Мәҙәниәт
22 Апреля , 09:50

Йәш таланттар--ҡуш йөрәктәр

Сибайҙарҙы ғына түгел, бөтә республика тамашасыларын үҙенең сығышы менән әсир иткән «Тарпан» фольклор төркөмөндә ғаилә парҙары ла бар. Улар—уҙған йәй никах уҡытып, быйыл туй үткәрергә ниәт ҡылған йәштәр.

Йәш таланттар--ҡуш йөрәктәрЙәш таланттар--ҡуш йөрәктәр
Йәш таланттар--ҡуш йөрәктәр

 

Сығыштары менән Хәйбулла районынан булған Наҙгөл Ултыраҡова менән Буранбай Исҡужин Сибай сәнғәт колледжында уҡыған саҡта таныша. Беренсе курстан бер-береһен белһәләр ҙә дүртенсе курста ғына улар араһында һөйөү ҡабына. Ике йыл дуҫлашҡандан һуң, 2025 йылдың авгусында никах уҡыталар һәм икәүләшеп Сибай концерттеатр берекмәһенә эшкә киләләр. Ҡурайсы егетте шунда уҡ «Тарпан» төркөмөнә саҡыралар, һуңғараҡ думбырала уйнарға яратҡан йәш йырсы Наҙгөлдө лә әйҙүкләйҙәр. Шулай итеп, ҡуш йөрәктәр бергәләшеп, дәртләнешеп, ҡулға-ҡул тоношоп эш башлай.

 

Буранбай—Аҡъяр ауылы егете. Уға башҡорт халҡының күренекле шәхесе—сәсәндең исемен биргәндәр. Буранлы февраль айында тыуған малай бик теремек, сос булып буй еткерә. Бәләкәй генә сағынан Урыҫбай ауылында йәшәгән Ғәйнилхаҡ ҡартатаһына эйәреп ҡурайҙа уйнай. Ҡартатаһы уға ҡурай ҙа эшләп бирә. Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбенә уҡырға барғас, Фәрит Юнысов, Венер Салауатов, Фәнис Атановтар ҡурайға һөйөү уята. Ә Илдар Әбделмән улы Юнысов Буранбайҙы музыка мәктәбенә саҡыра. Уны тамамлағас, егет Сибай сәнғәт колледжына килә һәм оҫта ҡурайсылар Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Кәйекбирҙин һәм Шамил Күсәмешовтарҙан дәрес ала.

—Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, икеһендә Гран-при алдым. Киләсәктә лә ҡурай байрамдарынан, фестивалдәрҙән, конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа иҫәп тотам. Армиянан ҡайтҡас, Наҙгөл менән никахлаштыҡ. Ул мине үҙе артынан йырға әйҙәне, хәҙер бергәләшеп йырлайбыҙ ҙа. Сәнғәт колледжында Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина беҙгә эпосҡобайырҙарҙы өйрәтте, шуға халыҡ ижады беҙгә яҡын. Нәҡ ошо юҫыҡта— фольклор йүнәлешендә эшләгән Сибайҙарҙы ғына түгел, бөтә республика тамашасыларын үҙенең сығышы менән әсир иткән «Тарпан» фольклор төркөмөндә ғаилә парҙары ла бар. Улар—уҙған йәй никах уҡытып, быйыл туй үткәрергә ниәт ҡылған йәштәр. «Тарпан» төркөмөнә эләгеүебеҙ беҙҙе ҡыуандыра,—ти Буранбай.

Наҙгөл иһә Әбүбәкер ауылы ҡыҙы. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә үҫкән ул. Атаһы Ғәлимйән Мөхәмәтғәле улы районда оҫта баянсы булып танылһа, әсәһе Әлфидә Ғәфүр ҡыҙы һөнәре буйынса бейеүсе, 30 йылға яҡын ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. —Беҙ ғаиләлә өсәү үҫтек. Ағайҙарым Илнур һәм Илмир ҡурайҙа ла уйнай, матур йырлай ҙа, әммә улар сәнғәт юлынан китмәне. Бәләкәй саҡта атай миңә гармунда уйнарға өйрәтте, әсәйем һәр саҡ үҙе менән алып йөрөнө, бейетте, конкурстарға алып сыҡты. 9-сы класты бөткәс Стәрлетамаҡҡа уҡырға барырға уй бар ине, йыраҡ тип ебәрмәнеләр. Шуға Сибай сәнғәт колледжына килдем. Вокал бүлегенә инергә теләүселәр күп булғас, бейеү бүлегенә имтихан тотҡайным, үттем. Шул саҡ колледж уҡытыусыһы Гөлсинә Ҡудашева: «Һин бит документыңды йыр бүлегенә биргәйнең, әйҙә әле, бында ла имтихан биреп ҡара»,—тине. Һынауҙы үттем дә ҡуйҙым. Бәләкәйҙән әсәйем былай ҙа бейергә өйрәтте тип, йыр бүлеген һайланым. Студент саҡтар бик күңелле үтте, яңы дуҫтар таптым, һөйгәнемде осраттым. Уҡытыусыларыма, шулай уҡ ошо уҡыу йортонда, аҙаҡ З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында уҡыған ике туған апайыма рәхмәтлемен, ул миңә думбырала уйнарға өйрәтте,—ти йәш йырсы Наҙгөл Ултыраҡова. Йәштәр «Тарпан» фольклор төркөмөнә килеп эләгеүенә бик ҡыуана. Бында улар үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡтар ала, асыштар эшләй, мәғлүмәттәр туплай. Халҡыбыҙҙың боронғо ижадын өйрәнеү, уны бөгөнгө йәштәргә еткереү—бик мауыҡтырғыс, ти улар. —Концертты ҡарап ултырыуы ғына рәхәт икән. Ә артист булыуы еңелдән түгел. Бер номерҙы сәхнәгә сығарыу ҙа оло тырышлыҡ талап итә. Эштән ҡайтһаҡ, текст ятлайбыҙ, концерт планға алынған икән, беҙгә байрам да, ял да юҡ. Шулай ҙа әҙ генә бушаһаҡ, ҡулға гитара алып икәүләп йырлап алабыҙ. Ваҡыт булһа йәйәү йөрөргә сығабыҙ, волейбол уйнайбыҙ. Буранбай балыҡҡа йыйынһа, бергә барабыҙ,—ти Наҙгөл. Сәхнә тормошона яңы аяҡ баҫҡан йәштәр баш-көллө сәнғәт донъяһына сумған. Уларға үҙ һөнәрҙәре оҡшай, хатта олораҡ быуын артистары өсөн ялҡытҡыс булған гастролдәрҙе лә Наҙгөл менән Буранбай көтөп ала. —Яңы ерҙәргә барыу, башҡа яҡтың тамашасыһы менән осрашыу, мажараға бай юлдар— барыһы ла оҡшай. «Тарпан» менән «Башҡорт аты» фестивалендә лә ҡатнаштыҡ. Киләсәктә фестивальконкурстар күп булыр тип уйлайбыҙ. Ә гастролдәр мәлендә сығышыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмеүҙәре беҙгә дәрт, илһам бирә, ҡанат ҡуя, сәхнә артындағы бар тулҡынланыуҙы юя,— ти йәштәр. Сәнғәт донъяһына янып, балҡып килеп ингән Наҙгөл менән Буранбайҙың йәштәргә изге теләктәре лә бар: «Хаталаныуҙан ҡурҡмаһындар, тәүәккәл булһындар. Килеп сыға икән—бик яҡшы, килеп сыҡмаһа— был тәжрибә, нисек булһа ла эшләп ҡаранығыҙ бит. Шулай уҡ үҙ фекерҙәре булыуын теләйбеҙ. Башҡаларҙы хөрмәт итегеҙ, тик үҙегеҙсә эшләгеҙ һәм бер ҡасан да мыжымағыҙ. Атаәсәй мәңгелек түгел, уларҙы ихтирам итегеҙ. Йәштәргә беҙҙән теләк шул!»

 

 

 

Резеда Усманова

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас