбыҙ. Әсә наҙы, тыуған тәбиғәт тиҙ генә теремекләндереп тә ебәргәндер. 12-13 йәштәге Фәрит ағайым инде үҙенең иҫ китерлек тауышы менән ауылдаштарыбыҙҙы хайран ҡалдыра ине. Әле ҡараһаң, Сәлим ҡаяһынан, икенсе ҡараһаң, иҫтәлекле ферма тауынан, һыу буйы ҡаяһынан ишетелә ине уның йыры. Һуғыш ғазабынан, ауырлыҡтан, етемлектән йонсоған ауылдаштарының күңелен шулай имләй ине моңло бала.
Үҫеп килгән улының көслө, моңло тауышҡа эйә булыуын аңлап, әсәйем уға атаһы һәм үҙе йырлаған боронғо халыҡ йырҙарын өйрәтә.
Өй эсе тып-тын. Миңә тышта уйнап торорға ҡушып, әсәйебеҙ ағайыма йыр өйрәтә башлай. Әсәйем йырлай, ағайым йотлоғоп тыңлай, аҙаҡ ҡабатлап йырлай. Әсәйем бик талапсан: йырҙың бөтә боролоштарын еренә еткереп ҡабатлағандан һуң ғына икенсе йырға күсә. Әсәй менән бала был ваҡытта икәүләп кенә моң донъяһын гиҙә...«Урал», «Иҫке Сибай», «Зәлифәкәй», «Ғилмияза»һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын һөйләй-көйләй өйрәтте уға әсәйем. Ҡайһы ваҡытта улар һүҙһеҙ генә икәү бергә булырға ла ярата ине.
Үҫеп, Арҡыры яланда ағаһына бесән сабыша башлағанда ла Фәрит ағайым үҙенә айырым аҡлан һайларға тырыша. Ял минуттарында салғыһына таяна ла ялан-ҡырҙарҙы яңғыратып йырлап ебәрә, тирә-яҡта бесән сабыусылар йәш үҫмерҙең ярайһы уҡ ирҙәрсә яңғырай башлаған моңон һағынып көтөп ала.
16-17 йәш менән барған Фәрит тәүге тапҡыр район һабантуйында йыр бәйгеһендә ҡатнашып халыҡты хайран ҡалдыра: кемдәрҙер илай, кемдәрҙер,«Афарин, улым!» тип һоҡланыуын белдерә.
Алыҫ Сахалинда әрме хеҙмәте юлын үткәндә илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән йыйылған төрлө милләт егеттәре, Фәриттең моңло тауышына һоҡланып, ял сәғәттәрендә уны, тик уны ғына тыңларға тырыша. Башҡорт, рус, украин йырҙарын йырлап, иптәштәренең күңелен йыуата ул.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, бер нисә йыл әсәйем янында, Юлдыбайҙа йәшәне, шунан йырһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән Фәрит ағайым махсус белем алыу өсөн сәнғәт училищеһына уҡырға инде. Республика телевидениеһы ойошторған дикторҙар конкурсында еңеп, диктор булыу бәхетенә иреште. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамланы һәм Башҡортостан телевидениеһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһының художество етәксеһе булып эшләй башланы. Ғүмеренең ике тиҫтәнән ашыу осорон ул телевидениеға бағышланы. Ләкин йырға һәр саҡ тоғро ҡалды.
Йыр ирек теләй, эштән ҡалған ваҡытты ғына түгел, бөтә ғүмерен үҙенә арнауҙы талап итә башлай. Фәрит Бикбулатов «Башҡортостан»тип аталған музыкаль төркөм ойоштора. Моңдашы, уңған егет Венер Мостафин менән Башҡортостандың, Рәсәйҙең, Татарстандың бөтә төбәктәрендә башҡорт моңо яңғыратып, кешеләрҙең йөрәгенә ял, күңелдәренә дәрт өләшеп йөрөй. Шул шөғөлгә тотонғас, Фәрит ағай ололанып, олпатланыбыраҡ тағы ла мөләйемерәк, күркәмерәк булып китте, үҙенә генә йәлеп итеп торған сифаттары ла асығыраҡ сифатҡа инде.
Тик тормоштоң үҙ ҡанундары, ҡайһы ваҡыт ул беҙ уйламағанса, көтмәгәнсә лә эшләп ҡуя шул. Фәрит ағайҙы тормош сираттағы һынау--ҡаты ауырыу менән һынаны. Ул операцияға ятырға мәжбүр булды. План буйынса 40-45 минут барырға тейеш булһа ла, операция барышында кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныслы ҡатмарлыҡтар килеп тыуыу сәбәпле, ул биш сәғәткә һуҙыла. Хирург Юрий Михайлович Акмалов был ауырлыҡтарҙы еңеп сыға һәм Фәрит ағайҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Ләкин йырсының операциянан һуңғы ғүмере етди тәрбиәгә бәйле булыуын да йәшермәй.
Ағайымдың һәр бер атыр таңы өсөн көрәш минең өсөн тулы мәғәнәһендә тылсымлы бетеүгә әйләнде. Аңына килеп, күҙен аса башлағас та беҙҙең: «Нимә кәрәк?»--тигән һорауыбыҙға ул, беҙҙе ғәжәпкә һалып:«Йырлағы килә, йырлағы!»--тип ҡара көйөп кипкән ирендәрен саҡ ҡыбырҙатып бышылдауы күңелемдән һис китәһе юҡ. Кешенең наркоздан ошолай уяныуын хирургтарҙың күргәне булдымы икән? Бына нимә ул ихтыяр көсө, йәшәүгә, йырлауға теләк.
Ул ваҡытта һәр көҙгө төн беҙ икәү өсөн көрәш, ә атҡан таң--бүләк булды. Аҙыраҡ ҡына хәл керһә, бышылдап ҡына йырларға ла маташты ағайым:
Ҡанаттарым булһа, осор инем,
Талғын елпеп тыуған яҡтарға.
Йырҙаш-моңдаштарынан, изге күңелле Венер Мостафиндан, дуҫтарҙан,«Баштрансгаз», Мәләүез ҡалаһының «Минераль ашламалар»акционерҙар йәмғиәте етәкселәренән ярҙам әйтеп бөтөргөһәҙ күп булды. Ғүмер буйы рәхмәт уҡыһа ла күрһәткән изгелектәрен ҡайтарып бөтә алмаҫ кеүек тойола уға.
Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Йәнә лә: «Ауырлыҡты һынамаҡҡа бирмәк»,--тиҙәр. Шулай итеп, Аллаһ ярҙамы менән Фәрит ағай был был һынауҙы ла лайыҡлы үтте.
Халыҡта, имеш, үлгән, тигән хәбәр таралып, «ерләп»тә ҡуйҙылар. Һөйөнөүселәрен белмәйем, әммә ысын күңелдән көйөнөүселәр күп булған.
Бер нисә ай аҙапланғандан һуң Фәрит ағай аяҡҡа баҫты. Биш ай тигәндә ул сәхнәгә, тамашасылары алдына ярһыу аҙымдары менән килеп тә сыҡты. Көслө, оҙайлы алҡыштар менән ҡаршы алды уның йырын, ижадын һөйөүселәр.
Моң ағылды. Яңы кисергән ауырлыҡтар тауышҡа тағы ла моңлораҡ зауыҡ өҫтәгән. Уның тауышын, үҙен һағынған тамашасыларҙың күбеһе илай. Алдағы рәттә ултырған бер апай: «Рәхмәт һиңә, Раббым, ошо тауышты беҙгә тағы ишетергә насип иттең, собханалла!»--тип уҡына-уҡына күҙ йәштәрен ҡоя. Сит-ят ҡатын уның йәшәгәне өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт уҡыуынан Фәрит ағайыбыҙҙың моңо бушҡа ағылмауын аңланым.
Ҡайғылыларҙың аһ-зарын таратҡансы илатып, мөхәббәт утында көйгәндәрҙең күңелдәрен йыуатып, шат кешеләргә бәхет өҫтәп, һуңғы һулышына ҡәҙәр йырланы ла йырланы ағайым.
Фәниә Нәҙерғолова.
(«Башҡортостан» гәзитенән алынды).
Баҫмаға яҡташы Фәрит Әхмәров әҙерләне.