Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март , 14:15

38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған

Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнгән осорҙа матур ғүмер байрамын билдәләй.

38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған

 

Беҙҙең әңгәмә

 

Ошо уңайҙан ижади шәхес менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Әлфирә Хәләф ҡыҙы, һеҙҙе иң беренсе сиратта тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Юбилейығыҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршы алаһығыҙ?

-Утлы Йылҡы йылында – 1966 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуғанмын. Үҙ йылымды, юбилейлы йылымды ихлас ҡаршы алдым. Ижади эшкә көйләнгәнмен. Сирхаулап та торам, әммә бирешмәйем. Аллаһ Тәғәлә яратҡан ҡолона ул күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар бирмәй. Шуға күрә, сәләмәтлегемде яйға һалып алырыма ышанам.

-Бөрйәндә тыуҙым тиһәгеҙ ҙә һеҙ ярты Баймаҡ ҡыҙы ла бит әле, эйеме?

-Бер төрлө йырлап һөйләшкән, үҙенсәлекле диалекты менән айырылып торған изге Бөрйән ерен, халҡын ныҡ яратам. Минең атайым Хәләф Вәлит улы Ғәлләмов Янһары ауылынан. Әсәйем Рәшиҙә Фәхрияз ҡыҙы иһә Баймаҡ районының Кәрешкә ауылы ҡыҙы. Улар Стәрлетамаҡта педагогия институтында бергә уҡыған. Әсәйемде йүнәлтмә буйынса Салауат районының Арҡауыл ауылына эшкә ебәргәндәр. Уны өҙөлөп яратҡан атайым ҡышҡы буранда барып алып ҡайтҡан һәм өйләнгән. Баш балалары—мин, унан ҡустым Урал Ғәлләмов тыуған. Ул оҙаҡ йылдар Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай полицияһында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Бәләкәсебеҙ Айгөл Хәләф ҡыҙы Зәбирова Алтын ҡасабаһындағы «Алтынай» балалар баҡсаһы мөдире. Ғаилә башлығы Хәләф Вәлит улы райкомда эшләне, әсәйем балалар уҡытты. Атайым йәшләй мәрхүм булғас, әсәйем тыуған яғына йәшәргә ҡайтты. Әле ул 85 йәшенә етеп бара, Айгөл һеңлемдә йәшәй.

-Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған бала ни сәбәпле сәнғәт юлын һайлаған?

-Мәктәптә уҡығанда спектаклдәрҙә уйнарға, бейергә яраттым. Әммә артист булырмын тип һис тә уйламаным. Атайым мине табип итеп күрергә теләне. Бер иптәш ҡыҙыма эйәреп кенә сәнғәт институтына документтар алып барып тапшырҙым. Унда уҡырға инергә теләүсе ҡыҙҙар-егеттәрҙе күреп һушым китте, араларында шул тиклем төҫкә-башҡа матурҙар күп ине. Торғаны менән кәртинкә инде! Тик 150 кеше араһынан 15 кенә абитуриент студент булып китте. Шул 15 кеше араһына эләгеүемә үҙем дә аптыраным. Сәнғәт институтына бит аныҡ фәндәрҙән имтихан биреп кенә уҡырға инмәйһең, башта ижади һынауҙарҙы үтергә кәрәк. Этюдтың нимә икәнен дә белмәйенсә лә уҡырға инеп киткән кеше мин. Имтихан алыусылар араһында билдәле сәнғәт әһелдәре—Ғабдулла Ғилажев, Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙиналар бар ине. Улар, тимәк, миндә актер сифаттары барлығын күргән. Ғабдулла Абдрахман улы Ғилажев төркөмөндә уҡыным. Ирина Филлиппова, Александр Дыба, Олег Ханов, Тамара Хоҙайбирҙина һәм башҡа билдәле шәхестәрҙән сәнғәт оҫталығына өйрәндек. Курсташтарым—Башҡортостандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев, Иҙрис Кәлимуллин, Рәсимә Ғәйфуллина, Зифа Дәүләтбаева, Илсур Хәбиров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Хөсәйенова, актер Альберт Шәйхетдиновтар менән бергә уҡыуым менән ғорурланам. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғаяз Алтыншин курсташым ғына түгел, класташым да ине. Бер кластан ике артист сығыуы төпкөл Бөрйән өсөн ул ваҡытта көтөлмәгән хәл дә булды. Тимәк, мәктәптә мәҙәниәт йүнәлешенә айырым иғтибар бирелгәндер.

-Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?

-Беҙҙең курс баштан уҡ баш ҡалала асыласаҡ Йәш тамашасылар театры (ТЮЗ, хәҙерге Милли йәштәр театры) өсөн актерҙар әҙерләүгә махсуслашты. Шуға ла башҡалар Өфө сәнғәт институтында 4 йыл уҡыһа, беҙ 5 йыл белем алдыҡ. 5-се курста иһә диплом эше булараҡ сит ил, рус, башҡорт классикаһы, хәҙерге заман әҫәрҙәренән 10 спекталь сығарҙыҡ. Йәғни, театр асылыуға репертуар әҙерләнек һәм шул эштәребеҙ менән, ысынлап та, Йәш тамашасылар театрына аяҡ баҫтыҡ.

-Сибай театрына ҡасан эшкә килдегеҙ?

-1990 йылдарҙа тормош ныҡ ауырлашты. Замана шулай булды. Артист аҡсаһына ғына, етмәһә йәш артисҡа баш ҡалала йәшәп булмауы көн кеүек асыҡ ине. Шул мәлдә Магнитогорск ҡалаһында эш хаҡы ҙур шөғөл тәҡдим иттеләр. Әсәйемә лә яҡын була тип барырға ризалаштым. Мин Өфөнән килгәнсе, ул «пирамида» ҡолаған ине. Театрҙан ғариза яҙып сығып киткәс, кире Өфөгә барырға оялдым. Шулай итеп, 1992 йылда Сибай театрына эшкә килдем һәм бер ҙә үкенмәйем. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллиндар мине үҙ ҡанаты аҫтына алды һәм үҙ өлгөләрендә ысын артист булырға ярҙам итте. Бөгөн дә мин улар миңә остаз һәм кәңәшсе.

-Тимәк, 38 йыл хеҙмәт стажығыҙҙың 34 йылын Сибай театрына бағышлағанһыҙ?

-Әйе, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек икән шул. Яңы ғына килгән кеүек булһам да, өс тиҫтәнән ашыу йыл ваҡыт үткән. Бөгөнгөләй иҫемдә, иң тәүге ролем Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме? » әҫәрендә йәш Фатима булды. Минең иң яратҡан ролдәремдең береһе, ул артабан ижад итер өсөн ҙур этәргес көс булды. Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Абыстай» драмаһында--Мария-Мәйсәрә образы ла хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды. Тамашасылар был әҫәрҙе ныҡ яратты, һәр саҡ тулы залдар, көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Әминә Яхинананың «Ҡайырылмаһын, ҡанаттар! » драмаһында--Нәзирә, Нәжиб Асанбаевтың «Өҙөлгән өмөт»өндә--Рәүзәлә, Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар»ында Бибизада ҡарсыҡ, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәк» драмаһында--ете бала әсәһе Мәрйәм, Михаил Задорновтың «Иреңде миңә һат!» моңһоу комедияһында Венера Шәкировна һәм башҡа образдарҙы бар күңелемде һалып башҡарҙым. Азат Нәҙерғолов сәхнәләштергән Ишмулла Дилмөхәмәтовтың «Тере тупраҡ» драмаһында--Ҡуйһылыу, Ярослава Пулиновичтың «Һағыштарым тулы ғазаптарым»да--Изабелла Түләкова, Шәүрә Шәкүрованың «Зәңгәр томандар артында»--Алла Аркадьевна образдары ла күңелемә ныҡ яҡын булды. Һуңғы йылдарҙа иһә «Фронтовичка», «Беҙҙең байлыҡ», «Әлдермештән Әлмәндәр», «Вариҫ» һәм башҡа спектаклдәрҙәге ролдәремде дә йөрәгем аша үткәреп уйнаным. Ғөмүмән, Сибай театрында 100-ҙән ашыу образ тыуҙырҙым. Минең театрҙа эш дәүеремдә генә Нәжиб Асанбаевтың «Өҙөлгән өмөт»өн генә 4-се тапҡыр тергеҙҙек! Тағы бер нисә спектаклде лә шулай ҡабатлап күрһәтәбеҙ, сөнки улар заман үҙгәрһә лә, актуаллеген юғалтмаған әҫәрҙәр. Сәхнәгә сыҡһам, барлыҡ шик-шөбһәләр, ауырыуҙар, ауыртыныуҙар юҡҡа сыға, булмышым асыла, унда ғына хис-тойғоларыма ирек бирәм, йәшәйем һәм ҡанатланам. Тик илаҡ бисәләрҙең ролдәрен яратмайым, ҡайһы бер ролдәремдә илау бар, уларҙы «был мин түгел, мин түгел», тип саҡ уйнап сығам.

-Артист эше сәхнәнән генә матур күренеүен беләбеҙ. Ә сәхнә артында ниҙәр бар?

-Ябай кешенеке кеүек тормош, тик күпкә ауырыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ. Сөнки, беҙ башҡалар ял иткәндә эшләйбеҙ, халыҡтың күңелен күрәбеҙ, ялдарын биҙәйбеҙ, туҡтауһыҙ гастролдәргә сығабыҙ. Артистарҙың да бит ғаиләләле, йорттары бар. Унда беҙ ябай ҡатын, әсә. Тик театрға бирелеп эшләһәң генә уңыштарға өлгәшергә була, шуға күрә беҙ ғаиләбеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы бик һирәк күрәбеҙ. Ҡыҙым Азалия минең эшемде, театрҙы яратманы, сөнки, ул үҫкәндә мине күрмәне. Ярай әле әсәйем бар, ул ейәнсәрен мин өйҙә булмағанда ҡараны. Ҡыҙым авиация институтын тамамланы, әле Мәскәүҙә йәшәй. Яңыраҡ ҡына Американан ҡайтты. 

-Театрҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

-Ремонт бара, бинаның тыш яғы яңы төҫ алды, тиҙҙән эс яҡтан башларға иҫәп тоталар. Был бик яҡшы. Ижади миҙгелдә Сибай сәнғәт колледжын тамамлап бер төркөм йәштәр эшкә килде. Тик егеттәрҙең күбеһен әрме сафына алдылар. Йәштәргә юғары белем алырға тәҡдим итер инем, сөнки юғары белемһеҙ артист булыуы мөмкин түгел. Йәштәргә фекерләү ҡеүәһен арттырыу өсөн күп итеп китап уҡырға кәрәк. Спектаклдәр әҙерләнә. Тормош дауам итә. Киләсәктә театрыбыҙ яңы үрҙәргә өлгәшер, яңынан-яңы драмалар ҡуйылыр тип өмөт итәм. Донъяла, илдә тыныслыҡ урынлашһын. Бөгөнгө көндә барыбыҙҙың да теләге шул.

 

Хөрмәтле тамашасылар!

 

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмованың күркәм юбилейы хөрмәтенә ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарарға саҡыра!

 Был матур көндәрҙе бергәләп үткәрәйек!

 

25 мартта - «Өҙөлгән өмөт»
Авторы - Н. Асанбаев
Режиссеры - С. Әфләтунов
Драма, (16+)

 

__________________________________
27 мартта - «Алты ҡыҙға бер кейәү»
Авторы - Т. Миңнуллин
Режиссёры - Д. Нурғәлин
Драмеди, 16+

 

28 мартта - «Әлдермештән Әлмәндәр»
Авторы - Т. Миңнуллин
Режиссеры - Д. Нурғәлин
Фантасмагория, 12+

 

Башлана 18.00
Билеттарҙы театр кассаһынан йәки ссылка буйынса алырға була

 

Рәхим итегеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

 

38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
38 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас