

Ансамблдә бейеүсе 21 көмөш йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың иң өлкәне 1949 йылғы, иң йәше 1962 йылғы була. Наталья Степановна Волкова үҙе староста булып, ижади төркөмдөң эшен көйләүҙе үҙ ҡулына ала. Ансамблгә башҡа фольклор төркөмдәрҙән, атап әйткәндә, «Йәнгүҙәй», «Яугүл»дә шөғөлләнеүсе талантлы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡушыла. Әйтәйек, Фәниә Йомағолва, Айһылыу Мәсәғүтова, Альбина Аллаярова ҡаланың ветерандар хорында йырлай. Вәбинур Хәбирова, Ғәлимә Аллаярова, Рәүиә Сөләймәнова ҡумыҙҙа уйнай. Альмира Аллаярова менән Полина Юлдашева мәрйендән һәм тәбиғи таштарҙан ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре яһауға оҫта.
2020 йылда ансамблгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова «Тол ҡатындар», «Биҙрә менән бейеү», «Шаян еңгәләр», «Кәкүк сәйе» бейеүҙәрен һала. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оло йәштәгеләрҙе берләштергән йәш коллектив «Байыҡ» телевизион республика конкурсында «Тол ҡатындар» бейеүен башҡарып гран-при яулай. Ошо йылда ансамбль үҙәк ҡарамағынан Сибай концерт-театр берекмәһе ҡанаты аҫтына күсә. Эльвира Вәкил ҡыҙы баш ҡалаға күсеп китеү сәбәпле, ансамблгә етәксе итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзилә Нәбиуллина тәғәйенләнә.
-«Сибай ынйылары» ансамбленә төрлө һөнәр эйәләре булған инәйҙәр, апайҙар, йәш ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Уларҙы бейеүгә һөйөү берләштерә. Аҙнаһына ике тапҡыр күнекмәләр уҙғарабыҙ. Барыһы ла ҙур теләк менән шөғөлләнгәнгә лә эшебеҙҙең һөҙөмтәһе бар. Май башында Сибай концерт-театр берекмәһендә отчет концертын ҡарарға килеүселәр ҙә минең һүҙҙәремде ҡеүәтләр,--ти Рәзилә Әнүәр ҡыҙы.
Ысынлап та, Рәзилә Нәбиуллина етәкләгән ике ансамбль--«Сибай ынйылары» ла, «Ынйыҡай»ҙар ҙа филармония сәхнәһенең түрен биләне һәм тамашасыларға халыҡ бейеүҙәре тәҡдим итте. Сибайҙар «Сибай ынйылары» башҡарыуындағы «Тыпырҙаҡ», «Тол ҡатындар», «Итәғәтлек», «Биҙрә менән бейеү» һәм башҡа сығыштарын алҡыштарға күмде. Халыҡсанлыҡ, ябайлыҡ бөркөлгән бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде.
-Ысынлап та, сибайҙар беҙҙең бейеүҙәрҙе оҡшата. Етәкесебеҙ Рәзилә Әнүәр ҡыҙына рәхмәт, ул барыбыҙҙың бейеүҙе еренә еткереп бейергә өйрәнгәнде түҙемле көтә. Шул тиклем ипле һәм тәрбиәле,--ти ансамбль старостаһы Нәсимә Маннап ҡыҙы Ибраһимова, етәкселәренә ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.-Әлеге көндә 26 ҡатын-ҡыҙ бейейбеҙ. Иң ололарыбыҙ Вәбинур Хәбироваға--72, Фәниә Йомағолова, Ғәлимә Аллаяроваға 71 йәш. Иң йәшебеҙ Альбина Хәйбуллина һөнәре буйынса шәфҡәт тутаташы, уға ни бары 31 генә йәш. Бейеүселәр араһында уҡытыусылар, бухгалтерҙар, эшҡыуарҙар, ЗАГС хеҙмәткәре, парикмахер ҙа бар. Репертуарҙағы 9 төрлө халыҡтар бейеүҙәрен дә яратып, бөтә күңелебеҙҙе һалып башҡарабыҙ. Сәхнә кейемдәрен тектереүгә үҙебеҙ ҙә, Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге лә күп көс һала.
2025 йылда коллектив яңы ике бейеү өйрәнә. «Ултырма» (ҡуйыусыһы Гөлназ Аҡназарова) һәм «Затлы нәҫел ҡыҙҙары» (ҡуйыусыһы Сулпан Асҡарова) бейеүҙәре уларҙың сығыштарына тағы ла сағыу биҙәк өҫтәй.
Ижади коллектив ҡала ғына түгел, республика кимәлендәге хореография конкурстарында даими рәүештә призлы урындар яулай. Һуңғы йылдарҙа Магнитогорск ҡалаһында уҙған «Сыңлы үксә» башҡорт халыҡ бейеүҙәре конкурсында гран-при, «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә 2-се, «Кушнарекно таңдары» республика фольклор ижады конкурсында 2-се дәрәжәле лауреат, Ҡазанда «Хореография» конкурсында (онлайн)1-се дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ була.
Ансамбль старостаһы Нәсимә Ибраһимова Сибай педагогия училищеһында уҡығанда еңел атлетика менән шөғөлләнә. Баймаҡ районының Ҡаратал, Аҡтау ауылдарында башланғыс кластарҙы уҡытҡандан һуң, Сибай ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләй. 9-сы лицейҙа уҡыта, 10-сы мәктәптә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, аҙаҡ директор вазифаһын башҡара. Бейеү менән хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шөғөлләнә башлай.
-Башта ауыр булды, аҙаҡ өйрәндек,--тик йылмая ул.-Бейергә яратыусыларҙы үҙ сафыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. «Сибай ынйылары»на ҡушылығыҙ! Буйығыҙ ҙа зифа булыр, ваҡытығыҙ ҙа бушҡа әрәм булмаҫ!
Гөлдәр Ҡадаева.