+3 °С
Болотло
Баймаҡ районы Ишей ауылынан хәбәр итәләр:
—Ишей ауылында "Наурыҙ" байрамы үтте. Наурыҙ - төрки халыҡтарының яҙҙы ҡаршылау байрамы. Сарала мәктәп, клуб коллективтары, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һәм ағинәйҙәр ҡатнашты. Байрам төрлө ярыштар һәм уйындар менән үрелеп барҙы. Һәр кем командаһы өсөн янып-көйҙө, шулай ҙа дуҫлыҡ еңде. Ҡатнашыусылар артабан бергәләшеп байрам табыны артында тәмлекәстәр һәм йылы сәй менән һыйланды.