Мәҙәниәт
9 Апреля , 14:10

Урал балалары йыйылды

Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында киң масштаблы рухлы сара— республика конкурсы үтте. Бишенсе тапҡыр уҙғарылған «Урал балалары тауышы» исемле сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Конкурсанттар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә «Урал батыр» эпосынан өҙөктәрҙе, халҡыбыҙҙың бай ижади ҡомартҡыһы булған риүәйәт-легендаларҙы яттан һөйләне, өзләп-йырлап та ебәрҙе. Уларҙың сығышы һәр кемдә үткәндәргә алып ҡайтты һәм рух, ғорурлыҡ хисе уятты.

Урал балалары йыйылдыУрал балалары йыйылды
Урал балалары йыйылды

 

 

Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге, ҡала мәҙәниәт йорто, К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, «Сәсәндәр мәктәбе» ойошторған республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп, 96 ғариза бирелә. Уларҙың 48-е икенсе турға үтә. Бүләкләү сараһына уларҙың күптәре килде. География бик киң ине. Силәбе өлкәһе, Ишембай, Иглин, Хәйбулла райондарынан һәм башҡа төбәктәрҙән килеп, тамашасы алдында сығыш яһап, бүләктәргә, алҡыштарға күмелде улар. «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина әйтеүенсә, ысынлап та, «Урал батыр» эпосын өйрәнгән бала ҡанатлы була икән ул. Күҙҙәре янып, нурланып, йөҙҙәренән рух бөркөлгән балаларҙы ошо сәхнәлә күреү халҡыбыҙ киләсәгенә өмөт уятты. Был көндө абруйлы жюри алдында балалар айырым да, ғаиләләре менән дә сығыш яһаны. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан килгән Айзилә, Илһам, Ислам Мәмбәтовтар ҡартәсәләре Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы менән бергәләшеп «Ҡуңыр буға»ны һөйләне, Илһам үҙе «Ҡара юрға» эпосын ишеттерҙе.

—Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын белеп үҫһендәр, үҙ халҡы менән ғорурланһындар тигән маҡсатта ейән-ейәнсәрҙәремде ошондай конкурстарға алып сығырға тырышам,—ти Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы.

Өләсәйҙәр бына шундай булырға тейеш ул! Мәмбәтовтарға барса тамашасы һоҡланды һәм жюри ла уларҙы юғары баһалап, 1-се урын бирҙе. Айырым башҡарыусылар араһында үҙ категорияһында Илһам да беренселеккә сыҡты. Шулай уҡ Хәйбулла районынан килгән Ильясовтар хайран итте. Өс бала тәрбиәләүсе йәш ғаилә конкурсҡа бик ентекле әҙерләнгән, хатта бер иштән килешле милли кейем кейеп килгән. Ришат менән Гүзәл улдары Искәндәр, Асман, ҡыҙҙары Лилиана менән «Ҡуңыр буға»ны һөйләне. Ишембайҙан килгән Хисмәтуллиндар «Аҡбуҙат» эпосын бәйән итте. Ғөмүмән, һәр сығыш иҫ киткес матур булды. Был көндө бик күп эпос-риүәйәттәрҙе ишеттек. Мәҫәлән, «Сүкем батыр», «Балҡантау», «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ ҡола», «Заятүләк менән һыуһылыу», «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Балалар тәрбиәселәре, уҡытыусылары менән уларҙы ентекләп өйрәнгән һәм конкурсҡа ныҡлы әҙерләнгән. Конкурс сиктәрендә ғалимдар, фольклорҙы, ауыҙ телижадын өйрәнеүселәр, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе ағзалары сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

—Был конкурстың тәрбиәүи роле бик ҙур. Балалар әлеге ижад өлгөләрен аңлап һөйләйме, аңламай һөйләйме, барыбер ҙә күңелдәренә орлоҡ төшөп ята һәм ул ҡасан булһа ла шытым бирәсәк. «Урал батыр» кеүек мәшһүр эпостарыбыҙҙы атабабаларыбыҙ халҡыбыҙға ҡалдырған мираҫ тип түгел, ата-бабам миңә ҡалдырған мираҫ тип ҡабул итәйек һәм балаларға ла ошоно өйрәтәйек,—тине шағирә, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы, Ә.Хәкимов исемендәге премия лауреаты, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш методисы Олеся Вәкил ҡыҙы Әхмәтрәхимова.

Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, республика ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Айбулат Уразбахтин ун йылдар дауамында изге китаптарҙы, философияпсихологияны өйрәнеүсе булараҡ йәмғиәттәге атайҙар роле һәм яуаплылығы хаҡында һөйләне һәм уны «Урал батыр» эпосында яҙылған ваҡиғалар менән сағыштырҙы. Уның әйтеүенсә, боронғо яҙмаларҙы йәшәүҙең дөрөҫ алымдары асыҡ сағылдырыла, шуға ла уларҙы өйрәнеү зарур. Сараның төп бағыусыларының береһе Башҡортостан Республикаһы Яҡташтар ассоциацияһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзаһы, «БашБланк» нәшриәте етәксеһе Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаева «Урал батыр» эпосының яҙылыу тарихы», Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлназ Салауат ҡыҙы Ғәлина «Башҡорт халҡының эпик көйҙәре», Башҡортостан Фәндәр академияһының энциклопедия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев «Урал батыр эпосының мифологик тамырҙары» темаһына сығыш яһаны. Сара һуңында еңеүселәр билдәләнде һәм уларға бағыусылар—Өфөнән Гөлнара Ғинәт ҡыҙы Баҙалованың, Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаеваның, Сибайҙан Айбулат һәм Юлиә Уразбахтиндарҙың, «Аҙаш» компанияһы етәксеһе Рифат Ғәле улы Раҡаевтың, «БашМаркет» магазины етәксеһе Зифа Нәдип ҡыҙы Яҡупованың бүләктәре тапшырылды. Шулай итеп, беренсе категорияла 3-сө урынға Сибай ҡалаһынан Карина Вәлиуллина, Йәсминә Ҡарасова, Байрас Юлдыбаев, Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Ғәзинур Хамматов лайыҡ булды. Икенсе урынға Сибайҙан Инна Иванова, Хәйбулла районынан Лилиана Ильясова, Бәхтийәр Шәрипов сыҡты. 1-се урын Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбенән Рүзилә Бадрановаға, «Ирәндек» лицейынан Милана Ҡаҙакбаеваға, Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Зарина Мардамшинаға бирелде. Икенсе категорияла 2-се урынға Хәйбулла районы Аҡъяр 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары, Ҡыйғы районынан Нияз Латыпов, Хәйбулла районы Аҡъяр 2-се урта мәктәбенән Искәндәр Ильясов сыҡты. 1-се урын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Самир Латыповҡа, Ишембай ҡалаһынан Камилла Шерматоваға, Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан Илһам Мәмбәтовҡа бирелде. Өсөнсө категорияла 3-сө урынға Сибай күп профилле һөнәри колледж студенты Әдилә Ишморатова, Сибай сәнғәт колледжы студенты Камилла Петченко сыҡты. 2-се урын менән Сибай күп профилле һөнәри колледж студенты Гөлназ Ниғмәтуллина баһаланды. Ғаиләләр араһында 2-се урынды Силәбе ҡалаһынан Байтимеровтар ғаиләһе алды. 1-се урынға Бөрйән районының Сәғитовтар ғаиләһе, Ишимбай ҡалаһынан Хисмәтуллиндар, Мәләүез ҡалаһынан Латыповтар, Хәйбулла районынан Ильясовтар, Мәмбәтовтар ғаиләләре лайыҡ булды.

 

 

 

 Резеда Усманова

Урал балалары йыйылды
Урал балалары йыйылды
Урал балалары йыйылды
Урал балалары йыйылды
Урал балалары йыйылды
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас