

—Мәскәү, Санкт-Петербург, Прага, Женева тамашасылары йөрәген яулағанһың. Оло сәхнәләр, ҡайнар алҡыштар, мәртәбәле конкурстарҙа еңеү... Ә хәҙер—Башҡортостанға «Ҡайтам» туры. «Ҡайтам» был һүҙ һинең өсөн нимәне аңлата?
—Ата-әсәйемдең тыуған ере—минең дә атайсалым. Ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаһам да, үҙ халҡым өсөн йырлау минең өсөн иң яуап-лы һәм тулҡынландырғас илаһи мәл. Ҡайтыу, тимәк, тамырҙарыңды хәтерләү, тәүге аҙымдарыңды онотмау, атай-әсәй тыуған тупраҡтан көс алыу. Ижадымды гел ҡеүәтләп торған, йырҙарымды яратып тыңлаған, социаль селтәрҙәрҙә йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән яҡташтарыма ошо концерттар аша рәхмәт әйткем килде. Шуға ла концертҡа инеү бушлай. 4 июлдә—Сибайҙа, 5июлдә—Баймаҡта, 6 июлдә Аҡъярҙа барыһын да көтәм!
Концертта халыҡ яратҡан билдәле йырҙар ҙа, яңы композициялар ҙа яңғыраясаҡ. Ҡурай, гитара, барабандар, саксофон оҙатыуында йырлаясаҡмын. Билдәле ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингән халыҡ көйҙәрен башҡарасаҡ. Концертта тик күңел түренән сыҡҡан йырҙар ғына яңғыраясаҡ.
—Беҙҙең тарафтарға юл йыш төшәме?
—Сибайға беренсе тапҡыр 12 йәшемдә ата-әсәйем, ҡустым менән барғайныҡ. Майҙандағы сәхнәлә, ҙур концертта сығыш яһаным. Кеше күп ине, сығышымды шул тиклем алҡышлап ҡаршы алғайнылар.
Һәйкәлдәре иҫтә ҡалған. 1812 йылғы һуғыш яугиренә ныҡ матур һәйкәл янына барғайныҡ. Әсәгә арналған һәйкәл дә оҡшаны. Музейҙа булдыҡ, кейемдәрҙе тотоп, хатта кейеп ҡарарға рөхсәт иткәйнеләр. Урал ҡустым менән рәхәтләнеп йөрөнөк. Сибайҙың бөхтә, гөл-сәскәгә күмелгән, шул тиклем матур һәйкәлдәре, музейҙары булыуына ғәжәпләнгәйнем.
Ғаилә менән ҡышын Ирәндек итәгенә барғанымды ла иҫләйем. Сатлама һыуыҡ көн ине. Атайым менән ҡаргиҙгестә Ирәндек тауына мендек. Текә булғас, тауҙың осона хәтлем йәйәүләп күтәрелдек. Өй ҙурлығында ҡыҙыл, көрән таштар һаман күҙ алдында. Күңелле булғайны.
Икенсе көнөндә Мөжәүир хәҙрәттең зыяратына барҙыҡ. Унда шул тиклем тыныс, күңелдә әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек тойғоһо булды.
Йәйен Талҡаҫта һыу инә торғайныҡ. Һыуы шундай йомшаҡ! Баймаҡтың алсаҡ инәйҙәре әле лә күҙ алдымда. Һәр береһе өләсәй кеүек наҙлы! Оло йөрәкле, асыҡ, иғтибарлы кешеләр йәшәй.
Хәйбулла районына беренсе тапҡыр барасаҡмын. Өфөгә иң йыраҡ район, дала яғы икәнен бәләкәйҙән атайым һөйләгәненән беләм. Хәйбулла—данлыҡлы Йомабай Иҫәнбаевтың атайсалы. Сәхнәлә ҡурай эшләп уйнап, Париж тамашасыларын шаҡ ҡатырған виртуоз музыканттың тыуған ерендә сығыш яһау минең өсөн бик яуаплы мәл буласаҡ. Аҡъярҙа барлыҡҡа килгән «Дәрүиш-Хан», «Рух» рок-төркөмдәре йырҙарын яратып тыңлайым.
—Социаль селтәрҙәреңде асһаң, һәр ваҡыт эш менән мәшғүлһең. Хатта бер көндәлек яҙмаңда: «Һәр көнөм мотлаҡ файҙалы эшкә бағышланырға тейеш, юғиһә күңел төшөнкөлөгөнә биреләм»,—тигәнһең. Был эшһөйәр-лек ата-әсәйең тәрбиәһеме?
—Атайым (Зариф Закир улы Байғусҡаров—ред.) мине һәр ваҡыт тырышып эшләргә, бер ҡасан да бирешмәҫкә өйрәтте. Бала саҡтан буш ваҡытым булманы, йә съемкаларҙа, йә концертта, йә уҡыуҙа булыуыма күнеккәнмен. Шул ғәҙәт ҡаныма һеңгән, эшһеҙ тора алмайым!
—Тамашасыларҙы бер мөһим һорау ҡыҙыҡтыра: «Гәлсәрҙең йөрәге иреклеме?» Мөхәббәт тураһындағы йырҙарыңда кемдең образы сағыла?
—Йөрәгемде яулар кешене осратманым әле. Яҡын киләсәктә тап итергә өмөтләнгән яратҡаныма бағышлайым...
—Илһам сығанағың?
—Мине уратҡан бар донъянан—тәбиғәттә лә, сәнғәттә лә, кешеләрҙә лә! Айырыуса үҙ эшенә тотош бирелгән, туҡтамай камиллашҡан, яңылыҡтарға ынтылған кешеләр ныҡ илһамландыра. Ижад тере хис-тойғолар тыуған ерҙә генә барлыҡҡа килә. Ваҡытында шул мәлде тоторға, уны ноталарға һалып өлгөрөргә кәрәк. Шуға ла һәр йырымда күңелемдең бер өлөшө һаҡлана.
—Йылы әңгәмә өсөн рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.