Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март , 08:40

Афарин, Айгиз!

"Ҡанатлы генерал" спектаклендә Таһир Күсимовтың бала сағын уйнаусы Айгиз Әбдрәшитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачевтың рәхмәт хатына лайыҡ булды. Айгиз Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡый. Уның атаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, әлеге көндә махсус хәрби операцияла. Ә ҡартәсәһе Нурзиә Әбдрәшитова - Башҡортостандың халыҡ артисы.

Афарин, Айгиз!
Афарин, Айгиз!

 Был спектакль театр тамашаһы ғына түгел, ә илебеҙҙең героик үткәненә хөрмәт күрһәтеү һәм унда ҡатнашыу һәр артист өсөн ҙур хөрмәт. Тырышлығы өсөн Айгиз Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачевтың рәхмәт хатына лайыҡ булды. Награданы Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте Һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты Заһир Әхсән улы Хәкимов тапшырҙы.

Афарин, Айгиз! Артабан да уңыштар теләйбеҙ! Атайың иҫән-һау ҡайтһын!

Афарин, Айгиз!
Афарин, Айгиз!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас