

29 апрель—Халыҡ-ара бейеү көнө
Илзирә 9-сы, Илгизәр иһә 10-сы класты бөткәс Сибай сәнғәт колледжының хореография бүлегенә уҡырға инә. Егет 3-сө курста уҡығанда Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырыу ала һәм ошо көнгәсә тәүге эш башлаған сәхнәһендә бейей. Һыңары Илзирә лә ошо сәхнәлә ҡанат нығыта. Егет 4 йыл эшләү дәүерендә Ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербург һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа гастролдәрҙә булған.
-Эшемде яратам. Сибай концерт-театр берекмәһе, ансамбль етәкселеге уңайлы эш шарттары тыуҙырыу, яңы бейеүҙәр һалыуға, сәхнә кейеме тектереү өсөн бар тырышлығын һала. Коллективыбыҙ татыу, эшсән,--ти Илгизәр.
Төп эшенән тыш, балет артисы үҙе уҡыған Сибай сәнғәт колледжында «Етегән», филармонияла «Ынйыҡай» бейеү ансамблдәре репетиторы булып та эшләй. Ситтән тороп Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында етәксе-хореограф бүлегендә белем ала.
Гөлдәр Ҡадаева.