

Берәүһе—ауылдың мәҙәни ойоштороусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Фәхретдин ҡыҙы Ғатауллина. Бала саҡтан сәхнәгә ғашиҡ булып үҫкән, артист булырға хыялланған Нурия апайҙы мәктәпте бөткәс тә мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп ҡуялар, аҙаҡ колхоз стипендия түләп, Стәрлетамаҡҡа уҡырға ебәрә. «Театр режиссеры» һөнәрен алған ҡыҙ тыуған ауылына ҡайта һәм ошонда уҡ эшләй башлай. Ғүмеренең 44 йылын (4 йыл Бикеш ауылында) ауыл мәҙәниәтенә арнаған ханымдың, әлбиттә, уңыштары бик күп. Ул ауыл клубында «Һаҡмар» халыҡ театры, «Һаҡмар һандуғастары» ансамбле ойоштора. «Аныҡ эштәр» проектында ҡатнашып, милли костюмдар алыуға өлгәшә. Бер мәл ауыл клубы янып, уны яңынан төҙөгәс, һәр нәмәне яңынан тупларға тура килә. Берҙәмлек, мәҙәниәткә һөйөү, ойоштороу оҫталығы бар ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Бөгөн ниғәмәттәр яҡты, йылы, нурлы клубта яратып шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, бай-рамдарға саралар әҙерләй. «Һаҡмар һандуғастары» фольклорға баҫым яһаһа, Зилә Абайдуллина етәкселегендәге «Наза» бейеү ансамбле матур бейеүҙәр ҡуя. «Дарман» ир-егеттәр ансамблен Рәмил Хәсәновҡа ышанып тапшырһалар, «Һаҡмар» халыҡ театрын башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, ҡурайсы, халыҡ театры артисы, ауыл мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов етәкләй.
Мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы ла урынлашҡан. Бына инде 20 йыл китап донъяһында Гөлбикә Кейекбаева «батшалыҡ» итә. Ул да ошо ауыл ҡыҙы, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын алып, аҡсалата сертификаттарға эйә булып, «Иң яҡшы хеҙмәткәр»ҙәр исемен тулыландырып тороусы Гөлбикә Сафа ҡыҙы ла бар күңелен хеҙмәтенә һала: төрлө саралар, конкурстар, күргәҙмәләр ойоштора, коллегалары Нурия Ғатауллина, Рәил Хәсәновтар менән берлектә хәйриә акциялары, хәтер һәм юбилей кисәләре уҙғара. Быны әйтеүе генә анһат! Ә уларҙы юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн эҙләнергә, сценарийҙар яҙырға, аудитория йыйырға кәрәк.
—Шөкөр, халыҡ китап уҡый, китапхананан өҙөлмәй. Фонд 7900 дананы тәшкил итә. Бынан тыш, матбуғат баҫмалары алдырабыҙ. Иң күп китап уҡыусыларым—72 йәшлек Юлай Кәримов, 80-де үткән Ғәлиә Исламғолова. Шулай уҡ уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килә, улар менән тематик саралар, китапхана дәрестәре ойошторам. Бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр өсөн «Осҡон» клубы булдырҙым, бергәләшеп килеп китап уҡыйҙар, өҫтәл уйын-дары уйнайҙар, сараларҙа ҡатнашалар. Эйе, беҙҙең эшебеҙ китап биреп, кире уларҙы йыйып алыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Халыҡты йәлеп итеү өсөн һәр төрлө кисәләр уҙғарабыҙ. Бөгөн китапхана махсус хәрби операцияға ярҙам туплау үҙәге булып тора. Бында посылкалар йыйыла, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре эшләнә. Ауыл хакимиәте, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр менән берлектә бар эште башҡарабыҙ. Шулай уҡ китапханала халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтелә: ксерокопия эшләү, принтерҙан баҫтырып сығарыу, фотолар, грамоталар, открыткалар, брошюралар, саҡырыу ҡағыҙҙары, белдереүҙәр эшләү, электрон почта менән хат ебәреү, сканирование һәм башҡалар,—ти Гөлбикә Сафа ҡыҙы.
Күрше Түбәнге Яйыҡбай ауылындағы данлыҡлы ғаи-ләлә буй еткергән Рәил Хәсәнов бәләкәйҙән ҡурайға, йыр-моңға ғашиҡ. Ата-балаларҙан килгән моңдо бөгөн ул йәш быуынға еткерә. Мәктәптә уҡытыу менән генә сикләнмәй, уҡыусыларын һәр төрлө конкурстарға алып сыға, үҙе лә ҡатнаша. Улай ғына ла түгел, ауылдың мәҙәни сараларының урта-һында ҡайнай. «Һаҡмар» халыҡ театрының иң шәп артистарының береһе булып танылған Рәил Сәфәрғәле улы бөгөн уны үҙе етәкләй, ауыл таланттары менән Гәрәй Исхаҡов, Гөлшат Әхмәтҡужина, Наил Ғәйетбаев һәм башҡаларҙың пьесаларын сәхнәләштерәләр, «халыҡ» исеменә тап төшөрмәйҙәр, һәр төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашалар. Бынан тыш, Рәил Хәсәнов коллегалары уҙғарған сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе лә.
Эйе, ҡасандыр ауылдарҙа барлыҡ ойоштороу эшен уҡытыусылар алып барһа, бөгөн мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре,
китапхансылар төп көстө тәшкил итә.
Ниғәмәт ауылында мәҙәни ойоштороусы Нурия Ғатауллина, китапханасы Гөлбикә Кейекбаева, ҡурайсы Рәил Хәсәнов фекерләшеп, кәңәшләшеп,
ауыл таланттарын бергә туплап, урындағы абруйлы ағинәй, аҡһаҡалдарҙың кәңәшен тотоп, мәҙәни усаҡты дөрләтеү өсөн бар тырышлығын һала.