

Инсценировка авторы--драматург Әнгизә Ишбулдина, спектаклде ҡуйыусы режиссер--Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, композитор--Рәмил Мәхийәнов, рәссамы--Азалия Раҡаева, хореограф--Динис Ширмаев. Премьера 16 сентябрҙә ҡуйыласаҡ.
Сентябрҙә кескәй тамашасыларҙы тағы бер ҡыҙыҡлы сюрприз көтә: июль-август айында коллектив башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса «Аҡъял батыр» спектакле өҫтөндә эш башлаясаҡ. Яңы әҫәрҙе режиссёр Рөстәм Хәкимов ҡуясаҡ.
Яңы постановка «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
«Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты--Рәсәй буйынса, айырыуса бәләкәй ҡалаларҙа, ауылдарҙа һәм район үҙәктәрендә урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеларының эшен яҡлаусы һәм үҫтереүсе күләмле программа. Уға ярашлы театрҙар, мәҙәниәт йорттары, китапханалар ижад өсөн яңы мөмкинлектәр ала, халыҡ ҡыҙыҡлы мәҙәни саралар ҡарап кинәнә.
— Театрға ярҙам итеү--ул балаларға һәм тотош бәләкәй Ватанға инвестиция. Һәр шундай проект халҡыбыҙҙың үҙенсәлеген һаҡларға һәм төбәктәге мәҙәни тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итә,--ти Сибай концерт-театр берекмәһенең директор вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин.-Ни өсөн тап «Аҡъял батыр»мы?
Сөнки, башҡорт халыҡ әкиәте мажараларға, ҡаһарман, ҡыйыу геройҙарға һәм сағыу образдарға бик бай. Ул дуҫ, намыҫлы булырға, бер-береңә ярҙам итергә өйрәтә. Был спектаклдең халыҡ мираҫын тергеҙеүгә һәм популярлаштырыуға мөһим өлөш индерәсәгенә ышанам.
Директорҙың һүҙҙәрен режиссёр-ҡуйыусы Рөстәм Хәкимов та хупланы:
—Башҡорт халыҡ әкиәте--ул ябай ғына тарих түгел. Унда ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы, йолалар байлығы һәм балаларға кәрәкле рухи йүнәлеш ярылып ята. Спектакль балалар, ата-әсәләр, педагогтар өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәниәте йәшәһен һәм яңы быуынды изге эштәргә илһамландырыр өсөн тырышабыҙ.
«Сулпан» театрының художество етәксеһе Урал Зәйнуллин да спектаклгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе:
— «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты арҡаһында театрыбыҙ алдынғы режиссёрҙар һәм профессиональ ҡуйыу төркөмө менән хеҙмәттәшлек итеү, сәхнәлә иң ҡыйыу ижади ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген ала. «Аҡъял батыр» әкиәтен сәхнәләштереү, һис шикһеҙ, театрыбыҙға яңы үҫешкә күтәрелергә этәргес көс бирер, тамашасыларҙа илһам һәм тамырҙары менән ғорурланыу тойғоһо уятыр.
Гөлдәр Ҡадаева.