Мәҙәниәт
24 Июня , 11:40

«Килендәр» ҙә «Атайсал»ды һайлай

Баймаҡ районының Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Килендәр» фольклор ансамбле коллективы дәррәү генә «Атайсал»ға яҙылды.

«Килендәр» ҙә «Атайсал»ды һайлай«Килендәр» ҙә «Атайсал»ды һайлай
«Килендәр» ҙә «Атайсал»ды һайлай

 

2017 йылда барлыҡҡа килгән ансамблдең тәүге етәксеһе Земфира Кәримова була. Әхмәр ауылына килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙан тупланған коллектив тәүге көндәрҙән үк үҙенең дәртле йыр-моңдары менән ауылдаштарының күңелен арбай. 2021 йылда «Килендәр» фольклор ансамбленең «йүгәне» мәҙәниәт йорто етәксеһе Ләйсән Әбдисова ҡулына тапшырыла. Ауылдың йәме һәм биҙәгенә әйләнгән «Килендәр»гә бөтәһе 10 кеше йөрөй. Иң олоһо Фәрхәнә Амантаева булһа, иң йәше—Ләйсән Морат ҡыҙы. Әле уларға күрше Абҙаҡ ауылынан бер нисә ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡушылған.

—Ауылда үткән бер мәҙәни сарала ла «Килендәр» фольклор ансамбленән башҡа үтмәй. Яңы йыл байрамынан алып йыл дауамына тиклем бөтә байрамдар, тематик кисәләр, ижади осрашыуҙар булһынмы, смотр концерттарымы—барыһында ла беҙҙең коллектив сығыш яһай һәм һәр саҡ призлы урындар яулай. Үҙебеҙҙең концерттар менән Беренсе Төркмән ауылы мәҙәниәт йортонда йыш сығыш яһайбыҙ, шулай уҡ башҡа ауылдарға ла йөрөйбөҙ. Халҡыбыҙҙың онотола барған милли йолаларын сәхнәләштерәбеҙ, туй йолаларын даими күрһәтеп торабыҙ. Килен төшөрөү, ҡоҙалар ҡаршылау, йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү кеүек йолаларҙы сәхнәләштереүҙе һорап, туйға саҡырыусылар булһа, шатланып риза булабыҙ. Мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре алдында сығыш яһарға тырышабыҙ, йәш быуын халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, уның гәүһәр өлгөләрен бәләкәйҙән белеп үҫһен тигән маҡсаттабыҙ. Милли кейем байрамында мотлаҡ милли кейемдәребеҙҙе кейеп башҡорт кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштырабыҙ, уларҙы нисек кейергә, тағырға кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ. Үҙебеҙҙең ауылға ғына хас булған «Эремсек байрамы» тип аталған брендлы сарабыҙҙы йыл һайын үткәреп торабыҙ. Бында ла «Килендәр» фольклор ансамбле үҙҙәре сығарған таҡмаҡтары менән сығыш яһай, шулай уҡ ҡунаҡтарға эремсеккә бәйле булған тамаша күрһәтәбеҙ, күргәҙмәләр эшләйбеҙ, эремсектән төрлө ризыҡтар әҙерләйбеҙ. Беҙҙең әртистәр йыр-моңға ғына түгел, бейеүгә лә маһир,—ти ансамбль етәксеһе Ләйсән Әбдисова.

Әхмәр ауылы районда үткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнаша. 2023 йылда конкурста еңеү яулап, приз аҡсаһына 14 дана башҡорт кейеме тектерелгән. Ситектәрҙе ансамбль ағзалары үҙ аҡсаларына шәхсән тектереп алған. Шулай уҡ сәхнәлә сығыш яһар өсөн селтәр-хәситәләрҙе үҙ ҡулдары менән эшләгәндәр.

—«Атайсал» гәзитендә коллектив менән яҙылыусылар араһында «Урал аръяғы» шифаханаһына путевка уйнатылыуы хаҡында ишеткәс тә акцияға ҡушылырға булдыҡ. Кем белә, бәлки, тап беҙ уның еңеүселәре булырбыҙ. Еңһәк, концерт менән дә сығыш яһап китер инек әле,—тип йылмая «Килендәр».

Күптән түгел «Килендәр» фольклор ансамбле коллективын күрше Абҙаҡ ауылы ағинәйҙәре, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары «Кәкүк сәйе» байрамына саҡырған. Ҡунаҡҡа ла буш ҡул менән бармаған улар: йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәрен «күстәнәс»кә алып барған.

Беҙ яңы дуҫтар табыуға, улар менән киләсәктә лә бергә булырға бик шатбыҙ. «Килендәр» күптән инде ҡәйнәләргә әйләнһәләр ҙә, күңелдәре менән улар йәш, дәртле, сәмле.

Кәримә Усманова.

 

Автор:
Читайте нас