

– Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы, һеҙҙе бейеү сәнғәтенә килтергән һуҡмаҡтарҙың башы ҡайҙа ята? Хәтирәләрегеҙ менән бүлешегеҙ әле.
-Мин Сибайҙа үҫтем. Алты йәшкә тиклем йәй етеү менән өләсәйем мине етәкләп Баймаҡҡа алып китә. Еләк-емеш, дарыу үләндәре йыябыҙ. Ауылдан-ауылға туғандарҙа ҡунаҡ булып йөрөйбөҙ. Кис ултырғанда иғтибар менән оло инәйҙәрҙең кейемдәрен ҡарайым. Бейегәндә һәлмәк кенә баҫып, аҫҡа ҡарап хәрәкәт иткәндәренә аптырайым, оялалармы икән тип уйлайым. Өләсәйем ҡунаҡҡа япмалы күлдәге өҫтөнә төрлө ҡорамаларҙан тегелгән түшелдереген кейә. Башына алға төшкән ҡыҙыл француз яулығы өҫтөнән аҡ яулығын сөйөп ябына. Мине лә үҙе кеүек кейендерә, мотлаҡ түшелдерек, камзул кейҙерә. Йылдар үткәс, ауылда күреп йөрөгәндәр кәрәк булды. Бейеүҙәремдә Баймаҡ инәйҙәренең кейем элементтарын, хәрәкәттәрен ҡулландым. Ҡайһы бер образдарҙы ана шул баласағым хәтирәләренән алдым. Гел ауылда йөрөгәс, русса бер генә һүҙ ҙә белмәйем. Сәсем ҡаты, шырт, ҡуйы була торғайны. Өләсәйем ике аяғы араһына ҡыҫып ултырта ла, сәсемде уртаға ярып, шыҡырайтып үрә. Ныҡ тартылыуҙан былай ҙа ҡыҫыҡ күҙем, тағы ла нығыраҡ һуҙылып, бөтөнләй ябыла. Бер аҙ баш ауыртып йөрөй, аҙаҡ уйынға әүрәп онотола. Үреп бөткәс, ике усына лысҡылдатып һары май һөртә лә, башыма буяп ҡуя. Лак һымаҡ булғандыр инде. Аҙна буйы сәс туҙышмай, нисек үрелгән, шулай тора. Ҡалаға ҡайтып ишек алдына сыҡһам, минән көләләр, «башкирка, мальчик» тип үсекләйҙәр. Илап өләсәйемә әйтәм. Ул: «Күкрәгеңә һуҡ та, мин башҡорт тип ҡысҡыр»,--тине. Мин шулай эшләй башланым. Йәй буйы ауылда йөрөп ҡап-ҡара булып янған, сәсһеҙ, ҡыҫыҡ күҙле ҡыҙ йүгереп сығам да, «Мин-башҡорт!»,--тип ҡысҡырып ебәрәм. Уйнап йөрөгән бала-саға миңә аптырап ҡарап торалар ҙа, яҡын килеп төрлө нимәләр һорай башлайҙар. Мин вата-емерә аңлатып маташам. Шунан улар менән дуҫлашып киттем.
Әсәйем Ишбикә Арсланова эшләгән мәҙәниәт йортонда Роза Сәхәүетдинова балаларға бейеү түңәрәге ойошторған. Яңы йыл алдынан әсәйем уға алып барҙы. «Берәй костюм кейеп байрамға килегеҙ, номер әҙерләгеҙ. Шунда ҡарарбыҙ»,--тип ҡайтарып ебәрҙе. Әсәйем марлянан күлдәк текте, крахмаллап ҡатырҙы. Сәй ҡурғашынан йондоҙҙар йәбештерҙе. Кейҙерҙе лә, миңә ҡарап, «юҡ, бер ҙә генә Ҡарһылыуға оҡшамайһың. Ярай, Төн булырһың»,--тине. Байрамда балалар күп. Шиғыр һөйләгәндәргә, йырлағандарға шыршыға эленгән төрлө уйынсыҡтарҙы алып бирәләр. Мин уйынсыҡтар араһында бәләкәй генә бубен күреп ҡалдым. Әсәйемдән шул бубенды һорайым. Роза Хәйҙәровнан һорағайны, йырлаһын, йә шиғыр һөйләһен тине. Әсәйем: «Русса ла аңламай, бер нимә лә белмәй»,--тигәс, уҡытыусы ҡапыл мине уртаға сығарҙы ла, артынан ҡабатларға ҡушып бейеп китте, мин уға ҡарап бейейем. Ул күрһәткән хәрәкәттәрҙе эшләйем, күҙҙәрем менән уның кеүек ҡараш ташлайым. Таҫмам төшмәһен тип башымды ла, кәүҙәмде лә туп-туры тотоп, ойотоп ҡына йөрөйөм. Роза Хәйҙәр ҡыҙына бик оҡшаны. Бейеү түңәрәгенә алды. Тик бейергә һис теләгем юҡ. Уҡытыусы минең һәләтемде күргәндер инде, ныҡ шөғөллләнде. Иң беренсе өйрәнгән бейеүгә кейемем булманы, әсәйем күлдәк тапты, алъяпҡыс таба алманы. Етәксе мине сәхнәгә сығарманы. Концертҡа яратҡан өләсәйемде саҡырғайным. Ҡайтҡанда: «Ҡараным, ҡараным, балам, һине таныманым, нисәнсе булып бейенең?»,--тип һораны өләсәйем. «Мине бейетмәнеләр, алъяпҡысым булманы»,--тип, илап ебәрҙем. Ул миңә кәнфиттәр биреп йыуатты. Был хәл минең өсөн ҙур һабаҡ булды. Ғүмерем буйы һәр сығышым алдынан иң тәүҙә исемлек төҙөйөм, шунан сәхнә кейемдәремде, биҙәүестәремде әҙерләп, тикшереп сумаҙанға һалып ҡуя торғайным. Артабан «Түңәрәк күл»де өйрәнә башланыҡ. Был бейеүҙә бармаҡ шытырлатырға кәрәк. Мин һаман да уны эшләй белмәйем. Уҡытыусы тикшерҙе лә, өйрәнеп килергә ҡушты. Өйҙә төрлөсә булаштырам. Өләсәйем бармағыңа төкөр тип өйрәтә. Тик бер нисек тә килеп сыҡмай. Шулай яфалана торғас, телем менән шартлатырға өйрәндем. Һуңынан да һәр ваҡыт шулай иттем. Бармаҡ хәрәкәтләнә, ә телем тауыш сығара. Уҡытыусы: «Бик яҡшы. Арыҫланова солистка була»,--тип мине алға сығарҙы. Телем менән имитациялауҙың аҙаҡ кәрәге тейҙе. 1975 йылда филармонияға эшкә килгәс, билдәле хореограф Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева бергә эшләгән Зөлфиә Әхмәҙуллинан менән миңә «Ҡара ҡаршы» бейеүен ҡуйҙы. Сюжет буйынса бейеп арыйбыҙ ҙа, ял итеп ултырабыҙ, шунда әхирәтем «Бармаҡ сиртеү!»,--тип ҡысҡыра. Мин бармаҡ сиртә белмәгәнемде әйттем. Беләһең бит, тиҙәр. Серҙе асырға тура килде. Телем менән сытырлатып күрһәткән инем, Лидия Ислам ҡыҙы шатланып, бейеүгә үҙгәреш индерҙе. Бер-бер артлы бармаҡ сиртеп ултыра торғас, мин ҡулымды аҫҡа төшөрәм дә, телем менән башлайым. Әхирәтем «Алдашма!»,--тип ҡысҡырып ебәрә, уйнап-шаярып бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Финал һоҡланғыс килеп сыҡты, бейеүҙең үҙенсәлекле кульминацияһы булды.
Бейеү түңәрәгендә ярайһы ғына оҫтарғас, Роза Хәйҙәр ҡыҙы «Бишбармаҡ» бейеүен өйрәтте. Кәүҙәм бәләкәй генә, үҙемә ни бары 9 йәш. Сибай ҡалаһының 10 йыллығына арналған ҙур конкурс булды. Балалар араһында мин еңдем. Еңеүселәрҙе Магнитогорскиға телевидениеға алып барҙылар. Ул йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһы Урал аръяғында күрһәтмәй ине әле. Телевидениеға төшкәндең иртәгәһенә вокзалдағы ресторанға ашарға барҙыҡ. Шунда бер официант килде лә, миңә ҡарап: «Ой, эта девочка. Вчера так хорошо танцевала по телевизору»,--тине. Башҡа официанттар йыйылып китте. Һоҡланып ҡарайҙар, маҡтайҙар. Был хәл миңә бик оҡшай. Йондоҙ ауырыуы тигән йоғошло сир шул ваҡытта инеп ултырҙы ла инде. Бейергә ашҡынып торам, сәхнәһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Өлкән кластарҙа Дамир Мәзит улы Ғәлимов, Реалит Мирзашәрип улы Минишев, Римма Фитрат ҡыҙы Өмөтбаева бейеү дәрестәре алып барҙы. Һәр береһе минең талантымды артабан үҫтереүгә көс һалды. Реалит Мирзашәрип улы бик шәп итеп әйләнергә, «шине», «уралочка»ларҙы етеҙ техника менән эшләргә өйрәтте. 6 класта уҡығанда мәктәпкә Рәшиҙә Туйсина менән ике ҡурайсы--Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев килде. Рәшиҙә апай Бөтә донъя фестиваленән алтын миҙал алып ҡайтҡан осор булғандыр, моғайын. Мин унан күҙемде лә алмайым. Фарфор статуэтка кеүек күренә ине ул миңә. Матур итеп, йылмайып һөйләне. Һуңынан «Заһиҙә»не бейене. Мин шул тиклем иғтибар менән ҡараным, өйрәнеп тә алдым. Рәшиҙә Туйсина кеүек булғым килде.
8-се класты бөткәс, әсәйем мине Өфөгә атайымдың бер туған ҡустыһы, мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән Арыҫланов Роберт ағайҙарға алып китте. Атайым яғынан ҡартәсәйем: «Беҙҙең тоҡомда бейеүселәр булманы»,--тигәс, минән һорап та тормай, педучилищегә алып барырға хәл иттеләр. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ имтиханға барҙым. Мәктәп программаһы буйынса шиғыр һөйләргә кәрәк, бер шиғыр ҙа иҫкә төшмәй. Һинд бейеүҙәре менән шөғөлләнә инем. Кинолар ҡарап, бейеүҙәр өйрәнәм. Шул бер фильмда руссаға тәржемә ителгән шиғыр юлдарын ятлап алдым. «Мөмкинме мин шуны һөйләйем»,--тинем. Имтихан алған апай аптырап ҡарап торҙо ла, ризалашты. «Разлучили утку с селезнем, совершили дело злое»... Илау тауыштары сығарып, хисләнеп һөйләйем, теге комиссиялағы апайҙар шаҡ ҡатып ҡарап ултыра. Йырларға кәрәк тигәс, мин бейей беләм тинем. Әсәйем менән Лена апай таҡмаҡ әйтеп ебәрҙеләр. Осоп-ҡунып бейеп киттем. Башҡортса бейенем. Шунан русса тыпырҙатыуға күстем. Минең таҡмаҡсылар хәлдәре бөтөп йырлауҙан туҡтағас та, дауам итәм, зал тултырып әйләнеп йөрөйөм, круткалар яһайым. Комиссия мине бер һүҙһеҙ уҡырға алды. Педучилищены бөткәс, Сибайға эшкә ҡайтарҙылар. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башланым.
–Зөлфиә Иҙрисовна, һеҙ бер нисә йылдар дауамында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегәнһегеҙ. Шул осор тураһында һөйләһәгеҙ ине.
-Балалар баҡсаһында эшләп йөрөгән осорҙа ҡала һабантуйына бик күп артистар килде. Лев Лещенко, Фәриҙә Ҡудашева, Әлфиә Афзалова, композитор Людмила Лядова, якут йырсыһы Кола Бельды һәм Фәйзи Ғәсҡәров ансамбле. Концерттан һуң ансамбль ҡыҙҙары янына килдем дә, «Һеҙҙең менән бейергә теләйем, нисек инергә ансамблгә?»,--тип һораным. Ҡыҙҙар миңә: «Ана, оҙон кәүҙәле Хизбулла Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин тора, беҙ уны Гена абый тип йөрөтәбеҙ, уның менән һөйләш»,--тинеләр. Эй йүгерҙем теге оҙон кәүҙәле ағай янына. «Хизбулла Ғүмәрович, Хизбулла Ғүмәрович!»,--тип үҙ алдыма бер туҡтауһыҙ ҡабатлайым. Юлда бер егет аппаратура йыйып тора. Ике төрлө носки кейгән, береһе ҡыҙыл, икенсеһе һары төҫтә, сәсе оҙон. Ул мине үсекләп «Тю-тю-тю»,--тине. Мин уға асыуланып ҡараған ыңғай оҙон ағайҙың исемен оноттом. Һис кенә лә иҫемә төшөрә алмағас, «Гена абый!!!»,--тип сәрелдәп ҡысҡырҙым. Һөйләшеп торған өс ир ҙә миңә әйләнеп ҡараны. Төнө буйы әҙерләгән һүҙҙәрем башымдан сығып осто. Ҡабалана-ҡабалана: «Мин һеҙҙең ансамблдә бейергә теләйем»,--тинем. Ул миңә ҡарап торҙо ла, «Үәт тибә нә. Во-первых надо немного похудеть. Беҙҙә эстрада бар. Бейеүсе ҡыҙҙар күп. Егеттәр кәрәк ине. Ансамблдә урын бушаһа, алырбыҙ, тик тәүҙә эстрадала бейергә кәрәк буласаҡ»,--тигәс, шатланып киттем. Йәй буйы әҙерләндем, ябығыу өсөн гел йәйәү йөрөйөм, әҙ ашайым. Самолет менән баш ҡалаға остом, тура филармонияға барҙым. Минең менән бергә ике ҡыҙҙы ҡаранылар. Бөтә ансамбль залда ултыра, Рәшиҙә Туйсина ла бар. «Заһиҙә»не бейенем. Рус бейеүенән төрлө элементтарҙы күрһәттем. «Заһиҙә»не башҡорт милли кейемен кейҙереп тә бейеттеләр. Ансамблгә алманылар, көтөргә кәрәк тинеләр. Филармонияның художество етәксеһе Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов документтарҙы килтерергә ҡушты. Әсәйем риза түгел. Аҡса юҡ. Күп уйлап тормай яңы ғына алған итегемде һаттым. Күп бәләләр үтеп тағы Өфөгә юлландым. Шамил Зөфәр улы педагог Хазина Нури ҡыҙына Зөлфиә менән икебеҙгә парлы бейеү өйрәтергә ҡушҡан. Тиҙ арала беҙгә «Игеҙәктәр»ҙе ҡуйҙы. Был бейеүҙән һуң беҙҙе игеҙәктәр тип йөрөттөләр. Рамаҙан Йәнбәков төркөмөндә эшләп киттек. Икебеҙ ҙә ансамблдә урын бушағанын көтөп йөрөйбөҙ. Шулай бер көндө әхирәтемде ансамблгә алғандар тип ишеттем. Ул үҙе миңә бер ни әйтмәй. Илап Хазина Нури ҡыҙына барҙым. Ныҡышып һорай торғас, ансамблгә алмауҙың сәбәбен аңлатты. «Бигерәк башҡорт йөҙлө. Башҡаларҙан айырылып тора»,--тигәндәр. Бик ҡайғырҙым. Уҡытыусым министрға бар тип кәңәш бирҙе. Ул замандағы мәҙәниәт министры Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллинаға барып хәлде һөйләп бирҙем. Ул ныҡ асыуланды. Кем әйтте тигәс, мин исемдәрҙе әйтмәҫкә һүҙ бирҙем, тинем. «Башҡорт ансамбленә башҡорт йөҙлө ҡыҙҙар кәрәкмәйме ни?»,--тип телефон аша етәкселәрҙе әрләне. Мине ансамблгә алдылар. Тиҙ арала репертуарҙы ныҡлап үҙләштерҙем. Сит илдәрҙә оҙайлы гастролдәр башланды. Айҙар буйы ҡайтып инмәйбеҙ. Тик ансамбль коллективы мине үҙ итмәне.
–Танылған музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ҡудашев менән танышыуығыҙ нисек булды?
–Мин Рөстәмде филармонияға килгәнсе күргәнемде һуңынан аңланым. Сибай стадионында Хизбулла Ғүмәр улы эргәһенә йүгереп барғанда мине үсекләп ҡалған оҙон сәсле егет Рөстәм Ҡудашев булып сыҡты. Уның менән яҡындан танышыу гастролдәрҙә йөрөгән осорҙа булды. Рамаҙан Йәнбәков төркөмөнән беҙҙе ваҡытлыса Фәриҙә Ҡудашева төркөмөнә күсерҙеләр. Унда Бәхти Ғайсин етәкселегендә оркестр эшләй. Беҙгә лә уйнайҙар, бейеүе рәхәт, күңелле. Рөстәм оркестрҙа музыкант, уның менән дуҫлашып киттек. Армияға киткәндә, мине Фәриҙә апаларында ҡалдырҙы, прописка ла эшләнеләр. Данлы, легендар йырсы Фәриҙә апай тормошта иҫ китмәле ябай, ярҙамсыл, туған йәнле ине. Беҙҙе үҙ балалары кеүек яратты, ижадта ла, тормошта ла ныҡ ярҙам итте. Ғүмер буйы рәхмәтлебеҙ уларға. Ул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Рухтары шат булһын беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙҙең. Рөстәм менән ғаилә ҡороп йәшәүебеҙгә быйыл 45 йыл тулды.
– Хаҡлы ялда булһағыҙ ҙа, һеҙ һаман эшләйһегеҙ. Балалар, үҫмерҙәр, студенттар менән шөғөлләнәһегеҙ. Бөгөнгө хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа дауам итәһегеҙ?
–Бейеүселәрҙең сәхнә ғүмере бик ҡыҫҡа. Ләкин мин эстрадала оҙаҡ йылдар эшләнем. Пенсияға сыҡҡас та, 2017 йыл яңынан филармонияға эшкә саҡырҙылар. «Эстрада легендалары» тигән яңы төҙөлгән, Нәзифә Ҡадырова етәкселегендәге төркөмдә тағы дүрт йыл эшләнем. Йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай тойҙом үҙемде. Яратҡан һөнәремә, илһамландырған, ҡанаттар ҡуйған сәхнәмә ҡабат ҡайтыу үҙе бер мөғжизә булды.
Уға тиклем дүрт йыл сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә хореография дәрестәре алып барҙым. Йыл һайын үткәрелгән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына әҙерләнем. Был эш айырыуса сабырлыҡ, түҙемлек талап итә. Ҡатмарлы булмаған бейеүҙәр аша, төрлө күнекмәләр, хәрәкәттәр менән ярҙам итеү алымдарын үҙләштерҙем. 2015 йылдан бөгөнгәсә Өфө ҡалаһының 3-сө сәнғәт мәктәбендә хореограф булып эшләйем һәм «Ника» үҫмерҙәр клубы менән хеҙмәттәшлек итәм. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы «Ынйы» ансамблендә лә эшләргә өлгөрәм. «Байыҡ» телевизион конкурсы ҡатнашыусыларына бейеүҙәр һалам.
2021 йылдан 2024 йылға тиклем «Саф уйҙар» мәҙәни-әхлаҡи һәм рухи тәрбиә ойошмаһының (етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Баҙамшин) социаль хәйриә проекттарында ҡатнаштым. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙамға йүнәлтелгән «Һәләт» ижади проекты менән Башҡортостандың 36 коррекцион мәктәп-интернатында һәм 10 инклюзив мәктәбендә булдыҡ. Шулай уҡ Рәмил Шәүҡәт улының тағы бер ҙур проектында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Табиптарға һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү маҡсатында ойошторған «Йәнде дауалаусылар» социаль-мәҙәни проекты менән республиканың 80 һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында сығыш яһаныҡ.
Һаман да тик тормайым. Концерттарға, сараларға саҡыралар, төрлө бәйгеләрҙә жюри ағзаһымын. Ихлас эшләп йөрөйөм. Һаулыҡ булғанда ижадты ташламаҫҡа тырышам.
–Әңгәмәгеҙ өсөн бик ҙур рәхмәт!
Әлфиә Ғимаҙиева әңгәмәләште.