Мәҙәниәт
16 Апреля , 17:15

"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу

Сыңғыҙҙар менән сибайҙар осрашты

"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу
"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу


Сибай ҡалаһында «Шатлыҡ» автономлы коммерциялы булмаған социаль үҫеш үҙәге дүрт йыл дауамында уңышлы эшләп килә. «Шатлыҡ»та үҙҙәренә шатлыҡ-ҡыуаныс табырға олоһо ла, кесеһе лә килә. Бында һәр төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Бер—олоно, бер—кесене тыңла, тигәндәй, өлкәндәр үҙҙәре белгәнде йәштәргә өйрәтә һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәренән кеселәрҙән заманса ҡул эштәренә өйрәнә.
«Шатлыҡ» клубы менән 15 йыл дауамында тәрбиәсе булып эшләп, үҙен икенсе юҫыҡта һынап ҡарарға теләгән Вәвилә Вәкил ҡыҙы Хәсәнова етәкселек итә. Әйтергә кәрәк, ул үҙәктең эшен уңышлы алып бара. Улар уҙған йыл «Ватан нимәнән башлана?» тигән проект менән Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Уның сиктәрендә ололарға һәм уҡыусыларға һәр төрлө оҫталыҡ һәм илһөйәрлек дәрестәре уҙғарылды. Улар бергәләшеп һүрәттәр төшөрҙө, эпоксид ыҫмаланан бик матур картиналар, кейеҙ биҙәүестәр, орнаметлы яҫтыҡтар эшләне, тәрилкә һәм сынаяҡтарҙы биҙәне.
—Оҫталыҡ дәресенә килгән һәр кем оло ҡәнәғәтлек менән ҡайтты. Уҡыусы балалар ҙа оҡшатты, дәртләнешеп килделәр. Ололар ҙа яратты, бер-береһенән яңы эшкә өйрәнде. Үҙ эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү беҙҙе тағы ла дәртләндерҙе, шуға ла быйыл ике проект тәҡдим иттек. Береһе—«Дуҫлыҡ ағасы» тип атала, ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына аранала һәм Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына тәҡдим ителде. Икенсеһе—«Һәр өйгә шатлыҡ» тип исемләнде һәм ул Президент Фонды гранттарына ебәрелде. Әгәр еңеү яулаһаҡ, ҙур ғына маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ,—ти Вәвилә Вәкил ҡыҙы.
«Шатлыҡ» клубына йөрөүселәр үҙ-ара бик татыу һәм берҙәм. Улар бергәләшеп сәйәхәткә лә сыға, Манһыр, Бәхтигәрәй ауылдарына, Өфө, Магнитагорск ҡалаларына бара. Киләсәктә был юҫыҡта әүҙемерәк эшләргә уйлайҙар.
Әйткәндәй, бөгөн уларға Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылының ағинәйҙәре ҡунаҡҡа килде. 20 йыл дауамында «Йәнтөйәк» фольклор ансамбленә йөрөгән инәйҙәрҙең уртаҡлашыр тәжрибәһе ҙур, әлбиттә. Шулай ҙа улар ҙа яңылыҡҡа ынтыла, яңы эш алымдары өйрәнеүҙән туҡтамай. Бөгөн улар «Шатлыҡ» үҙәгенә йөрөүсе йәштәштәре башҡарған эштәрҙе ҡараны, улар хеҙмәттәшлек иткән «Фронтҡа ярҙам» үҙәгенә барып гуманитар ылау төрҙәрен өйрәнде.
—Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте. Беҙҙе матур итеп ҡаршы алдылар, сәй табына артында таныштыҡ, йырлаштыҡ, башҡарған эштәребеҙ хаҡында һөйләнек. Аҙаҡ беҙҙе «Фронтҡа ярҙам» үҙәгенә алып барҙылар. Бында маскировка селтәре генә үрмәйҙәр, иҫ киткес күп әйберҙәр әҙерләйҙәр, ҡарап, һоҡланып, өйрәнеп ҡайттыҡ,—ти Сыңғыҙ инәйҙәренең береһе Дамира Усманова.
Әйткәндәй, «Йәнтөйәк» инәйҙәре «Шатлыҡ»тарҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Улар үҙҙәре эшләгән буй юрғандар, ҡорамалар, сергетыш һәм башҡаһы менән таныштырырға ниәт итә.

 

 


Резеда Усманова.

"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу
"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу
"Шатлыҡ"та шатлыҡлы осрашыу
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас