АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
11 Мая , 07:45

Талант – һирәктәр өлөшө

  -Анау тиклем ҡатнашыусылар араһында беҙгә Гран При бирерҙәр, тип, һис тә көтмәгән инек. Аҙаҡтан бик күптәр килеп:”Мы ,конечно, о чем там шла речь, не понимаем, но ваша песня за душу берет, очень нам понравилась, можно с вами на память фотографироваться?”--тип тороуҙары аптыратты. Магнит ҡалаһы миңә бик яҡын һәм йылы булып күңелемә уйылды. Уның тамашасыларына, жюри ағзаларына сикһеҙ рәхмәтлемен. Беҙ унан ҡыҙым Диана менән бик күп ыңғай энергия, күңел күтәренкелеге алып ҡайттыҡ.

 Йәмле май айының бер көнөндә Магнит ҡалаһының Металлургтар Мәҙәниәт һарайында балалар, йәштәр һәм оло быуын вәкилдәре араһында киң масштаблы рухлы сара -“Мэджик Юниверс” халыҡ – ара күп  жанрҙағы ижад фестивале  булып үтте. Был сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостандағы  Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

   Зал тулы моңға ғашиҡ тамашасылар. Сығыштарға баһа биреүсе жюри ағзалары башҡалабыҙ  Мәскәүҙән, күрше Силәбе өлкәһенән, Магнит һәм Сибай ҡалаларынан билдәләнгән. Фестивалгә үҙебеҙҙең  региондан бик күп кенә ҡатнашыусылар килеп, тамашасылар алдында йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһап, бүләктәргә, алҡыштарға, тамашасылар  һөйөүенә күмелделәр.

   “Күк үләндәр ҡалҡҡас, ҡайтам әле

Үҙебеҙҙең тауҙар иленә...”--

тәүге юлдары яңғырау менән  тамашасыларҙың күңелен яулап алды был йыр - шағир Ғәлим Дәүләтов һүҙҙәре, Галина Рима   көйө.   Күптән инде был йыр халҡыбыҙ күңелен яулап, халыҡ йырына әйләнгән. Шуға бар залдың мөккибән китеп тыңлауына аптырарға ла кәрәкмәйҙер: йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә...

    Фестиваль тамам, бүләкләүҙәр башланды. Абруйлы жюри ағзалары конкурс сиктәрендә ғаилә вокале һәм автор башҡарыуындағы йыр номинацияһында бер тауыштан Б.М.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының хеҙмәт ветераны Башҡортостандың атҡаҙанған  мәҙәниәт  хеҙмәткәре Галина Рима һәм колледждың хәҙерге көндәге музыка преподавателе Сөләймәнова Диана башҡарыуындағы вокаль дуэтҡа юғары исем Гран При бирҙе.

   Моң эйәһе автор Рима Бариевна был саранан ҡайтыу менән үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

    -Анау тиклем ҡатнашыусылар араһында беҙгә Гран При бирерҙәр, тип, һис тә көтмәгән инек. Аҙаҡтан бик күптәр килеп:”Мы ,конечно, о чем там шла речь, не понимаем, но ваша песня за душу берет, очень нам понравилась, можно с вами на память фотографироваться?”тип тороуҙары аптыратты. Магнит ҡалаһы миңә бик яҡын һәм йылы булып күңелемә уйылды. Уның тамашасыларына, жюри ағзаларына сикһеҙ рәхмәтлемен. Беҙ унан ҡыҙым Диана менән бик күп ыңғай энергия, күңел күтәренкелеге алып ҡайттыҡ.

    Талант эйәһе Рима Бариевнаның башҡа күп кенә йырҙары сәхнә йондоҙҙары  репертуарында урын алған, үҙенең уҡыусылары тарафынан да яратып башҡарыла. Уның йырҙары тәү ишеткәндә үк күңелгә үтеп инә һәм халҡыбыҙҙың яратҡан йырына әүерелә.

    Бөгөнгө көндә талант эйәһе ойоу  мәлен кисерә. Йөрәгенә ял, күңеленә һиллек алыу менән ижад эшенә тотонор, беҙҙең менән әле матур – матур йырҙары менән бүлешер, тигән өмөттә ҡалам.

    

                                                                                Таңһылыу Йәнтүрина, мағариф хеҙмәт ветераны.

Сибай ҡалаһы.

Талант – һирәктәр өлөшө
Талант – һирәктәр өлөшө
Талант – һирәктәр өлөшө
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас