

Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы өсөн был көн оло байрамға әүерелде. Оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп йыйған мәҡәләләрен бер китапҡа йыйыу, яҙма геройҙары менән ҡабаттан осрашыу, ундағы ваҡиғаларҙы бергәләп иҫкә төшөрөү авторҙы йәшлегенә, дәртләнеп эшләгән дәүеренә алып ҡайтты. Уның яҙғандары ябай текст ҡына түгел, ә тәрбиә алымы, тәжрибә һәм профессиональ юлын сағылдырыусы һүрәтләмәләр. Тимәк, уларҙың тупланмаһы аҡыл һәм тәжрибәне баһалаған һәр кем өсөн ысын бүләк булған китапҡа әүерелгән.
Презентацияла шатлыҡ һәм үҙ-ара ихтирам мөхите хакимлыҡ итте. Ҡунаҡтарараһында юбиляр менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегалары ла булды, улар уның мәғариф үҫешенә индергән өлөшө тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне. Дуҫтарыйылы хәтирәләре менән уртаҡлашһа, мәҡәлә геройҙары рәхмәт белдерҙе, ә туғандары үҙҙәренең ҡәҙерле кешеһенә һөйөү һәм һоҡланыу менән ҡараны.
Беҙ, «Атайсал» гәзите коллективы ла, мәғариф ветеранына рәхмәт белдерҙек. Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, гәзит менән бәйләнешен өҙмәй. Ул мәҡәләләр яҙып ҡына ҡалмай, ә «Атайсал»ды таратыуҙа ярҙам күрһәтә. Шуға беҙ уны үҙебеҙҙең коллегабыҙ, хатта остазыбыҙ тип әйтә алабыҙ. Уның яҙғандары уҡымлы, һөйләмдәре төҙөк, аныҡ булыуы менән беҙҙе һөйөндөрә.
Үҙен генә түгел, яҡындарын матур китаплы иткән мәғариф ветераны сараны ойоштороусыларға, исем туйына килеүселәргә ҙур рәхмәт белдерә.
* * *
Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Гөлзифа Исрафилованың Сәғиҙә Байназароваға арнаған шиғыры:
Матур уйҙар аҡ ҡағыҙға
Гүйә, нур булып төшә.
Йылы һүҙең кешеләргә
Күпме шатлыҡ өләшә!
Кешеләрҙе яратҡанға
Йөҙөң яҡты, яғымлы.
Йылы һүҙең һәр күңелгә
Бал шикелле яғылды.
Лайыҡ һүҙҙәр еткерелде
Лайыҡлы ғүмерҙәргә.
Йөрәк һүҙе барып етте
Күптәргә тере мәлдә.
Һүҙ тылсымы көслө бит ул—
Йылы һүҙ йәнгә дауа.
Мәлендә әйтелгән һүҙҙән
Бармы ҙурыраҡ баһа!?.
Шәхестәрҙе күтәрегеҙ—
Был һинең өсөн ҡанун.
Кешеләрҙе ҙурлағанды
Аллаһ ҙурлаһын. Амин.