21 мартта бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Сибай институтында Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында эшләп килгән "Әҙәби тирмә" клубының ағзалары - Сибай шағирҙары һәм шағирәләре, уларҙың ижады менән танышыу тантанаһы үтте.
Был сараны педагогия факультетының рус, башҡорт һәм сит илдәр филология кафедраһы ойошторҙо.
Яҙҙың тәүге ҡояшлы көндәрендә шиғриәт һөйөүселәрҙе, яҙыусыларҙы һәм студенттарҙы бергә тупланы.
Байрам кисәһен Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы ағзаһы, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, яҙыусы, драматург Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина асты. Ул шиғриәттең кеше күңеленә йоғонтоһо, ижад итеүҙең кәрәк һәм мөһим булыуын билдәләп студенттарҙы ижадҡа әйҙәп илһамландырҙы.
Кисә барышында Сибайҙың танылған ижадсылары — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны Гөлсөм Әмир ҡыҙы Закирова, Мәғәриф ветераны Таңһылыу Зиннәт ҡыҙы Йәнтүрина, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы һәм ветераны Рәмзиә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ниғмәтуллина, Рәсәй Федерацияһы мәғәриф алдынғыһы һәм ветераны Рәйсә Зәһретдин ҡыҙы Үҙәнбаева үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙарын уҡып, тыңлаусыларҙы илһамландырҙы.
Шулай уҡ сарала Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, республика гәзит, журналдар лауреаты, яҙыусы, хеҙмәт ветераны, хәрби табип, запастағы подполковник Хәлил Төхфәт улы Һөйөндөкөв та сығыш яһаны.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар ойошмаһы ағзаһы, яҙыусы Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин, «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы лауреаты Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы Хәсәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғәриф ветераны, шағирә, Рузидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева үҙҙәренең матур ижад емештәрен тәҡдим итте.
Билдәле ғалим-эколог, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, композитор Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөкөв та был сарала ҡатнашты. Йәлил Төхфәт улы бик күп шағирҙарҙың шиғырҙарына матур көйҙәр яҙған. Сара барышында яңы ғына яҙылған йырҙы башҡарып үтте.
Сығыштар араһында Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева студенттар өсөн күңелле викторина ла үткәрҙе. Яуапты дөрөҫ белгән студенттар бүләккә китаптар алып ҡыуанды.
Сара аҙағында педагогика факультеты деканы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Рәдиф ҡыҙы Фәйзуллина сығыш яһаны. Ул ижадсыларға халыҡтың рухын күтәреүҙәре, йәштәргә үрнәк булыуҙары өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Ысынлап та был сара һәр бер студент өсөн ижад итеүгә аҙым яһар өсөн ҙур этәргес, илһамландырғыс бер сара булды.
Барлыҡ студенттар исеменән ойоштороусыларға- педагогия факультеты деканы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Рәдиф ҡыҙы Фәйзуллинаға, шулай уҡ рус, башҡорт һәм сит илдәр филология кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Хәлидә Барый ҡыҙы Нурғәлинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ҡалабыҙҙың барлыҡ шағир шағирәләренә ижад ҡәләмдәренең һынмауын, һәр көндән илһам алып ижад итеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!!
Авторы: Баймөхәмәтова Илсиә, 2 курс студенты