АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
1 Июня , 18:05

Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде

Төйәләҫ буйында балалар һабантуйы үтте

Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелдеТөйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде
Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде

Йыл һайын 1 июндә билдәләнгән Балаларҙы яҡлау көнө – ул ябай байрам ғына түгел, ә беҙҙең иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә, балаларға, иғтибар итеүҙе, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм уларға бәхетле киләсәк бирерҙәй кәрәкле ҡиммәттәргә бөгөн нигеҙ һалыуҙы иҫләтеүсе дата.

Бөгөн күп төбәктә балаларға байрам ойошторолдо. Сибай ҡалаһының ҡала мәҙәниәт йорто иһә Төйәләҫ ауылында йәшәүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн һабантуй ойошторҙо. Ул “Нур” социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү үҙәге ярҙамында ҡала мәҙәниәт йорто тәҡдим иткән “Этномәҙәниәт” проектын тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡлау сараһы булды. Эйе, уҙған йыл был проект Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеү яулап,  492 мең һумдан ашыу аҡса алыуға иреште. Уны тәҡдим итеүҙең төп маҡсаты—йәш быуында туған телгә, милли мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү уятыу.

--Беҙ ярты йыл дауамында Сибай ҡалаһынан 20 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Төйәләҫ ауылында урынлашҡан 11-се мәктәп уҡыусылары менән эшләнек. Ҡул эштәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, балалар сәсмәүер, алҡа, брошь һәм башҡаһын эшләргә өйрәнде. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн милли кейемдәр тектерҙек. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы Шәмсетдинова башҡорт халҡының уйындарын өйрәтте. Йәш педагог Аэлита Буранбаева башҡорт бейеүе һалды. Төйәләҫ мәктәбе уҡыусыларына был дәрестәр бик оҡшаны. Сөнки бында клуб, сәнғәт мәктәбе юҡ. Улар дәрестән тыш ваҡыттарын файҙалы уҙғарҙы. Нәҡ ошо мәктәпте һайларға беҙгә ҡала Советы депутаты Илһам Факил улы Әбделғужин тәҡдим иткәйне. Ысынлап та, беҙ кәңәште тотоп яңылышманыҡ. Бөгөн проект эшен йомғаҡлап Һабантуй ойошторҙоҡ. Беҙгә махсус хәрби операция ветераны, ҡала мәшғүллек үҙәге директоры Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев ҡорбан ите бирҙе. Шулай уҡ Төйәләҫ ауылында йәшәүсе Гүзәл Сәфиуллина ҡустыһы Радик Харисов биргән ҡорбан итен алып килде. Ауылдың ағинәйҙәре матур тәбиғәт ҡосағында аш-һыу яраштырҙы. Хатта балаларҙың атай-олатайҙары ярҙамға сыҡты. Бергәләп усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып былау, бишбармаҡ бешерҙеләр. Ә беҙ, ҡала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, балаларға уйындар, конкурстар уҙғарҙыҡ. Килеүселәргә концерт тәҡдим ителде. Мәҙәниәт йортоноң “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле (етәксеһе Мәмдүҙә Илбәкова), “Әйлән-бәйлән” балалар фольклор төркөмө (Әлфиә Вилданова), “Аҡбуҙат” бейеү ансамбле (Аэлита Буранбаева) сараны биҙәне. Күптәр ҡала мәҙәниәт йорто (элекке халыҡ ижады йорто) тик ололар өсөн генә эшләй тип яңылыша. Бында балаларға ла, йәштәргә лә, өлкәндәргә лә урын етерлек. Һәм һуңғы йылдарҙа кескәйҙәргә баҫым яһауыбыҙ һөйөнөслө. Сөнки нәҡ уларҙа—беҙҙең киләсәк. Проектыбыҙ ҙа балаларға арналыуына шатбыҙ,--ти ҡала мәҙәниәте йорто директора Ләйлә Рамаҙан ҡыҙы Аллабирҙина.

Бөгөн йәмле Төйәләҫ буйы, ысынлап, гөрләп торҙо. Бында балалар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та, көйәнтә аҫып та ярышты, халыҡ уйындарын уйнаны, етеҙлекте һәм зирәклекте һынаған ярыштарҙа ҡатнашты. Ә аҙаҡ барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды.

--Беҙ, ауыл ағинәйҙәре, йыл да ошо туғайға сығып балаларға “Кәкүк сәйе” үткәрә инек. Быйыл иһә күңелле һабантуй уҙғарылды. Ойштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙ һабантуйҙа йөрөгәндәй ҡыуандыҡ. Тәбиғәт ҡосағында, яҡындарыбыҙ менән бергәләшеп, тәмле аш менән һыйланыу, бергәләп ял итеү оҡшаны. Бындай саралар, һис шикһеҙ, ауылдаштарҙы берләштерә, дуҫлыҡты нығыта һәм бергәләп йәшәүҙең йәмен арттыра,--ти ағинәйҙәр берекмәһе етәксеһе Римма Ғәзимова.

 

Тәбиғәттең матурлығы, балаларҙың шат тауышы, ололарҙың хәстәрлеге – былар барыһы ла бергәләп ойошторолған байрамды тағы ла йәмлерәк итте. Балаларҙы яҡлау көнөндә ошондай матур итеп ял итеү, бергәләп ҡыуаныу, уйындарҙа ҡатнашыу балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ. Ҡыҙҙар-малайҙар һәр ваҡыт шат-көләс, имен-һау, ата-әсәле, бәхетле булһын! Бөгөнгө ҡояштай тормош күктәрендә ҡояш балҡыһын!

 

Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде
Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде
Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде
Төйәләҫ буйы балалар тауышына күмелде
Автор:
Читайте нас